peoplepill id: zilfat-raoefovitsj-basirov
ZRB
Russia
6 views today
6 views this week
Zilfat Raoefovitsj Basirov
Russian painter

Zilfat Raoefovitsj Basirov

The basics

Quick Facts

Intro
Russian painter
Places
Work field
Gender
Male
Place of death
Ufa
Age
73 years
The details (from wikipedia)

Biography

Басиров Зилфәт Рәүеф улы (15 сентябрь 1927 йыл — 19 ноябрь 2000 йыл) — скульптор, Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2000) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1977). 1968 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).

Биографияһы

Зилфәт Рәүеф улы Басиров 1927 йылдың 15 сентябрендә Татар АССР-ының Минзәлә кантоны (хәҙер Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы) Иҫке Ҡормаш ауылында тыуған.

1962 йылда Мәскәүҙә урындағы сәнәғәт технологик институтын «скульптура» һөнәре буйынса тамамлаған. Скульптор. Көңгөр, Мәскәү өлкәһе Абрамцев сәнғәт-сәнәғәт училищеһында (1962—1965) эшләгән.

1965 йылдан Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. 1968 йылдан Рәссамдар союзы ағзаһы. КПСС ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1975). Башҡортостан рәссамдары союзы идараһы ағзаһы. 1967 йылдан — республика, декада, зона, бөтә Рәсәй, бөтә Союз һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша.

Зилфәт Рәүеф улы 1985—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Рәссамдар союзы идараһы рәйесе була.

Зилфәт Басиров тарихи шәхестәрҙең портреттарын ижад итә: Салауат Юлаев — халыҡ геройы образы, башҡорт мәғрифәтсеһе Аҡмулла.

2000 йылдың 19 ноябрендә Өфөлә вафат була.

Төп эштәре

  • Василек, шамот, 1963.
  • Агроном, ағас, 1964.
  • Иҫке коммунист Зиннәтуллин, шамот, 1966.
  • Советтар союзы Геройы X. Ахметгалин бюст-һәйкәле, БАССР-ҘЫҢ Учалы районы Сәфәр ауылында, яһалма таш, 1966.
  • Советтар союзы Геройы A. Поповҡа бюст-һәйкәл, уның колхозында. Попов, Бөрө районы, БАССР, гранит, 1967.
  • Революция һалдаты, бетон, 1967.
  • Комдив Ә. Бәхтизин, гипс, 1967.
  • Апассионата, гипс, 1967.
  • Азатлыҡ һалдаты, һәйкәл моделе, гипс, 1968.
  • А. Бәхтизин, баҡырҙан ҡойолған , 1969.
  • Лида, мәрмәр, 1969. Студенттар, ағас, 1969.
  • Айгөл, ағас, 1969.
  • Март, мәрмәр, 1972.
  • Умырзая (Яҙ), мәрмәр, 1972.
  • Табип, гипс, 1974.
  • Шағир, ағас, 1974.
  • Б. Нуриманов, гипс, 1974.
  • Ф. Э. Дзержинский, рельеф, алюминдан ҡойолған, 1974.
  • Чеверевец—Дүртөйлө, Дүртөйлө ауылы, Башҡорт АССР-ы, 1974, баҡырҙан ҡойолған, яһалма таш, 1974.
  • В. И. Ленин Һәйкәле, Уз. ССР-Ы, гранит, 1974,
  • фронтта һәләк булғандарға һәйкәл, Дәүләкән ҡалаһы, БАССР-ҘЫҢ, 1975.
  • Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған 1-се мәктәп уҡытыусыларына һәм сығарылыш уҡыусыларына һәйкәл, Бәләбәй ҡалаһы, БАССР-ҘЫҢ, 1975.
  • B. И. Ленин бюсы, гранит, 1975, БАССР, Өфө районының Ильич колхозында.
  • Һуғыш һәм хеҙмәт геройы Х. Солтанов, гипс то., 1975.
  • Һалдат тост, гипс, 1975.
  • Режиссерҙың портреты.
  • Лек Вәлиев, ағас, 1976.
  • Композитор Н. Сабитов, гипс, 1976.
  • Турғай, гипс то., 1976.
  • Салауат Юлаев, һәйкәл моделе, гипс, 1976.
  • Яҙ, гипс, 1977.
  • В. И. Ленин һәм Н. К. Крупская Өфөлә хушлашалар. , гипс, 1977,
  • Ф. Э. Дзержинский, гипс, 1977.
  • Лана, мәрмәр, 1977.
  • Раушания, ағас, 1977.
  • Коммунист, һәйкәл моделе, гипс, 1977.
  • Өфөлә В. И. Чапаев һәм М. В. Фрунзе, гипс, 1977.
  • Маргарита, гипс то., 1977.
  • Скважина № 100 өсөн декоратив ансамбль , Октябрь ҡалаһы, БАССР, таш, 1977.

