peoplepill id: ljudmila-tsjekirova
Soviet actress
Ljudmila Tsjekirova
The basics
Quick Facts
Intro
Soviet actress
A.K.A.
Людмила Дмитриевна Чекирова
Places
is
Work field
Gender
Female
Place of birth
Prokopyevsk
Age
74 years
The details (from wikipedia)
Biography
Чекирова Людмила Дмитриевна (18 март 1950 йыл) — опера йырсыһы (лирик драматик сопрано), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2000). Төркмән ССР-ының атҡаҙанған артисы (1991) һәм Төркмән ССР-ының Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1985).
Биографияһы
Людмила Дмитриевна Чекирова 1950 йылдың 18 мартында Прокопьевск ҡалаһында тыуған.
1979 йылда Мәскәү консерваторияһын (Е. И. Шумилова класы) тамамлағандан һуң Махтумкули исемендәге Төркмән опера һәм балет театры солисы булып эшләй (Ашхабад).
1995 йылдан алып — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 2011 йылдан — педагог репетиторы.
Чекирова Людмила Дмитриевна матур тембрлы көслө тауышҡа эйә. Гастролдәр менән Рәсәй, Германия, Польша, Төркиә буйлап йөрөй.
Спектаклдәрҙәге ролдәре
- Чио-Чио-сан (Дж. Пуччини операһы; дебют, Махтумкули исемендәге Төркмән опера һәм балет театры, 1979)
- Аида (Дж. Вердиҙың шул уҡ исемле операһы)
- Ярославна («Князь Игорь», А. П. Бородин)
- Кармен (Ж.Бизеның шул уҡ исемле операһы)
- Шәфәҡ («Ай тотолған төндә») һ. б.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Йәштәр, мәҙәниәт, үҙгәртеп ҡороу» Бөтә союз сәнғәт фестивале дипломанты (Мәскәү, 1988).
- Төркмән ССР-ының Ленин комсомолы премияһы лауреаты (1985).
- Төркмән ССР-ының атҡаҙанған артисы (1991).
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2000)
Һылтанмалар
The contents of this page are sourced from Wikipedia article.
The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Ljudmila Tsjekirova is in following lists
comments so far.
Comments
Credits
References and sources
Ljudmila Tsjekirova