peoplepill id: ekaterina-i-kozlova
EIK
Russia
5 views today
5 views this week
Ekaterina I. Kozlova
Russian jurist

Ekaterina I. Kozlova

The basics

Quick Facts

Intro
Russian jurist
Places
Work field
Gender
Female
Place of birth
Moscow, Russia
Place of death
Moscow, Russia
Age
89 years
Education
Moscow State Law University
The details (from wikipedia)

Biography

Козлова Екатерина Ивановна (12 октябрь 1923йыл —9 ғинуар2013йыл) — юрист, совет һәм Рәсәй дәүләт хоҡуғы буйынсабелгес; юридик фәндәр докторы (1974), О.Е. Кутафин исемендәге университеттадәүләтхоҡуғы кафедраһы мөдире һәм профессоры;ике томлы «Государственное право Российской Федерации» дәреслегенең авторҙашы (1993).

Биографияһы

Екатерина Козлова 1923 йылдың октябрендәМәскәүҙәтыуған. Уға ике йәш булғанда, Сит ил эштәре буйынса халыҡ комиссариатында эшләгән атаһын яңы барлыҡҡа килгән Төркиәгә эшкә ебәрәләр; ғаилә Төркиәлә дүрт йыл йәшәй. Икенсе донъя һуғышываҡытында,1941 йылда, Екатерина урта мәктәпте тамамлай һәм Мәскәү станоктар эшләү институтына уҡырға инә.1942 йылда ул, бер төркөм студенттар составында урман әҙерләү эштәренә китә.

1943 йылда Козлова һөнәрен алмаштыра— ул Мәскәү юридик институтына уҡырға инә, 1947 йылда уны уңышлы тамамлай. Юғары белем алғандан һуң, ул юридик институттың аспирантураһына уҡырға инә, ундауның ғилми етәксеһе профессор Степан Кравчук була.Кравчуктың башҡауҡыусыларыараһында буласаҡ профессор Златопольский Давид (аспирантуралаакадемик отпуск алған сағында) була. 1953 йылдың май айында Козлова «Городской Совет депутатов трудящихся»темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай— юридик фәндәр кандидаты була.1951 йылда уҡ ул Мәскәү юридик институтына ҡарағандәүләт хоҡуғы кафедраһындаассистент булып эшләй,кафедра менән — профессор Яков Уманский етәкселек итә.

Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының (Мәскәү юридик институты һәм МДУ-ның юридик факультеты берләштерелә), дәүләт хоҡуғы һәм совет төҙөлөшө кафедраһында ассистент булып бер йыл эшләгәндән һуң,Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу институтына(ВЮЗЯ; бөгөн — Кутафин исемендәге Мәскәү дәүләт юридик университеты) эшкә күсә.Ғүмеренең аҙағына тиклем ошонда эшләй. Шул уҡ ваҡытта Мәскәү ҡалаһы Краснопресненский районының халыҡ судының халыҡзаседателебула.

Профессор Александр Махненко үлгәндән һуң, 1991 йылдан алып 1972 йылға тиклем, Е.И. Козлова ВЮЗИ дәүләт хоҡуғы кафедраһының мөдире була. 1974йылда «Представительные органы как форма выражения воли советского народа»темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап,юридик фәндәр докторы булып китә. 1979—1989йылдарҙа шулай уҡ Мәскәүҙең Бауман районы халыҡ депутаттары советының дүрт саҡырылыш депутаты була.1993 йылда, Советтар Союзы тарҡалғандан һуңКозлова һәм Кутафин«Государственное право Российской Федерации»дәреслеген баҫтырып сығара— китап 2001 йыл өсөн мәғариф өлкәһендәРФПрезиденты премияһына лайыҡ була.

Е.И.Козлова СССР Юғары уҡыу йорттары министрлығыметодик советының дәүләт хоҡуғы секцияһы ағзаһы була;ул Рәсәй Юғары аттестация комиссияһының эксперт составына һәм Рәсәй Дәүләт Думаһырәйесе ҡарамағында ғилми-эксперт советына инә.Бынан тыш, РФ Дәүләт Думаһының хоҡуҡи идаралығы ҡарамағында ойошторолған ижтимағи консультатив советтың һәм Рәсәй Үҙәк һайлауҙар комиссияһы эргәһендә ойошторолған ғилми-методик советтың ағзаһы була. 1995 йылда көсөнә ингән «О гражданстве» федераль законды төҙөүҙә ҡатнаша, һәмРФ Конституция суды тарафынан эштәрҙе ҡарағанда күп тапҡыр эксперт роленды сығыш яһай.

Эштәре

  • «Государственное право Российской Федерации» (1993) — в соавторстве с профессором Олегом Кутафиным; премия Президента РФ в области образования за 2001 год.

Иҫкәрмәләр

  1. Фадеев В. И. Екатерина Ивановна Козлова: классик при жизни // Lex Russica. — 2016. — В. 3 (112). — ISSN 1729-5920.

Әҙәбиәт

  • Современные российские юристы : Кто есть кто в юридической науке и практике : Справочник / Сост. В. Н. Додонов и др. — М. : Юстицинформ, 2001. — 400 с.
  • Памяти Екатерины Ивановны Козловой, профессора Московского государственного юридического университета имени О. Е. Кутафина (МГЮА) / В. И. Фадеев // Государственная власть и местное самоуправление. — 2013. — № 4. — С. 47—48 . — ISSN 1813—1247.
  • Козлова, Екатерина Ивановна. Избранные труды : сборник статей, лекций, тезисов / М-во образования и науки Российской Федерации, Московский гос. юридический ун-т им. О. Е. Кутафина (МГЮА); сост., авт. вступ. ст. Комарова В. В. — Москва : Проспект, 2017. — 304 с.; 22 см; ISBN 978-5-392-23774-6 : 1000 экз.

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Ekaterina I. Kozlova is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Ekaterina I. Kozlova
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes