peoplepill id: fjodor-maksimovitsj-pavlov
FMP
Russia
3 views today
3 views this week
Fjodor Maksimovitsj Pavlov

Fjodor Maksimovitsj Pavlov

The basics

Quick Facts

Places
Gender
Male
Place of birth
Podgornoye, Republic of Bashkortostan, Russia
Place of death
Davlekanovo, Russia
Age
90 years
The details (from wikipedia)

Biography

Павлов Фёдор Максимович (17 август 1905 йыл — 12 март 1996 йыл) — хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1939—1952 йылдарҙа Дәүләкән МТС‑ы директоры, артабан 1961 йылғаса Дәүләкән район Советы башҡарма комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының икенсе, өсөнсө, дүртенсе, бишенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1947—1963). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).

Биографияһы

Фёдор Максимович Павлов 1905 йылдың 17 авгусында Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙе Подгорное ауылында тыуған.

Белеме— юғары, 1958 йылда [Башҡортостан ауыл хужалығы институты]] тамамлаған.

1927—1929 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хәрби хеҙмәтен үтәй. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1930 йылда Башҡорт АССР-ы Мораҡ улус башҡарма комитеты ҡарамағындағы сәйәси-ағартыу эше буйынса комитеты рәйесе булып башлай. 1931—1934 йылдарҙа «Ураҡ һәм сүкеш» коммунаһы рәйесе, Күгәрсен районы Мораҡ ит совхозының ферма мөдире булып эшләй.

1935 йылдың апрель айында машина-трактор станцияһы һәм совхоз директорҙары әҙерләү буйынса Ленинград курс комбинатында уҡыуын тамамлағандан һуң Башҡорт АССР-ы Дәүләкән районы Асылыкүл машина-трактор станцияһына директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, 1938 йылдың ғинуарында Башҡорт колхоз ауыл хужалығы техникумына уҡырға ебәрелә. 1940 йылдың февраль айынан Дәүләкән машина-трактор станцияһында директор булып эшләй.

Ф. М. Павлов етәкселеге аҫтында машина-трактор станцияһы колхоздарҙы нығытыу, үлән сәсеү баҫыусылығында сәсеү әйләнешен үҙләштереү һәм индереү, игенселек культураһын үҫтереү, ауыл хужалығы культураларының уңышын арттырыу һәм йәмәғәт колхоз малсылығының етештереүсәнлеген күтәреү буйынса ҙур ойоштороу-хужалыҡ эштәре алып бара. Машина-трактор станцияһы колхоздар менән килешеү йөкләмәләрен ваҡытында башҡара. Мәҫәлән, 1946 йылда һәр шартлы трактор тарафынан 649 гектар ер эшкәртелә, был уртаса республика эшләү күләменән 2,5 тапҡырға күберәк була. 1947 йылда һәр трактор инде 791 гектар ер эшкәртә. МТС зонаһы тракторҙары пландан тыш 21 процентҡа һәм 1946 йылға ҡарағанда 60 процентҡа күберәк уңыш ала. Һәр тракторға республика машина-трактор станциялары буйынса 6,4 процентҡа юғарыраҡ әйберләтә түләү тапшырыла. Эшкәртеү күләме, һәр тракторға әйберләтә түләү планын үтәү һәм хеҙмәтләндергән колхоздарҙың уңышы буйынса Дәүләкән машина -трактор станцияһы 1947 йылда республика буйынса I урынды биләй һәм ил буйынса алдынғылар исемлегенә инә.

Хеҙмәтләндергән колхоздарҙа 610 гектар майҙанда һәр гектарынан арыштың уңышын 21,53 центнер алғаны өсөн 1948 йылдың 2 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумының указы менән Ф. М. Павлова Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1952—1961 йылдарҙа Дәүләкән хеҙмәтсәндәр депутаттарының район советы башҡарма комитеты рәйесе, 1961—1965 йылдарҙа Дәүләкән район «Сельхозтехника» бүлексәһе идарасыһы булып эшләй.

1965 йылда Федор Максимович пенсияға китә.

Павлов Фёдор Максимович 1996 йылдың 12 мартында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949
  • Ленин ордены (1948),
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957),
  • миҙалдар,
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1965)

Хәтер

Ф. М. Павлов иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Дәүләкән ҡалаһында бер урам уның исеме менән аталған.

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы

Әҙәбиәт

  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 5. П-С. 2009. −576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Fjodor Maksimovitsj Pavlov is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Fjodor Maksimovitsj Pavlov
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes