peoplepill id: gadelgarey-zakirovitsj-haziev
GZH
Russia
6 views today
6 views this week
Gadelgarey Zakirovitsj Haziev
Russian scientist

Gadelgarey Zakirovitsj Haziev

The basics

Quick Facts

Intro
Russian scientist
Places
Work field
Gender
Male
Age
94 years
The details (from wikipedia)

Biography

Хазиев Ғәҙелгәрәй Закир улы (15 май 1930 йыл) — ғалим-ветеринар, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почетлы академигы (1995), ветеринария фәндәре докторы (1982), профессор (1986).

Биографияһы

Хазиев Ғәҙелгәрәй Закир улы 1930 йылдың 15 майында БАССР-ҙың Саҡмағош районы Ҡалмаш ауылында тыуған. Һуғыш осоронда ир-егеттәр фронтҡа киткәс, бөтә эш ҡатын-ҡыҙҙар һәм малайҙар иңенә төшә. Ғәҙелгәрәй һуғыш йылдарындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн миҙал менән 15 йәшендә бүләкләнә. Был уның беренсе наградаһы була.

1953 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.

1960—1965 йылдарҙа БАССР-ҙың Иглин районында ветеринария табибы, 1970—1982 йылдарҙа Башҡортостан фәнни-етештереү ветеринария лабораторияһында бүлек мөдире ; 1963 йылдан алып КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы; 1965 йылдан алып БашНИИСХ директоры урынбаҫары; 1982 йыл. — профессор, Башҡортостан ауыл хужалығы институты кафедраһы мөдире (БДАУ). Хазиевтың ғилми эштәр:өлкәһе булып гельминттарҙың төр составы, эпизоотология Башҡортостан йорт ҡоштарының гельминтоз эпизоотологияһы тора. Ул республикала беренсе булып зооантропоноз проблемаларын өйрәнә.

Башҡорт дәүләт университеты янындағы докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса махсуслаштырылған советтың рәйесе (1947—1951).

Хеҙмәттәре

Хазиев Ғәҙелгәрәй Закир улы — 220 ғилми хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 2 монография, РФ Ауыл хужалығы министрлығының грифы ҡуйылған 4 дәреслектең, 5 авторлыҡ таныҡлығы һәм патенты авторы.

Гельминты домашних птиц отряда куриных в БАССР. М., 1968;

Антигельминтная эффективность фенотиазина, пиперазина, нилверма и баймикса при гетеракидозе. Будапешт, 1972;

Меры борьбы с инвазионными болезнями животных. Уфа, 1985.

Зооантропонозы и их профилактика. Уфа: Гилем, 1998.

Гельминты и гельминтозы птиц в Башкортостане и их профилактика. Уфа: БГАУ, 2002 (соавтор).

Введение в ветеринарную медицину. Уфа: БГАУ, 2004 (соавтор).

;

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

«Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» академик К. И. Скрябин исемендәге юбилей миҙалы (1972).

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 7. Ф-Я. 2011. −624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Gadelgarey Zakirovitsj Haziev is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Gadelgarey Zakirovitsj Haziev
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes