Larisa Abdullina
Quick Facts
Biography
Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙы (28 июль 1975 йыл) — башҡорт шағиры,тәржемәсе, журналист. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар (2007) һәм Журналистар (2002) союздары ағзаһы.Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016), Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2019), Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы (2008), киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһы (2018) һәм Дәүләкән районының Әхиәр Хәкимов исемендәге премияһы (2019) лауреаты.
Биографияһы
Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина (ҡыҙ фамилияһы Ситдиҡова) 1975 йылдың 28 июлендә Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Мәкәш ауылында тыуған.
Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, «Йәшлек» гәзитендә эшләй. Әлеге ваҡытта «Башҡортостан» гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире.
Дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе үҫтереүгә һәм пропагандалауға ҙур өлөш индергәне өсөн Лариса Абдуллина 2015 йылда Өфө ҡала хакимиәте башлығының йыллыҡ премияһына лайыҡ булды.
2016 йылдың сентябрендә әҙипкә «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.
2019 йылдың ноябрендә шағир Дәүләкән районының Әхиәр Хәкимов исемендәге премияһына лайыҡ булды.
2019 йылда «Башҡортостан» гәзитенең ижади коллективы был баҫмала донъя күргән публицистик мәҡәләләре өсөн Лариса Абдуллинаны Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына тәҡдим итте. 11 октябрҙә уның ошо мәртәбәле бүләккә лайыҡ булуыуы тураһында иғлан ителде.
Ижады
Лариса Абдуллина шиғриәте нескә лиризм һәм тәрән философия менән һуғарылған. Уның шиғырҙары эскерһеҙлек, саф күңеллелек һәм ихласлыҡ менән айырыла, уларға сағыу образлылыҡ һәм тел байлығы хас.
2020 йылда Лариса Абдуллинаның шиғри шәлкеме рус телендә нәшер ителгән «Литературная Кабардино-Балкария»» әҙәби-художестволы һәм ижтимағи-сәйәси журналының тәүге һанында донъя күрҙе, уға «Башкавдивизия», «Төштәр», «Соль-Илецк», «Яратам» һәм башҡа әҫәрҙәр ингән. Уларҙы руссаға шағир-тәржемәселәр Мамед Хәлилов, Светлана Чураева, Сергей Янаки тәржемә иткән.
Уҡыусылар менән осрашыуҙары
- 2019 йылдың ғинуар аҙағында Мәскәүҙә «Аҫабалар рухы» тигән баш аҫтында Лариса Абдуллинаның шиғыр кисәһе үтте.
Китаптары
- Һине күргән яҙым: Шиғырҙар. Өфө: Китап, 1997.
- Наҙлы мәлем ҡабатланыр һымаҡ: Шиғырҙар. Дәүләкән, 2003.
- Еләк тәме: Шиғырҙар. Өфө: Китап, 2006.
- Уйлыларҙы уйландырып: Публицистика. Өфө, 2006.
- Тридцать три: Стихи. Уфа, 2009. (рус.)
- Пятый элемент: Стихи. Уфа, 2011. (рус.)
- Йөрәк аҡылы: Публицистика. Өфө: Китап, 2011.
- Балҡантау рухы: Повесть, хикәйәләр. Өфө: Китап, 2015.
Әҙип ваҡытлы матбуғатта
Гәзит һәм журналдарҙағы мәҡәләләре, уның менән әңгәмәләр
- Сафуан Яҡшығолов XIX быуатта уҡ Ҡоролтай программаһын яҙған. «Башҡортостан» гәзите, 2015, 21 ноябрь
- Илгиз Ишбулатов. Кешеләр китап уҡыһа, тормоштағы хаталар ҙа әҙерәк булмаҫ инеме икән (Әңгәмә). «Киске Өфө» гәзите, 2015, № 14.
Ҡәләмдәштәр фекере
- Салауат Әбүзәров. Асылыкүл ҡыҙы. «Башҡортостан» гәзите, 2013, 1 июнь.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһы лауреаты (2018)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016)
- Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (2019)
- Өфө ҡала хакимиәте башлығының йыллыҡ премияһы лауреаты (2015)
- Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2008)
- Дәүләкән районының Әхиәр Хәкимов исемендәге премияһы (2019).
Иҫкәрмәләр
- ↑ В Уфе лучшим работникам Башкортостана вручили государственные награды. ИА «Башинформ», 2016, 30 сентябрь (рус.) (Тикшерелгән 30 сентябрь 2016)
- ↑ В Правительстве Башкортостана отметили лауреатов премий имени Шагита Худайбердина за лучшие произведения в области журналистики за 2019 год. 11 октября 2019 года (рус.) (Тикшерелгән 12 ғинуар 2020)
- ↑ Башҡортостан журналисы һәм шағир ТӨРКСОЙ премияһына лайыҡ булды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 19 февраль (Тикшерелгән 19 февраль 2018)
- ↑ Тел һәм ил именлеге һағында — «Башҡортостан» гәзите, 2015, 17 октябрь
- ↑ Республикала яҙыусы Әхиәр Хәкимовтың 90 йыллығы уңайынан уның исемендәге премия тапшырылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019, 29 ноябрь (Тикшерелгән 29 ноябрь 2019)
- ↑ Определены претенденты на получение премий имени Шагита Худайбердина. Агентство по печати и средствам массовой информации Республики Башкортостан. Официальный сайт. 2 сентября 2019 года (рус.). (Тикшерелгән 12 ғинуар 2020)
- ↑ Стихи Ларисы Абдуллиной опубликованы в журнале «Литературная Кабардино-Балкария». ИА «Башинформ», 6 апреля 2020 года (рус.) (Тикшерелгән 6 апрель 2020)
- ↑ ИА «Башинформ», 28 января 2019 года
- ↑ Баш ҡалала «Балҡантау рухы» исемле фантастик повесть донъя күрҙе."Башинформ" мәғлүмәт агентлығы, 2016, 8 февраль
- ↑ Сафуан Яҡшығолов XIX быуатта уҡ Ҡоролтай программаһын яҙған.«Башҡортостан» гәзит (2015, 21 ноябрь).
- ↑ «Киске Өфө» гәзите, 2015, № 14
- ↑ «Башҡортостан» гәзите. 2013, 1 июнь
- ↑ Фиҙакәр хеҙмәт лайыҡлы баһаланды. «Башҡортостан» гәзите сайты, 2019 йыл, 11 октябрь (Тикшерелгән 11 октябрь 2019)
Сығанаҡтар
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
Һылтанмалар
- Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә
- башҡа сығанаҡтар
- Стихи Ларисы Абдуллиной вновь опубликованы в журнале «Наш современник» рус. «Культурный мир Башкортостана» сайтында мәҡәлә
- Башҡорт дәүләт драма театры актерҙары «Ҡыҙҙар моңо — моңо халҡымдың» исемле тамаша менән сығыш яһаясаҡ