peoplepill id: kamil-zigansjin
KZ
Russia
2 views today
2 views this week
Kamil Zigansjin
Russian writer

Kamil Zigansjin

The basics

Quick Facts

Intro
Russian writer
Places
Work field
Gender
Male
Place of birth
Kandry
Age
74 years
The details (from wikipedia)

Biography

Йыһаншин Камил Фәрухша улы (15 март 1950 йыл) — Башҡортостандың рус телендә ижад иткән яҙыусыһы. 1995 йылдан Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының (2004) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (2012) һәм Степан Злобин исемендәге әҙәби премия (2002) лауреаты.

Биографияһы

Камил Фәрухша улы Йыһаншин 1950 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ының Ҡандра районы Ҡандра-Әмин (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы Ҡандра) ауылында тыуған.

Атаһы Совет Армияһы офицеры вазифаларында хәрби хеҙмәттә булғанлыҡтан, йәшлек йылдары Алыҫ Көнсығышта — Приморье һәм Хабаровск крайҙарындағы хәрби ҡаласыҡтарҙа утә.

1967 йылда «Радиаппаратура конструкторлау һәм етештереү» һөнәре буйынса Алыҫ Көнсығыш политехник институтында уҡый башлай. Студент йылдарында диңгеҙ портында йөк ташыусы һәм кочегар, бер аҙ электрик һәм «Вольный» кит аулау судноһында 2 класлы матрос булып ла эшләй.

Тайгала йәшәгән удэгейҙар янынан көтөлмәгән сәбәптәр арҡаһында ваҡытында ҡайта алмай дәрестәргә ике ай һуңлағаны өсөн институттың 5-се курсынан ҡыуыла. Артабан Владивостокта кочегар булып эшләй.

1973 йылда Горький политехник институтының радиотехник факультетын тамамлай.

1988 йылда Башнефть сәнәғәт берекмәһендә эшләй. 1974—1975 йылдарҙа Хабаров өлкәһендә Лазов промыслаһында эшләй.

1988 йылдан Башҡортостан көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү министрлығында хеҙмәт һала, 1991 йылдан — «ЭХО» ябыҡ акционарҙар берекмәһендә директор, 2001 йылдан Өфө ҡалаһындағы ООО «ШОК» йәмғиәтендә генераль директор вазифаһын башҡара.

2003—2004 йылдарҙа ОАО «Вымпелком» директоры була. 2005 йылдан Мәскәү банкыһының Башкортостандағы филиалының директор урынбаҫары вазифаһын башҡара.

Камил Фәрухша улы Рәсәй буйлап бик күп сәйәхәт итә. Алыҫ Көнсығышты, Көнсығыш Себерҙе, Поляр һәм Көньяҡ Уралды, Кавказды гиҙеп сыға.

Гималайҙа, Непалда, Танзанияла, Занзибар утрауында, Патагонияла, Утлы Ерҙә, Перула, Аляскала, Эквадорҙа, Гватемалала була. Чили, Боливия, Килиманджаро янартауҙарын барып күрә.

2011 йылда Константин Сергеевич Мержоев етәкселегендәге рус географик йәмғиәте ойошторған «Ерҙең утлы билбауы» («Огненный пояс Земли») тип аталған Ер шары тирәләй экспедицияла ҡатнаша.

1975 йылдан Өфөлә йәшәй. Ҡатыны Коскина Татьяна Зиновьевна менән ике ул, өс ҡыҙ үҫтерә.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • Республика ҡырағай хайуандарҙы һаҡлау фондын ойоштороусы һәм рәйесе, 1993 йыл (2005йылдан башлап О. Йыһаншин исемен йөрөтә).
  • «Урман батыры» премияһын булдырыусы.
  • «Өфө һыуһары» премияһын булдырыусы.
  • «Туймазы районының йәш таланттары» премияһын булдырыусы.
  • А. Н. Голстой исемендәге халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр нәфис әҙәбиәте конкурсын ойоштороусы (2005).

Ижади эшмәкәрлеге

Был сәйәхәттәге тәьҫораттарын юлъяҙмаларҙа баҫтыра. «Арараттан Олимпҡа тиклем — донъяға юл» («От Арарата до Олимпа — путь к миру») тигән китап яҙа.

2017 йылда Мәскәүҙең «Престиж Бук» нәшриәтендә «Ретро библиотека приключений и научной фантастики» коллекцияһында Камил Йыһаншиндың повестар китабы баҫылып сыҡты. Уға «Щедрый Буге», «Маха», «Боцман» һәм «Возвращение росомахи» әҫәрҙәре ингән. Әҙип абруйлы һәм дәрәжәле «Библиотека приключений и научной фантастики» серияһында китап сығарған тәүге Башҡортостан яҙыусыһы.

Китаптары

  • «Маха, йәки Һуҫар балаһының тормошо тарихы» («Маха, или История жизни кунички»), 1992.
  • «Йомарт Буге» («Щедрый Буге»), 1996.
  • «Тайга хикәйәләре: повестар», Өфө, 1998.
  • «Боцман»,2002.
  • «Скитниктар» (2004),
  • «Алдан алтыны» романы («Золото Алдана»), 2010.
  • «Ерҙең утлы билбауы» («Огненный пояс Земли»),
  • «Йылмайыуҙар иле» («Страна улыбок»), (201 телдә баҫылып сыҡҡан).
  • «Аргентина» (201 телдә баҫылып сыҡҡан).

Маҡтаулы исемдәре һәм һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004).
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2011).
  • Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2012).
  • С. П. Злобин исемендәге премия (2001).
  • Э.Володин исемендәге «Империя мәҙәниәте» премияһы (2004).
  • Михаил Шолохов исемендәге миҙал (2015).
  • «Мәрхәмәтле лира» («Добрая лира») әҙәби-педагогик конкурс лауреаты (2010).
  • В. Я. Шишков исемендәге премия (2011).
  • Н. С. Лесков исемендәге премия (2011).
  • В. М. Шукшин исемендәге премия (2011).
  • Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы (2011).
  • Ю. С. Рытхэу исемендәге премия (2012).
  • П. П. Ершов исемендәге әҙәби премия.
  • Урал федераль округының Әҙәби премияһы (2019).

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Kamil Zigansjin is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Kamil Zigansjin
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes