peoplepill id: gerald-matyushin
GM
Russia
9 views today
9 views this week
Gerald Matyushin
Russian archaeologist

Gerald Matyushin

The basics

Quick Facts

Intro
Russian archaeologist
A.K.A.
Gerald Nikolayevich Matyushin
Places
Work field
Gender
Male
Place of birth
Ufa, Russia
Place of death
Moscow, Russia
Age
72 years
The details (from wikipedia)

Biography

Матюшин Геральд Николаевич (14 ноябрь 1927 йыл — 7 август 2000 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-археологы. 1961 йылдан СССР Фәндәр академияһы Археология институты ғилми хеҙмәткәре, 1977 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Тарих фәндәре докторы (1988), Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһы ағза-корреспонденты (1992) 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).

Рәсәй археология йәмғиәте рәйесе (1986—2000). Рәсәй археология йәмғиәтенең археология колледжы ректоры һәм рәйесе, Рәсәй халыҡ фәндәр академияһының вице-президенты, Америка археология йәмғиәте ағзаһы.

Биографияһы

Матюшин Геральд Николаевич 1927 йылдың 14 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа.Төньяҡ флоттың Соловецкий утрауындағы юнгалар мәктәбен тамамлағас, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында юғары һөнәри белем алғандан һуң (1952), Өфө мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1961 йылдан — СССР Фәндәр академияһының Археология институтында эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре антропогенез һәм Көньяҡ Уралда таш быуат проблемаларына арналған.

1964 йылда «Башҡортостанда мезолит һәм неолит» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын, 1987 йылда — «Таш быуатта Көньяҡ Урал алды. Етештереү хужалығының үҫеш проблемалары» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Уралда палеолит (Мысовая), мезолит (Янгелька), неолит (Ташбулат I) һәм энеолит (VIII Суртанды) тораҡтарын таба. Ағиҙел, Ағиҙел буйы, Суртанды, Башбулат һәм Йәнгел мәҙәниәттәрен айырып аса. 300-ҙән ашыу фәнни эштәр авторы.

Төп хеҙмәттәре

  • У колыбели истории. М., 1972;
  • Мезолит Южного Урала. М., 1976;
  • Яшмовый пояс Урала. М., 1977;
  • Энеолит Южного Урала. М., 1982;
  • У истоков человечества. М., 1982;
  • Три миллиона лет до нашей эры. М., 1986;
  • Nguon gos loaoi ngioi. Ha noi, 1986;
  • Историческое краеведение. М., 1987;
  • У истоков цивилизации. М., 1992;
  • On the Bound of History // Antiquity RAS. Issue 5. Moscow, 1993;
  • Каменный век Южного Урала. М., 1994;
  • Смена культур, цивилизации и экологические кризисы. М., 1994;
  • Неолит Южного Урала: Предуралье. М., 1996;
  • Археологический словарь. М., 1996;
  • Общество и власть. М., 1997;
  • Тайны цивилизаций: История Древнего мира / Матюшин, Геральд Николаевич. — М.: АСТ-ПРЕСС КНИГА, 2002. — 350 с.: ил. — (Историческое расследование).

Наградалары

2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены(1985), Ушаков миҙалдары (1946, 1992) менән бүләкләнгән.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Матюшин Геральд Николаевич: (1927—2000) // Археологические статьи и материалы. — Тула, 2002. — С. 6.
  • Бурханов А. А. Г. Н. Матюшин и некоторые вопросы деятельности Волго-Уральского центра РАО: (памяти выдающегося ученого) // Древности. — М., 2003. — Вып. 36. — С. 11—26.
  • Петренко А. Г. Г. Н. Матюшин и проблемы становления производящего хозяйства // Древности. — М., 2003. — Вып. 36. — С. 26—30.

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Gerald Matyushin is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Gerald Matyushin
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes