peoplepill id: fedor-nikolaevich-pravdin
FNP
Russia
5 views today
5 views this week
Fedor Nikolaevich Pravdin

Fedor Nikolaevich Pravdin

The basics

Quick Facts

Places
Work field
Gender
Male
Place of birth
Moscow, Moscow Governorate, Russian Empire, Duchy of Moscow
Place of death
Moscow, Moscow Governorate, Russian Empire, Duchy of Moscow
Age
79 years
Education
Moscow State University
(-1930)
Awards
Honored Scientist of the RSFSR
 
The details (from wikipedia)

Biography

Правдин Фёдор Николаевич (31 май 1908, Мәскәү — 5 март 1988, шунда уҡ) — совет энтомологы, биология фәндәре докторы, профессор, тура ҡанатлыларҙың систематикаһы буйынса белгес. РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Биографияһы

1908 йылдың 31 майында Мәскәүҙә тыуған.1926йылдан алып 1930 йылға тиклем Мәскәү дәүләт университетыныңбиология бүлегендә уҡый. Үлән ашаусыларҙең баш төҙөлөшө тураһында диплом эше Эрнест Георгиевич Беккер етәкселегеаҫтында башҡарыла, был эше 1932 йылда Зология журналында баҫылып сыға. Университеттан һуң каучук һәм гуттаперчаның Бөтә союзинститутында эшләй.1938 йылда Мәскәү дәүләт университетында«Насекомые как биологический фактор в жизни тау-сагыза в Кара-Тау» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.1940—1941 йылдарҙа РСФСР-ҙың ҡурсаулыҡтары буйынса Баш идаралыҡта эшләй. РСФСР-ҙың ҡурсаулыҡтарындабөжәктәр тикшереүҙе ойоштора.Һуғыш йылдарында артиллерия полкының химия хеҙмәте начальнигы була. 1943 йылда каучуклы үҫемлекинститутында эшләү өсөн кире ҡайтарып алына. 1944 йылдан 1952йылға тиклем институтта үҫемлектәрҙе һаҡлаубүлеген етәкләй. 1949 йылда «Насекомые и сложноцветные растения» темаһынадокторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1952йылдан алып 1973 йылға тиклем В.И. Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институтында зоология һәм дарвинизм кафедраһы профессоры булып эшләй. 1973 йылдан алып 1985 йылға тиклемЭволюцион морфология һәм хайуандар экологияһы институтындаэшләй. 1988 йылдың 5 мартында Мәскәүҙә вафат була.

Фәнни һәм педагогик эшмәкәрлеге

Урта Азия буйлап Малые Барсуки, Семиречье сүллегендә, Ҡаратау һыртында һәм Төркөстан һыртында экспедицияларҙа ҡатнаша, ҡоротҡостарҙың һәм һеркәләндереүселәрҙең комплекстарын өйрәнә. Был тикшеренеүҙәр барышында Азия асалығойроғоноң (тау-һағыҙ ҡоротҡосоноң) үҫемлексәскә атыу ваҡытында миграцияһы ландшафтың геологик үҙгәрештәре менән бәйле булыуын фараз итә. Ул каучуклы үҫемлекорлоҡтарының карантины системаһын төҙөй. Бөжәктәрҙең ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһе үҫемлектәре менән трофик бәйләнештәренең анализын үткәрә. 1950йылдарҙан экологияны һәм тура ҡанатлылар систематикаһын тикшереү буйынса махсуслаша. Мәскәү ортоптерологтар мәктәбен ойоштора.

Правдин лекциялар курсы әҙерләй һәм дарвинизм буйынса беренсе булып лаборатория дәрестәре циклын төҙөй, улар педагогия юғары уҡыу йорттары дәреслектәрендәһәм уҡытыусылар өсөн ҡулланмаларҙа дөйөмләштерелә. Уның етәкселеге аҫтында 20 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана. 1957—1958 йылдарҙа Тиран университетын (Албания) ойоштороуҙа ҡатнаша. Юғары аттестация комиссияһыэшендә эксперт сифатында ҡатнаша. Бюллетень МОИП» һәм «Научные доклады высшей школы, биологические науки» журналдары редколлегияһының ағзаһы була.

Правдин һүрәтләгән таксондар

Фән өсөн тәүге тапҡыр Правдин бөжәктәрҙең бер нисә таксонын тасуирлай, шул иҫәптән:

  • Conophyma zachvatkini Pravdin, 1969
  • Paradrymadusa bucharica Pravdin, 1969
  • Lithoxenus nigrofasciatus Pravdin, 1979
  • Phytomastax elegans Pravdin, 1969
  • Grylloblattina djakonovi kurentzovi (Pravdin & Storozhenko, 1977)

Правдин хөрмәтенә аталған таксондар

Правдин хөрмәтенә бөжәктәрҙең түбәндәге таксондары аталған:

  • Afroconema pravdini Gorochov, 1993
  • Conophyma pravdini Stolyarov, 1968
  • Natula pravdini (Gorochov, 1985)
  • Lyrohagla pravdini Gorochov, 1986
  • Grylloblatella pravdini (Storozhenko et Oliger, 1984)
  • Saxetania pravdini Chernyakhovskij, 1997
  • Gymnogryllus pravdini Gorochov, 1990
  • Pravdiniana Sergeev & Pokivajlov, 1992

