Roeslan Radalevitsj Moechametov
Quick Facts
Biography
Мөхәмәтов Руслан Радаль улы (1975 йылда тыуған) — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының төп солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003).
Биографияһы
Мөхәмәтов Руслан Радаль улы 1975 йылда Өфөлә тыуған.
1993 йылда Өфө хореография училищеһын (Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы) (педагогы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ш. Ә. Тереғолов) тамамлаған.
Руслан Радаль улы 1991 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһында эшләй, 1993 йылдан балеттың төп солисы булып тора.
2007 йылдан алып ул Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында классик бейеү уҡыта, 2010 йылдан алып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет труппаһы педагог-репетиторы.
Репертуары
П. Гертелдең «Тщетная предосторожность» балетында (Колен партияһы) дебюты булды.
Башҡарған ролдәре:
- Арлекин (Н. Сабитов, «Алтын асҡыс сере»)
- Колен (П. Гертель, «Тщетная предосторожность»)
- Гюрн (Х. Левенсхольд, «Сильфида»)
- Альберт, Ганс (А. Адан, «Жизель»)
- Люсьен (Л. Минкус, «Пахита»)
- Базиль, Эспада, Болеро (Л. Минкус, «Дон Кихот»)
- Солор, Ҡол, Индус бейеүе (Л. Минкус, «Баядерка»)
- Шағир егет («Шопениана»)
- Вакх (Ш . Гуно, «Вальпургиева ночь»)
- Франц, Граф, Франт, Вакх (И. Штраус, «Зәңгәр Дунай»)
- Зигфрид, Ротбард, Па-де-труа (П. Чайковский, «Аҡҡош күле»)
- Дезире, Фея Карабос (П. Чайковский, «Спящая красавица»)
- Щелкунчик-принц, Дроссельмейер, Испания, Һиндостан ҡурсаҡтары, Шайтан (П. Чайковский, «Щелкунчик»)
- Гәрәй (Б. Асафьев, «Бахчисарайский фонтан»)
- Тибальд, Меркуцио, Парис, Синьор Капулетти (С. Прокофьев, «Ромео һәм Джульетта»)
- Үгәй әсәй, рус бейеүе (С. Прокофьев «Золушка»)
- Тореро, Хозе, Коррехидор (Ж. Бизе — Р. Щедрин, «Кармен-сюита»)
- Арыҫланбай (Л. Степанов, З. Исмәғилев «Сыңрау торна»)
- Хужа, Әмир (Л. Исмәғилев, «Хужа Насретдиндең»)
- Сур (Л. Исмәғилев, «Арҡайым»),
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003)
- «ТӨРКСОЙ» халыҡ-ара ойошмаһы премияһы лауреаты (2001)