peoplepill id: boris-izyumsky
BI
Russia
2 views today
2 views this week
Boris Izyumsky
Soviet writer (1915-1984)

Boris Izyumsky

The basics

Quick Facts

Intro
Soviet writer (1915-1984)
Places
Work field
Gender
Male
Place of birth
Volgograd, Russia
Place of death
Rostov-on-Don, Russia
Age
69 years
Education
Rostov State Pedagogical University
Awards
Order of the Red Star
 
Medal "For the Victory over Germany in the Great Patriotic War 1941–1945"
 
Merited Cultural Worker of the RSFSR
 
Order of Saints Cyril and Methodius
 
The details (from wikipedia)

Biography

Борис Васильевич Изю́мский (1915−1984) — рус совет яҙыусыһы, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Волгодонск ҡалаһының маҡтаулы гражданы.

Биография

1915 йылдың 21 февралендә Царицын ҡалаһында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. 1946 йылдан алып ВКП(б) ағзаһы. Әсәһе Анна Борисовна һәм атаһы Василий Иванович царицын гәзите редакцияһында танышҡандар. Атаһы унда корректор, әсәһе ҡулъяҙмаларҙы рецензиялаусы булып эшләгән, шиғырҙар яҙып сығарған. 1917 йылда уларҙың ғаиләһе Таганрогҡа күсеп килә.

Б. Изюмскийҙың бала сағы Таганрогта үтә. 1928 йылда уның атаһы Каргополгә һөргөнгә ебәрелә. Ул һөргөндә ултырғыстар эшләп һатып ныҡ ҡыйынлыҡ менән көн күрә. 1937 йылда тағы ҡулға алына, унда саҡта, аслыҡ иғлан итеп, ашауҙан баш тарта һәм 55 йәшендә вафат була.

Борис Васильевич Таганрогтың А. П. Чехов исемендәге 2-се һанлы гимназияһында һәм 16-сы мәктәптә уҡый. Әсәһе өйөндә репетитор булып эшләп тапҡан аҡсаға йәшәйҙәр. 9 йәшендә пьеса яҙып ҡарай, һуңынан үҙе йәшәгән йортта торған дуҫтары тураһында роман яҙа.

15 йәшендә, мәктәпте тамамлағас, ғаиләнең төп ҡараусыһына әйләнә, сөнки әсәһе ҡаты ауырый башлай.

Таганрог комбайн заводында йөк ташыусы, артабан токарь булып эшләй. Уҡыуын дауам итергә уйлап авиация техникумына уҡырға инә, ләкин ташлап сыға һәм конструктор-четрежсылар курсында уҡый.

Завод юлланмаһы буйынса Ростов дәүләт педагогия институтының тарих факультетына уҡырға инә. Халыҡ дошманы исемен алған һәм аҙаҡ ҡулға алынған шағир Валентин Георгиевич Вартановҡа арналған әҙәби кисәлә ҡатнашҡан өсөн комсомолдан һәм институттан сығарыла. Һуңғараҡ сығарылып ташлауҙың нигеҙләнеүе мәғәнәһеҙ булғанлыҡтан ул институтҡа ҡайтанан ҡабул ителә. Б, Изюмский урындағы гәзиттә яҙыша башлай. Үҙенең фельетондарын һәм шиғырҙарын КарандАш псевдонимы аҫтында баҫтыра.

Тарих факультетын тамамлағас, ул Ростов мәктәптәрендә уҡыта. Медицина хеҙмәтсәндәре янындағы әҙәби түңәрәктә уҡый, бында йәш Солженицын үҙе яҙған шиғырҙарын уҡый. 1941 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә. Кавалерияла, артиллерияла хеҙмәт итә, уҡсылар ротаһы менән командалыҡ итә. 1943 йылда Мелитополь өсөн барған һуғышта яралана. Абганерово өсөн барған алышта танкка ҡаршы орудиеның һәләк булған расчетын алыштыра һәм дошман танкын туралай атып яндыра, был саҡта икенсе тапҡыр яралана һәм контузия ала. Дауаланғандан һуң демобилизациялана һәм 1944 йылда Новочеркасскиҙәге суворов хәрби училищеһына тарих, логика һәм психология фәндәре уҡытыусыһы итеп ебәрелә, бында 1951 йыл бөткәнсе эшләй.

1953—1956 йылдарҙа Новочеркасскиҙә йәшәй. 1956 йылда Новгород ҡалаһына килә һәм өлкә китапханаһында китап уҡыусылар менән осраша.

Һуңғы йылдарҙа Дондағы Ростовта йәшәй, Ростов өлкә яҙыусылар ойошмаһының сәркәтибе, Ростов ҡала халыҡ депутаттары Советының депутаты була, һирәк осрай торған китаптарҙы йыйыу менән шөғөлләнә.

1984 йылдың 6 сентябрендә вафат була һәм Дондағы Ростовта ерләнә.

