peoplepill id: mirza-myllagulov
MM
Russia
6 views today
8 views this week
Mirza Myllagulov
Russian scientist

Mirza Myllagulov

The basics

Quick Facts

Intro
Russian scientist
Places
Work field
Gender
Male
Place of birth
Burzyansky District, Bashkir Autonomous Soviet Socialist Republic, Russian Soviet Federative Socialist Republic, Russia
Age
84 years
The details (from wikipedia)

Biography

Муллағолов Мирза Ғизетдин улы (20 июль 1938 йыл — 14 февраль 2023 йыл) — ғалим-этнограф. Тарих фәндәре кандидаты (1989). Рәил Кузеев исемендәге премия лауреаты (2009).

Биографияһы

1938 йылдың 20 июлендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында Бибикамал һәм Ғизетдин Муллағоловтарҙың ете балалы ғаиләһендә тыуған. Ауыл мәктәбенең ете класын тамамлай.

1954—1956 йылдарҙа Темәс педагогия училищеһында махсус урта белем ала, был уҡыу йорто ябылғас, 1956—1958 йылдарҙа уҡыуын Белорет педагогия училищеһында дауам итә.

1958—1961 йылдарҙа Төркмән ССР-ы биләмәләрендә танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.

1961—1962 йылдарҙа Бөрйән районында башланғыс кластарҙы тикшереүсе инспектор һәм Нәби башланғыс мәктәбе мөдире булып эшләй.

1962—1967 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетында уҡый.

1967—1968 йылдарҙа Белорет районының Асы урта мәктәбендә уҡыу эштәре мөдире булып эшләй. 1968—1971 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районындағы Бүреҡаҙған урта мәктәбендә тарих уҡытыусыһы була.

1971—1999 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй:

  • 1971 йылдан — кесе ғилми хеҙмәткәр,
  • 1991 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр.

1989 йылда «Башҡорт халыҡ транспорты. XIX—XX быуат башы» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҙа һәм уны Ленинградта уңышлы яҡлап сыға.

1999—2006 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәгендә этнология бүлеге мөдире була.

2006—2016 йылдарҙа — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Р. Ғ. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының алдынғы ғилми хеҙмәткәре булып эшләй.

«Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия» һәм «Башҡорт энциклопедияһы» мәҡәләләренең авторы. «Башҡорттар» («Башкиры», 2016) хеҙмәтенең авторҙашы.

Фән ветераны оҙаҡ ауырығандан һуң 2023 йылдың 14 февралендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1990)
  • Рәсәй Фәндәр академияһының маҡтау ҡағыҙы (1999) — «Рәсәй Фәндәр академияһында күп йыллыҡ емешле хеҙмәт өсөн һәм РФА-ның 275-йыллыҡ юбилейы айҡанлы»
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының маҡтау ҡағыҙы (2006)
  • «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» маҡтау билдәһе (2011)
  • Башҡортостан Фәндәр академияһының Рәил Кузеев исемендәге премияның тәүге лауреаты (2009)

Төп хеҙмәттәре

  • Башкирский народный транспорт в XIX — нач. XX в. Дис. … канд. ист. наук / АН СССР. Ин-т этнографии им. Н. Н. Миклухо-Маклая. — Уфа, 1989. — В 2 т.
  • Башкирский народный транспорт. XIX — начало XX в. / БНЦ УРО РАН. — Уфа, 1992. — 152 с.
  • Лесные промыслы башкир. XIX — начало XX в. / БНЦ УРО РАН. — Уфа, 1994. — 180 с.
  • Башҡорттарҙың урман кәсебе. — Өфө: Башҡортостан Ки­тап нәшриәте, 2000. — 208 бит.
  • Собирательство и рыболовство у башкир / Центр этнологических исследований УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2007. — 158 с.
  • Соколиная охота у башкир / Ин-т этнологических исследований им. Р. Г. Кузеева УНЦ РАН. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2013. — 160 с.
  • Архаичные способы хозяйства у башкир : традиции и новации. — Уфа : Китап, 2014. — 176 с.

Иҫкәрмәләр

  1. Зифа Хәсәнова. Ғалим-этнограф Мирза Муллағолов // Ватандаш. — 2018. — № 7. — С. 109—111. — ISSN 1683-3554.
  2. Муллагулов Мирза Гизитдинович: библиогр. указ. 3-е изд., испр. и доп. / сост. и авт. вступ. ст. Ф. Г. Галиева. — Уфа: ИЭИ УФИЦ РАН, 2018. — 20 с.
  3. Өфөлә билдәле ғалим-этнограф Мирза Муллағолов донъя ҡуйған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 14 февраль 2023 йыл. (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2023)

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Mirza Myllagulov is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Mirza Myllagulov
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes