peoplepill id: usein-dzhemilev
UD
Russia
2 views today
2 views this week
Usein Dzhemilev
��овет һәм Рәсәй химик-органигы

Usein Dzhemilev

The basics

Quick Facts

Intro
��овет һәм Рәсәй химик-органигы
A.K.A.
Usein Memetovich Dzhemilev
Places
Work field
Gender
Male
Age
78 years
Awards
USSR State Prize
 
Medal of the Order "For Merit to the Fatherland" II class
 
VN Ipatiev Prize
 
The details (from wikipedia)

Biography

Джемилев Усеин Мәмәт улы (15 май 1946 йыл) — совет химик-органигы, химия фәндәре докторы (1978), профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы (1990), 1991 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Биографияһы

Усеин Мәмәт улы Джемилев 1946 йылдың 15 майында Үзбәк ССР-ы Ташкент өлкәһенең Осман Йосопов ауылында тыуа. 1968 йылда Чимкент ҡалаһында Ҡаҙаҡ химия-технология институтын «Һығылмалы массаларҙың химик технологияһы» специальносы буйынса отличие менән тамамлай (1963—1968). Институттан һуң Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһының Химия фәндәре институтында (Ҡаҙағстан Республикаһы) алкалоидтар химияһы лабораторияһының өлкән лаборанты, инженеры булып эшләй.

1969 йылда СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Химия институтының аспирантураһына инә (ғилми етәксеһе — академик Г. А. Толстиков). 1972 йылда мөҙҙәтенән алда диссертация яҡлай. Кандидатлыҡ диссертацияһының темаһы — «Органик берләшмәләрҙең гидроперекистар менән молибден тоҙҙары тарафынан катализланған окислашыуы».

Аспирантуранан һуң 1972—1977 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Химия институтында нефть химияһы бүлегенең кесе, өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. 1978 йылда «Туйынмаған берләшмәләрҙең күсешле металдар комплексы ҡатнашлығындағы синтезы өлкәһендәге тикшеренеү» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1977 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Химия институтының (Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәге Органик химия институты) каталитик синтез лабораторияһы мөдире була. Бер үк ваҡытта Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһе Башҡортостан фәнни үҙәге Органик химия институтының директор урынбаҫары була.

1992 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Нефть химияһы һәм катализ институтының (2004 йылдың декабренән Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Нефть химияһы һәм катализ институты) директоры. 1993 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Президиумы рәйесе урынбаҫары, 2011 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге рәйесе.

Рәсәй Фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы (1990), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991).

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: металл комплекслы катализ, металл органик химия, нефть химияһы.

Джемилевтың цирконий катализы өлкәһендәге тикшеренеүҙәре яңы йүнәлештең — күсешһеҙ металдарҙың кесе, уртаса һәм гигант металл циклдары химияһы үҫешенә башланғыс һала.

Әлеге ваҡытта Джемилев наноүлсәмле углеводородлы кластерҙар — фуллерендар өлкәһендәге, гигант углеводородлы металл органик һәм гетероатомдары булған макроциклдар синтезы һәм химияһы өлкәһендәге эштәргә етәкселек итә.

Джемилев У. М. «Нефтехимия» һәм «Органическая химия» академик журналдарының мөхәрририәте составына инә, Рәсәй Фәндәр академияһының катализ буйынса һәм нефть химияһы буйынса ғилми советтары ағзаһы.

Живопись әҫәрҙәре йыя, йорт яны участкаһындағы баҡсала эшләргә ярата, сәскә һәм емеш ағастары үҫтерә.

Ғаиләһе: атаһы — Джемилев Мәмәт Әбләким улы, әсәһе — Джемилева Әлимә Сәйдәмәт ҡыҙы, агроном. Ҡатыны — Джемилева Галина Аркадьевна, химик, химия фәндәре кандидаты. Улы — Әсән (1968), эшҡыуар; ҡыҙы — Лиля (1977) — генетик, медицина фәндәре докторы.

Уҡыусылары

Профессор Джемилев етәкселегендә 10 докторлыҡ һәм 70 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған.

Хеҙмәттәре

Джемилев 1500-ләп ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 3 монография авторы; беҙҙең илдә һәм сит илдәрҙә 600-ҙән ашыу патент һәм авторлыҡ уйлап табыуына таныҡлыҡ алған.

  • Металлокомплексный катализ в органическом синтезе. Алициклические соединения / У. М. Джемилев, Н. Р. Поподько, Е. В. Козлова. — М.: Химия, 1999. 648 с.
  • Металлокомплексный катализ в синтезе пиридиновых оснований / Ф. А. Селимов, У. М. Джемилев, О. А. Пташко. — М.: Химия, 2003. 303 с.
  • Алюминийорганические соединения в органическом синтезе. /Г. А. Толстиков, У. М. Джемилев, А. Г. Толстиков. — Новосибирск: Акад. изд. «Гео», 2009. 645 с.
  • Башкортостан-2015: стратегия развития. Концепция долгосрочного социально-экономического развития Республики Башкортостан / Башк. акад. гос. службы и упр. при Президенте Респ. Башкортостан /…Джемилев У. М. и др. Под ред. А. Х. Махмутова. — Уфа, 2004. 440 с.
  • Экономическая энциклопедия регионов России. Республика Башкортостан / Институт социально-экономических исследований Уфимского научного центра /…У. М. Джемилев и др. Под ред. В. И. Шахмалова; том под ред. Р. В. Фаттахова и др. — М.: ЗАО «Экономика», 2004. 639 с.
  • G.A.Tolstikov, U.M.Dzhemilev. Linear and cyclic oligomerization of conjugated dienes catalyzed by transition metal complexes. In: Soviet scientific reviews. Section B. CHEMISTRY REVIEWS. Organic Chemistry. Ed. N.K. Kochetkov and M.E. Vol’pin. GmbH Harwood, Chur-London-Paris-New York, 1985, V. 7, P. 237—295.
  • U.M. Dzhemilev and A.G.Ibragimov. Hydrometallation of Unsaturated Compounds. In: Modern Reduction Methods (Ed. by P. Andersson and I. Munslow), Wiley-VCH Verlag GmbH & Co. KGaA, Wienheim, 2008. P. 437—479.
  • B.B.Snider, I.R.Ramazanov, U.M.Dzhemilev. Ethylaluminum Dichloride. In: e-EROS Encyclopedia of Reagents for Organic Synthesis. John Wiley & Sons, 2008.
  • U.M.Dzhemilev. Catalytic replacement of transition metal atoms in the metallacarbocycles by the atoms of nontransition metals (review). Mendeleev Commun., 2008, V. 18, No.1, P. 1-5.

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

Ракета-космос техникаһы өсөн рекордлы характеристикаларға эйә яңы матдәләр һәм продукттар алыу технологияларын эшләү һәм файҙаланыуға индереү буйынса хеҙмәттәр циклы өсөн СССР Дәүләт премияһы (1990)

«Ватан алдындағы хеҙмәттәр өсөн» II дәрәжә орден миҙалы (Рәсәй Федерацияһы Президентының 1999 йыл 23 август сыҡҡан 1107-се Указы)

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001)

Рәсәй Федерацияһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2004)

«Йөҙ йыллыҡ меценаттары» халыҡ-ара хәйриә фонды Меценатының Алтын Грамотаһы (2005)

Органик химия өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн А. М. Бутлеров исемендәге премия (2009)

Әҙәбиәт

  • Башкирская энциклопедия. т. 4. 2007 г.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Usein Dzhemilev is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Usein Dzhemilev
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes