peoplepill id: sagid-rafikov
SR
Russia
4 views today
4 views this week
The basics

Quick Facts

A.K.A.
Sagid Raufovich Rafikov
Places
Gender
Male
Place of death
Moscow, Russia
Age
79 years
The details (from wikipedia)

Biography

Сәғит Рәүеф улы Рафиҡов (1912—1992) — совет химигы, Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһы академигы (1962), СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1970).

900-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән вуздар өсөн полимерҙар химияһы һәм физик химияһы буйынса илдә беренсе дәреслектәр авторы. СССР Фәндәр академияһының юғары молекуляр берләшмәләр буйынса ғилми советтары ағзаһы (1971 йылдан). СССР Министрҙар Советы (1983) һәм Рәсәй Фәндәр академияһының С. В. Лебедев исемендәге (1992, вафатынан һуң) премияларға лайыҡ булған. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975), Халыҡтар дуҫлығы (1982) ордендары менән бүләкләнгән.

Биографияһы

1912 йылдың 6 (19) апрелендә Ҡайыш ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районы) тыуған.

1937 йылда Ҡазан химия-технология институтын тамамлай. Унан һуң  Ҡазанда синтетик каучук заводында эшләй. 1938—1948 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының органик химия институттарында эшләй. 1948—1954 йылдарҙа — Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһының химия фәндәре институтында. 1954—1967 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһы Элемент-органик берләшмәләр институтында. 

1968—1977 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Химия институты директоры. 1967—1984 — СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Президиумы рәйесе. 

1984 йылдан алып вафатына тиклем СССР Фәндәр академияһының Тәбиғәт фәндәре һәм техника тарихы институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре булып эшләй.  

Төп ғилми эштәре

Сәғит Рәүеф улы Рафиҡов Ҡаҙағстанда юғары молекуляр берләшмәләр химияһына нигеҙ һала.

Уның тарафынан СССР-ҙа тәүләп сүс кеүек полиамидтар синтезлана,  окисландырыу  һәм алкилбензолдарҙың окисландырыусы аммонолизы менән ароматик карбонлы кислоталарҙы һәм уларҙың сығарылмаларын  синтезлау ысулы эшләнә. 

Мономерҙарҙы газ фазаһынан ҡаты өҫлөктәргә радиациялы полимерлаштырыу аша ялғанған сополимерҙар алыу ысулы тәҡдим ителә. 

Сәғит Рафиҡов көсһөҙ ингибициялау теорияһы һәм практикаһының төп положениеларын формалаштыра һәм полимерлашыу процестарын көйләү принциптарын аса. 

Хеҙмәттәре

  • Введение к изучению высокомолекулярных соединений. Москва, Ленинград, 1946.
  • Синтетические смолы и пластмассы. Алма-Ата, 1950.
  • Методы определения молекулярных весов и полидисперсности полимеров. Москва, 1963.

Һылтанмалар

  • [ Рафиҡов Сәғит Рәүеф улы] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
Из БСЭ
Из БСЭ
The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Sagid Rafikov is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Sagid Rafikov
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes