Radis Tutmanov
Quick Facts
Biography
Тотманов Рәдис Нурислам улы (5 август 1953 йыл) — бейеүсе, педагог-хореограф һәм балетмейстер. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
Биографияһы
Рәдис Нурислам улы Тотманов 1953 йылдың 5 авгусында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылында тыуған.
1974 йылда Стәрлетамаҡта Башҡорт мәҙәни-ағартыу училищеһын, 1998 йылда — Рәсәй театр сәнғәте университетын (педагогы Е. П. Валукин) тамамлай.
Эш урыны: 1975 йылдан 1995 йылға тиклем Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй, 1992—1993 йылдарҙа Өфө хореография училищеһында хореография уҡыта, 1996—2000 йылдарҙа — Башҡорт филармонияһы балетмейстеры, 2002—2004 йылдарҙа — Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһы педагог-балетмейстеры.
Хореограф булараҡ, ансамблдә «Башҡорт егеттәре бейеүе» («Джигитовка»), «Рус бейеүе» һ. б. бейеүҙәрҙе ҡуйған.
Тотманов Рәдис Нурислам улы Ҡарағалпаҡ (1976), Яҡут (1978), Татар (1989) АССР-ҙарында үткәрелгән БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә һәм Сыуаш АССР-ындағы БАССР мәҙәниәте көндәрендә (1981) ҡатнаша.
СССР һәм донъя буйлап яҡынса 20 илдә гастролдәрҙә була.
Бейеүҙәре
- «Бөркөткә һунар уйыны» («Игра-охота на беркута»)
- «Бүләк» («Подарок»)
- «Гөлнәзирә»
- «Дуҫлыҡ» («Дружба»)
- «Еҙ үксә» («Медный каблук»)
- «Тимербайҙың улдары» («Сыновья Тимербая»)
- «Өс туған» («Три брата») һәм башҡалар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1988).
- Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (2013).
Һылтанмалар
- Тотманов Рәдис Нурислам улы // Башҡорт энциклопедияһы —Өфө:«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелгән 1 август 2019)
- http://ufa.regionz.ru/index.php?ds=33233