Ике ҡатын-ҡыҙ һындары, баҡырҙан ҡойолған, Евтерпа — лирик шиғриәт һәм Терпсихора — бейеүҙәр бағымсылары, Өфө опера һәм балет театры бинаһында ҡуйылған.

Күргәҙмәләр

  • Пермь өлкәһе рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Пермь, 1956.
  • Пермь өлкәһе рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Пермь, 1959.
  • Республика һынлы сәнғәт күргәҙмәһе, Өфө, 1967 й. йәштәрҙән башҡалары.
  • Бөтә Рәсәй халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1961.
  • Зональ күргәҙмә «Социалистик Урал»: Пермь, 1967; Силәбе, 1969; Өфө, 1974.
  • БАССР рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе декадаһында, Мәскәү, Ленинград, 1969 йыл.
  • Өс зонаның рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
  • РСФСР-ҙың автономиялы республикалары рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе , Мәскәү, 1971.
  • Бөтә Рәсәй сәнғәт «Тыуған ил буйлап» күргәҙмәһе , Мәскәү, 1972.
  • Бөтә рәсәй художество «Совет рәсәйе-5» күргәҙмәһе, , Мәскәү, 1975.
  • ГДР-ҙа Галле ҡалаһында БАССР рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, 1975.
  • «Хеҙмәт даны» бөтә Союз хсәнғәт күргәҙмәһе Мәскәү, 1976.
  • Шәхси күргәҙмә, Өфө, 1978.

Әҙәбиәт

  • Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979
  • «Художники народов СССР». Библиографический словарь, т. 1. Изд. «Искусство», Москва, 1970.
  • История Уфы, сб. ст., гл. 14. Башкирское книжное издательство, Уфа, 1976.
  • А. Янбухтина: — «Буклет „3. Басыров“, Башкирское книжное изд., 1974.
  • Ж. „Художник“, 1969, № 4, Пикунова Г. Р.: Песня о Башкирии.
  • Ж. „Художник“, 1978, № 8, Янбухтина А. Г.: О людях Башкирии.
  • Ж. „Юность“, 1971: По залам выставки произведений художников автономных республик РСФСР.
  • Ж. „Ағиҙел“, 1967; № 4: Зилфәт Басиров, скульптор.
  • Ж. „Ағиҙел“, 1967: Геройға һәйкәл.
  • Ж „Ағиҙел“, 1972, № 4: Скульпторҙың оҫтаханаһында.
  • Ж. „Ағиҙел“, 1977, № 9: Таш йырлай…
  • Ж. „Башкортостан кызы“, 1978, № 6: Путешествие в страну красоты.
  • Ж. „Пионер“, 1978, № 8: Оживший камень.
  • Газ. „Правда“, 1969 от 7 сентября: Краски Башкирии.
  • Газ. „Литературная Россия“, 1969, от 22 августа: „Айгуль“.
  • Газ. „Советская культура“, 1969 от 19 августа: Выставка в Академии Художеств СССР.
  • Газ. „Советская культура“, 1969, 4 сентября: Творческая целеустремленность.
  • Газ. „Московская правда“, 1969 от 22 августа: Выставка башкирских художников.
  • Газ. „Moscow News“, 1969, 30 августа: Башкирское искусство.
  • Газ. Freiheit», 1975, 20 мая, ГДР, Галле: Портрет рабочего человека".
  • Газ. «Freiheit» 1975, 21 мая, ГДР, г. Галле: Красота рабочего человека в искусстве.
  • Местная газетная печать («Советская Башкирия», «Совет Башкортостаны», «Кызыл Тан», «Ленинец» и др.).
  • Газ. «Березинковский рабочий», 1948, Март: Работы художников города.
  • Газ. «Звезда», 1958, 25 апреля: По залам Кунгурского музея.
  • Газ. «Искра», 1959, 30 января; Вторая выставка работ художников г. Кунгура.
  • Газ. «Искра», 1959: О выставке камнерезного искусства.
  • Каталог персональной выставки, Уфа, 1978. Автор вступительной статьи Л. Сухова.
  • Каталоги вышеназванных выставок.

Наградалар

  • «Почёт Билдәһе» ордены (1986).
  • М. Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (1992).

Хәтер

Басиров Зилфәт Рәүеф улы тыуған Аҡтаныш районының Иҫке Ҡормаш ауылында скульпторҙың музейы асылды.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Zilfat Raoefovitsj Basirov is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Zilfat Raoefovitsj Basirov
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes