peoplepill id: ilis-miniachmetovitsj-jamaletdinov
IMJ
Russia
6 views today
6 views this week
Ilis Miniachmetovitsj Jamaletdinov
Russian painter

Ilis Miniachmetovitsj Jamaletdinov

The basics

Quick Facts

Intro
Russian painter
Places
Work field
Gender
Male
Age
88 years
The details (from wikipedia)

Biography

Ямалетдинов Ильис Миңләхмәт улы (17.11.1936) — биҙәү-ғәмәли сәнғәте өлкәһендәге башҡорт рәссамы. БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1977). Монреалдә Бөтә донъя күргәҙмәһенең алтын миҙалы (1967).Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985). Рәсәй рәссамдар Союзының алтын миҙалы.Өфө сәнғәт училищеһының сәнғәт бүлеге уҡытыусыһы, ағас буйынса һырлау һөнәренә өйрәтә.

Башҡортостандың билдәле символы — «Бал мискәһе менән айыу» — милли брендтың ижадсыһы.

Биографияһы

Ямалетдинов Ильис Миңләхмәт улы 1936 йылдың 17 ноябрендә БАССР-ҙың Дәүләкән ҡасабаһында (хәҙер ҡала) тыуған.

Белеме

В. И. Мухина исемендәге юғары художество-сәнәғәт училищеһы янында ағас эшкәртеү буйынса оҫталар бүлегендә ике йыл уҡый, һуңынан Түбәнге Тагил институтының (Түбәнге Тагил дәүләт социаль-педагогия академияһы) художество-графика факультетында белем ала. Уҡып бөткәндән һуң, йүнәлтмә буйынса, Полтавала эшләй.

Ижади юлы

1960 йылдан алып 14 йыл дауамында Ильис Миңләхмәт улы эшләй Бөрө сәнғәт әйберҙәре фабрикаһында рәссам — һырлаусы булып эшләй. 1974 йылда Өфөгә күсеп килә, «Ағиҙел» Башҡортостан художество берекмәһендә рәссам, баш рәссам булып эшләй.

3 йыл Башҡортостан халыҡтары этнографияһы музейында ғилми хеҙмәткәр, бүлек мөдире булып эшләй.

1974 йылдан Өфөлә йәшәй һәм эшләй.

Ямалетдиновтың әҫәрҙәре Рәсәй халыҡтары этнографияһы дәүләт музейында (Санкт-Петербург), Венгрия этнография дәүләт музейында (Будапешт),М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Әзербайжан халыҡ музейында (Шеки), «Ағиҙел» Башҡортостан художество кәсебе акционерҙар йәмғиәтендә (Өфө), шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

Күргәҙмләре

1964 йылдан — республика, шул иҫәптән махсус (биҙәү-ғәмәли сәнғәт), зона, төбәк, бөтә Рәсәй, бөтә Союз һәм сит ил махсус (биҙәү-ғәмәли сәнғәт, халыҡ кәсептәре) күргәҙмәләре ҡатнашыусыһы.

1969 йылдан 1992 йылға тиклем Ямалетдинов сит ил биҙәү-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәләрендә профессиональ оҫталығын күрһәтеү мастер-кластары менән ҡатнашты (Аргентина, Болгария, Германия, Дания, Ираҡ, Һиндостан, Канада, Польша, Португалия, Америка, Шри-Ланка).

2012 йылдың апрелендә Өфө художество галереяһында Ильис Миңләхмәт улы Ямалетдиновтың 75 йәше тулыу хөрмәтенә биҙәү-ғәмәли сәнғәте һәм һынлы һүрәт сәнғәте (живопись) буйынса күргәҙмә үтте.

Наградалары

Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985), «Халыҡтар дуҫлығы орденлы «Ағиҙел» Башҡортостан художество берекмәһендә халыҡ кәсептәре сәнғәте изделиеларын эшләгәне өсөн».

Рәсәй рәссамдары Союзының күкрәккә таға торған «Духовность. Традиции. Мастерство» Алтын миҙалы эйәһе;СССР-ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең (ВДНХ) миҙалсыһы; «Мастера Большого Урала» халыҡ сәнғәт кәсептәре һәм һөнәрҙәре төбәк күргәҙмәһе дипломанты; Рәсәй мәҙәниәт фондының Башҡортостан филиалы, ағас буйынса һырлау һәм биҙәү оҫталары Өсөнсө Бөтә Рәсәй конкурсы дипломанты.

Әҙәбиәт

  • Башкирская энциклопедия. т. 7. УФа. 2007.
  • БСЭ, т. 3, раздел «Башкирская АССР». Изд. «Советская энциклопедия», Москва, 1970.
  • Г. С. Кушнеровская: Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд. «Советский художник», Москва, 1974.

Ссылки

Иҫкәрмәләр

Ссылки

The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Ilis Miniachmetovitsj Jamaletdinov is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Ilis Miniachmetovitsj Jamaletdinov
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes