Zoufar Gaïanov
Quick Facts
Biography
Ғаянов Зөфәр Ғаян улы (14 май 1941 йыл — 7 март 2015 йыл) — рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1975 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2003) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1996) рәссамы.
М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейын етәкләгән, унда уның инициативаһы менән һәм етәкселеге аҫтында тарихта беренсе тапҡыр музей ансамбленең реконструкцияһы үткәрелә. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультетында уҡытҡан.
Зөфәр Ғаяновтың әҫәрҙәре Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күп кенә музейҙарында һәм картина галереяларында, Анкаралағы ТЮРКСОЙ генераль дирекцияһында һаҡлана.
Биографияһы
Ғаянов Зөфәр Ғаян улы 1941 йылдың 14 майында БАССР-ҙың Балтас районының Һәйтәк ауылында тыуған. Шунда уҡ мәктәптә уҡыған.
1978 йылда Өфө сәнғәт институтының (педагогтары — РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы Р. М. Нурмөхәмәтов, профессор Э. М. Сәйетова) һырлы сәнғәт бүлеген тамамлаған.
80-се йылдарҙа М. Нестеров исемендәге дәүләт художество музейының директоры булып эшләй. Өфөлә йәшәй, 1995 йылдан З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында һынлы һүрәт сәнғәте һәм китап графикаһы кафедраһы доценты.
1975 йылдан СССР Рәссамдар Союзы ағзаһы. 1995 йылдан «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1996). Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2003).
Ҡатыны — Роза Ғаянова — УГАЭС Академияһы галереяһы директоры, «Һәләтле балалар» хәйриә фондының башҡарма директоры.
Рәссамдың әҫәрҙәре М. В. Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт художество музейында һаҡлана (Өфө), Татарстан Республикаһының дәүләт һынлы сәнғәт музейында (Ҡазан), Удмуртия Республикаһының дәүләт һынлы сәнғәт музейында (Ижевск), «Алтын Урҙа» художество галереяһында, «Ҡазан» Республика мәҙәниәт үҙәгенең Заманса сәнғәт музейында (Ҡазан), Ғ. Туҡайҙың мемориаль музейында (Ҡазан).
Күргәҙмәләр
1972 йылдан З. Ғ. Ғаянов республика, зональ, төбәк-ара, төбәк, Бөтә Рәсәй, Бөтә Союз, халыҡ-ара һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнашыусы булған.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала Баҫма графикаһы оҫталары күргәҙмәһе (2011 йыл).
Төп эштәре
Иллюстрациялар: «Башҡорт эпосы»; «Ҡарттың портреттары»; Злобиндың «Салават Юлаев» романына; «Сирень», «Ловля угря», «Ҡарт балыҡсы», «Кис» (акв.); «Иртәнсәк», «Һуңғы ямғыр», «Көн уртаһы», «Йәшел пейзаж», «Яҙғы ямғыр», «Йәйге биҙәктәр», «Бесән сабыу», «Көҙгө пейзаж», «Страда», «Ҡайтыу», «Бесән сабыу сағы» (төҫлө тушь); «Уборочная пора» «Йәй» серияһынан; «Истамбул», «Төркиәләге ҡаласыҡ», «Анҡараға юл», « Босфорҙа» (акварель, ҡағыҙ), «Заливные луга», «Ҡыш башы», «Йәй», «Первый жаворонок», «Предчувствие осени», «Ҡыш» (акварель, ҡағыҙ); «Ҡояшлы көн», «Страдная пора», «Йылы кис», «Таң алдынан», «Картуф йыйыу», «Беренсе ҡар», «Ташҡын» һ. б.
Наградалары
РФ Рәссамдар Союзы һәм халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы I дәрәжә алтын миҙалы, республика конкурс-күргәҙмәләренең, Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар Союзының I дәрәжә дипломы.
Әҙәбиәт
Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа, 1979
История Уфы. Сб. статей, гл. 14. Башкирское книжное изд., Уфа, 1976.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- http://artru.info/ar/31495/
- Ғаянов Зөфәр Ғаян улы (баш.).Башкирская энциклопедия accessdate=2013-12-24.(баш.). Башкирская энциклопедия accessdate=2013-12-24.