Flyura Kildiyarova
Quick Facts
Biography
Флүрә Килдейәрова, Килдейәрова Флүрә Әхмәтша ҡыҙы (15 ғинуар 1952) — башҡорт опера йырсыһы (сопрано), педагог, Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985).
Тормошо һәм сәхнә эшмәкәрлеге
Флүрә Килдейәрова 1952 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Учалы районының Илсеғол ауылында тыуып үҫкән. 1981 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған.
1981—89 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы була, 1989 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә. — Көйҙәрҙе мин тиҙ отоп ала торғайным, — тип хәтергә ала йырсы. — Радионан тыңлап отоп, хатта Салауат арияһын йырлап йөрөй торғайным. Миңә элек-электән етди музыка оҡшаны, классик ариялар, романстар тыңларға ярата инем. Шуға күрә һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, һис икеләнмәй, йырсы булам, тинем. Сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә алманылар, хор дирижерлығы бүлегенә уҡырға индем. Имтиханда «Таштуғай» менән «Былбылым»ды йырланым.
Флүрә Әхмәтша ҡыҙының репертуарында урыҫ, сит ил, башҡорт һәм татар композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, башҡорт халыҡ йырҙары. Килдейәрованың йырсы булараҡ оҫталыҡ кимәле башҡорт халыҡ йырҙарының классик өлгөһө булған оҙон көйҙө башҡарыуында күренә. Ул Башҡортостаныбыҙҙың ғорурлығы булып тора. — Халыҡ йырҙарын башҡарып, мин бөтә Еропаны — Германия, Бельгия, Голландия, Венгрия, Румыния, Польша, Италия, Франция — буйлап йөрөп сыҡтым, — тип һөйләй Флүрә Килдейәрова. Фольклор программаһы менән Ҡытайҙа, Төркиәлә, Копенгагенда сығыш яһай. Германияла Дрезденда, Лейпцигта, Һаллела була. 2006 йылда Флүрә Килдейәрова үҙ тормошо һәм ижады хаҡында «Урал ынйыһы» китабын сығара.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Килдейәрова Флүрә Әхмәтша ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы —Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Башҡортостандың мәҙәни донъяһы Интернет-портал
- Флүрә Килдейәрова ошо көндәрҙә 60 йәшлек юбилейын билдәләй