Борис Васильевич Изюмский ҡәбере һәйкәленә суворов погоны рәүешендәге мемориаль билдә беркетеп ҡуйылған. Был билдә «Российское кадетское братство» Бөтә Рәсәй «Российское кадетское братство» йәмәғәт ойошмаһының Ростовтағы төбәк бүлексәһе үткәргән акция сиктәрендә ҡуйылған

Ижады

1936 йылда баҫылып сыға башлай. Тәүге «Раннее утро» хикәйәләр йыйынтығы 1946 йылда сыға, ике йылдан һуң уға билдәлелек килтергән "Алые погоны " повесы нәшер ителә. 1953 йылда Ленфильм киностудияһында «Алые погоны» повесы буйынса фильм сыға. Премьераһы 1953 йылдың 30 декабрендә үтә. Фильм «Честь товарища» тип атала һәм Рәсәйҙә ҙур уңыш яулай. Уны 20 млн-ға яҡын тамашасы ҡарай. Фильмда Ҡыҙыл Армияның буласаҡ командирҙарының холҡон тәрбиәләү кәүҙәләндерелә.

Борис Изюмский — «Тимофей с Холопьей улицы» (Бөйөк Новгородтың XIII быуаттағы тормошо), «Бегство в Соколиный бор» (Девичья гора), «Град за Лукоморьем», «Зелен-камень» тарихи повестарының авторы. Уның «Нина Грибоедова» повесы Нина Грибоедованың (Александр Сергеевич Грибоедовтың ҡатыны) мөхәббәт тарихы тураһында һөйләй.

рус-төрөк һуғышында Болгарияны азат итеү тураһындағы «Плевенские редуты» романы өсөн яҙыусы «Кирилл һәм Мефодий» ордены менән бүләкләнә.

Б. Изюмский шулай уҡ дон яҙыусылары һәм шағирҙары Виталий Александрович Закруткин, Петр Васильевич Лебеденко, Юрий Алексеевич Дьяконов, Александр Александрович Рогачёв, Константин Владимирович Русиневич, Владимир Семёнович Моложавенко,Иосиф Михайлович Юдовичтарҙың тормошо һәм ижады тураһында мәҡәләләр яҙа.

Хәтер

  • Новочеркасскиҙың Бакланов проспекты, 15-се йорто стенаһында таҡтаташ ҡуйылған, унда : «Был йортта 1953—1956 йылдарҙа совет яҙыусыһы Борис Васильевич Изюмский (1915—1984) йәшәгән — тип яҙылған».

Наградалары һәм исемдәре

  • «Ҡыҙыл йондоҙ» ордены (6.11.1945)
  • миҙалдар
  • Кирилл һәм Мефодий ордены (Болгария).
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре РСФСР (15 октябрь, 1975)
  • Волгодонск ҡалаһының маҡтаулы гражданы

Әҫәрҙәре

  • Алые погоны, 1948—1954;
  • Ханский ярлык, 1952;
  • Девичья гора, 1961;
  • Девять лет,1966-(книга первая: «Море для смелых», книга вторая: «Леокадия Алексеевна»)
  • Нина Грибоедова, 1970;
  • Плевенские редуты, 1976.
  • Бегство в Соколиный бор
  • Соляной шлях
  • Град за лукоморьем
  • Тимофей с Холопьей улицы
  • Зелен-камень, 1985.
  • От марта до марта: Повесть о Георгии Димитрове, 1985.
  • Путь к себе. Отчим, 1979.
  • Дальние снега.
  • Спутник мой незримый, 1981.
  • Призвание, 1965.
  • Небо остается, 1984.

Фильмография

  • «Честь товарища»]], 1953, СССР, «Ленфильм». «Алые погоны» повесы буйынса. Режиссёры Николай Иванович Лебедев.
  • «Алые погоны» (3 сериялы), 1980, СССР, Довженко исемендәге киностудия . «Алые погоны» повесы мотивтары буйынса. Режиссёры Олег Гойда.

Әҙәбиәт

  • Ҡалып:Книга:Писатели Советского Дона 1958
  • Ҡалып:Книга:Писатели Дона 1976
  • Ҡалып:Книга:Писатели Дона 1986
  • Ҡалып:РДП
  • Джичоева Е. Г. Два лика времени: Очерк жизни и творчества Б. В. Изюмского. — Ростов-н/Д, 1988.

Иҫкәрмәләр

  1. Изюмский Б. Мои вечера (детали жизни) // Ковчег Кавказа. — 2009. — № 27.
  2. Литературная карта Новгородской области
  3. Установлен суворовский погончик на памятнике Борису Изюмскому
  4. Мемориальные доски Новочеркасска
  5. Ревенко Л. В. Изюмский Борис Васильевич // Энциклопедия Таганрога. — Ростов-на-Дону: Ростиздат, 2003. — 512 с. — ISBN 5-7509-0662-0.

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Boris Izyumsky is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Boris Izyumsky
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes