Gadelgarey Zakirovitsj Haziev
Quick Facts
Biography
Хазиев Ғәҙелгәрәй Закир улы (15 май 1930 йыл) — ғалим-ветеринар, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының почетлы академигы (1995), ветеринария фәндәре докторы (1982), профессор (1986).
Биографияһы
Хазиев Ғәҙелгәрәй Закир улы 1930 йылдың 15 майында БАССР-ҙың Саҡмағош районы Ҡалмаш ауылында тыуған. Һуғыш осоронда ир-егеттәр фронтҡа киткәс, бөтә эш ҡатын-ҡыҙҙар һәм малайҙар иңенә төшә. Ғәҙелгәрәй һуғыш йылдарындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн миҙал менән 15 йәшендә бүләкләнә. Был уның беренсе наградаһы була.
1953 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.
1960—1965 йылдарҙа БАССР-ҙың Иглин районында ветеринария табибы, 1970—1982 йылдарҙа Башҡортостан фәнни-етештереү ветеринария лабораторияһында бүлек мөдире ; 1963 йылдан алып КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы; 1965 йылдан алып БашНИИСХ директоры урынбаҫары; 1982 йыл. — профессор, Башҡортостан ауыл хужалығы институты кафедраһы мөдире (БДАУ). Хазиевтың ғилми эштәр:өлкәһе булып гельминттарҙың төр составы, эпизоотология Башҡортостан йорт ҡоштарының гельминтоз эпизоотологияһы тора. Ул республикала беренсе булып зооантропоноз проблемаларын өйрәнә.
Башҡорт дәүләт университеты янындағы докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса махсуслаштырылған советтың рәйесе (1947—1951).
Хеҙмәттәре
Хазиев Ғәҙелгәрәй Закир улы — 220 ғилми хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 2 монография, РФ Ауыл хужалығы министрлығының грифы ҡуйылған 4 дәреслектең, 5 авторлыҡ таныҡлығы һәм патенты авторы.
Гельминты домашних птиц отряда куриных в БАССР. М., 1968;
Антигельминтная эффективность фенотиазина, пиперазина, нилверма и баймикса при гетеракидозе. Будапешт, 1972;
Меры борьбы с инвазионными болезнями животных. Уфа, 1985.
Зооантропонозы и их профилактика. Уфа: Гилем, 1998.
Гельминты и гельминтозы птиц в Башкортостане и их профилактика. Уфа: БГАУ, 2002 (соавтор).
Введение в ветеринарную медицину. Уфа: БГАУ, 2004 (соавтор).
;
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
«Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» академик К. И. Скрябин исемендәге юбилей миҙалы (1972).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Академия Наук Республики Башкортостан — Хазиев Гадельгарей Закирович. Проверено 7 февраля 2013. Архивировано 14 февраля 2013 года.
Әҙәбиәт
Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 7. Ф-Я. 2011. −624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.