Һайланма баҫмалары

100-гә яҡын публикациялар, шул иҫәптән дәреслек һәм монографиялар авторы

Китаптары

  • Правдин Ф. Н. Закономерности формирования новых комплексов вредных и полезных насекомых при введении в культуру сложноцветных растений —М.:МГПИ им. В. И. Ленина, 1957. — 189 б.
  • Правдин Ф. Н. Дарвинизм: Книга для учителя. —М.:Учпедгиз, 1960. — 334 б.
  • Правдин Ф. Н. Дарвинизм —М.:Просвещение, 1968. — 430 б.
  • Мамаев Б. М., Медведев Л. Н., Правдин Ф. Н. Определитель насекомых европейской части СССР —М.:Просвещение, 1976. — Б. 137. — 304 б.
  • Правдин Ф. Н. Экологическая география насекомых Средней Азии —М.:Наука, 1978. — 271 б.
  • Правдин Ф. Н., Мищенко Л. Л. Формирование и эволюция экологических фаун насекомых в Средней Азии —М.:Наука, 1980. — 156 б.

Мәҡәләләре

  • Правдин Ф. Н. Сезонные миграции азиатской уховертки Anechura asiatica Sem. в Каратау // Зоологический журнал. — 1938. — Т. 17. — № 2. — С. 280—286. — ISSN 0044-5134.
  • Правдин Ф. Н. Новые и малоизвестные прямокрылые (Orthoptera) из Средней Азии // Энтомологическое обозрение. — 1969. — Т. 48. — № 3. — С. 586—592. — ISSN 0367-1445.
  • Правдин Ф. Н. Внутривидовая дифференциация и видообразование у насекомых // Зоологический журнал. — 1970. — Т. 49. — № 4. — С. 570—600. — ISSN 0044-5134.
  • Правдин Ф. Н., Стороженко С. Ю. Новый вид гриллоблаттид (Insecta, Grylloblattida) из южного Приморья // Энтомологическое обозрение. — 1977. — Т. 56. — № 2. — С. 352—356. — ISSN 0367-1445.
  • Правдин Ф. Н. Новый вид кузнечиков рода Lithoxenus В.-Bien. (Orthoptera, Tettigoniidae) из Западного Тянь-Шаня // Труды Всесоюзного энтомологичесеого общества. — 1979. — Т. 61. — С. 11—12. — ISSN 0373-1278.

Иҫкәрмәләр

  1. Шарова И. Х. Памяти Ф. Н. Правдина (1908–1988) // Энтомологическое обозрение. — 1989. — Т. 68. — № 2. — С. 435—436.
  2. Гиляров М. С. К 60-летию проф. Ф. Н. Правдина // Энтомологическое обозрение : 47. — 1968. — № 3. — С. 685—687. — ISSN 0367-1445.
  3. Sergeev M. G. The general distribution of Orthoptera in the main zoogeographical regions of North and Central Asia (инг.) // Acta zool, cracov.. — 1993. — Т. 36. — № 1. — С. 53—76.
  4. Чильдебаев М.К., Темрешев И.И., Колов С.В. К биологии кузнечика Lithoxenus heptapotamicus (Pylnov, 1911) (Orthoptera: Tettigoniidae) с обновленным описанием самки и самца // Кавказский энтомол. бюллетень. — 2013. — Т. 9. — № 1. — С. 30–32.
  5. Стороженко С. Ю. Систематика, филогения и эволюция гриллоблаттидовых насекомых (Insecta: Grylloblattida) / Ответственный редактор А. С. Лелей —Владивосток:Дальнаука, 1998. — Б. 183. — 207 б.
  6. Gorochov A. V. A contribution to the knowledge of the tribe Meconematini (Orthoptera: Tettigoniidae) // Zoosystematica Rossica. — 1993. — Т. 2. — № 1. — С. 63—92.
  7. Горохов А. В. К фауне сверчковых (Orthoptera, Grylloidea) Китая // Энтомологическое обозрение. — 1985. — Т. 64. — № 1. — С. 89—109.
  8. Горохов, А.В. Триасовые прямокрылые надсемейства Hagloidea (Orthoptera) // Труды Зоологического ин-та АН СССР. — 1986. — Т. 143. — С. 65—100.
  9. Сергеев М.Г. Тараканосверчок Правдина - Grylloblatella pravdini (Storozhenko et Oliger, 1984) // Красная книга Республики Алтай. Животные. / Под ред. А. В. Бондаренко — 3-е издание. —Новосибирск, 2017. — Б. 43—44. — 368 б. — ISBN 978-5-93809-086-6.
  10. Черняховский М. Е. Новый вид саранчового Saxetania pravdini Tshern., sp. n. (Orthoptera, Pamphagidae) из Бадхыза // Труды Всесоюзного энтомологического общества. — 1979. — Т. 61. — С. 13—15.
  11. Горохов А. В. Новые и малоизвестные таксоны прямокрылых подотряда Ensifera (Orthoptera) из тропиков и субтропиков // Энтомологическое обозрение. — 1990. — Т. 69. — № 4. — С. 820—834. — ISSN 0367-1445.
The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Fedor Nikolaevich Pravdin is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Fedor Nikolaevich Pravdin
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes