Badretdinov Yagafar Zaynagetdinovich
Quick Facts
Biography
Бәҙретдинов Йәғәфәр Зәйнәғетдин улы (12 февраль 1912 йыл — 16 июнь 2001 йыл) — финансы-иҡтисадсы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1974). Бөйөк Ватан һуғышы яугире, 24-се гвардия уҡсылар дивизияһында Госбанктың 867-се һанлы ялан кассаһы начальниге, интендант хеҙмәтенең гвардия өлкән лейтенанты. ВКП(б)-КПСС ағзаһы (1941). Стәрлетамаҡ өлкә Советы Башҡарма комитеты сәркәтибе (1952—1953). Бәҙретдинов Ратмир Сәрүәр улының туғаны.
Биографияһы
Йәғәфәр Зәйнәғетдин улы Бәҙретдинов 1912 йылдың 12 февралендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Оло Ҡошсо волосы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы) Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. Ейәне Олег Купцов үҙенең хәтирәләрендә Йәғәфәрҙең 1914 йылдың 17 апрелендә тыуыуы һәм рәсми документтарҙа ике йыл өҫтәлеүе тураһында аңлата.
1920 йылда атаһы Зәйнәғетдин Граждандар һуғышында, 1921 йылда әсәһе Гөлйыһан аслыҡтан үлә. Йәғәфәр менән бер туған һеңлеһе Ғәлиә йәтим ҡалалар.
1922—1927 йылдарҙа хәлле крәҫтиән Хафизовтарҙа көнләксө булып, ауыл көтөүен көтөп йән аҫрай.
1927—1930 йылдарҙа Дыуан-Мәсетле ауылының II баҫҡыслы мәктәбендә уҡый, мәктәп янындағы балалар йортонда тәрбиәләнә.
1930 йылда, мәктәпте тамамлағандан һуң, Оло Ҡыҙылбай ауылы мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрелә. Бер үк ваҡытта шул йылды Өфө рабфагын тамамлай.
1931 йылда Ҡазан совет төҙөлөшө һәм хоҡуҡ институтына уҡырға инә һәм 1933 йылда тамамлай.
1933 йылда Башҡорт АССР-ының Үҙәк Башҡарма Комитеты (ҮБК/ЦИК) Президумында инструктор булып эш башлай.
1934 йылдың ноябрендә Ҡыҙыл Армия сафына хеҙмәткә алына, 1935 йылдың декабрь айына тиклем Ырымбур ҡалаһында танк ғәскәрҙәренең бер йыллыҡ полк мәктәбендә уҡый һәм кесе лейтенант званиеһында демобилизациялана. Хәрби хеҙмәттән һуң элекке эшендә, Башҡорт АССР-ының Үҙәк Башҡарма Комитеты (ҮБК/ЦИК) Президумында инструкторы вазифаһында эшен дауам итә.
1937 йылдың февраль айында был эшенән китә һәм Башҡорт АССР-ы Финанс министрлығының Гострудсберкассалар һәм Госкредит идаралығы юристконсульты булып эшкә урынлаша. Шул уҡ йылдың ноябрь айында оператив бүлек начальнигы итеп тәғәйенләнә.
1939 йылда Росглавкассы янындағы өс айлыҡ курсттарҙа уҡып ҡайта һәм 1941 йылдың апрель айында идаралыҡ начальнигы урынбаҫары итеп үрләтелә.
1941 йылдың июль айында һуғышҡа алына, шул йылдың август айынан 1943 йылдың июль айына тиклем Японияға ҡаршы торған Ҡыҙыл байраҡлы Алыҫ Көнсығыш фронтында хеҙмәт итә. 1942 йылдың апрель- 1942 йылдан Сталинград (08.1942—01.1943), Көнъяҡ (01.1943—03.1943), 4-се Украина (03.1943—06.1944), 1-се Балтика яны (06.1944—12.1944), 3-сө Белоруссия (01.1945—05.1945) фронттарында хәрби хәрәкәттә ҡатнаша. Ҡыҙыл Армия сафында 1946 йылдың май айына тиклем хеҙмәт итә.
1946—1954 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Финанс министрлығының Гострудсберкассалар һәм Госкредит идаралығы начальнигы урынбаҫары, оператив бүлек начальнигы (01.01.1948—05.06.1949) булып эшләй.
Шул уҡ арауыҡта Башҡорт АССР-ы халыҡ депутаттарының Стәрлетамаҡ өлкә Советы башҡарма комитеты сәркәтибе (1952—1953) булып эшләй.
1954—1956 йылдарҙа Ленинград финанс академияһының көндөҙгө бүлегендә уҡый һәм тамамлай.
1956—1980 йылдарҙа Өфө ҡала Советы башҡарма комитетының финанс бүлеге мөдире булып эшләй.
1980-се йылдан хаҡлы ялда.
2001 йылдың 16 июнендә Өфө ҡалаһында вафат була. Өфө ҡалаһының мосолмандар зыяратында ерләнгән.
Наградалары һәм бүләктәре
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1974)
- Өфө ҡалаһының "Почёт Китабы"на индерелгән (1972)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1971)
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- «За боевые заслуги» (1945)
- «За оборону Сталинграда» ()
- «За взятие Кенигсберга» ()
- «За победу над Германией» ()
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы (1965)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы (1975)
- «Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы. Маҡтаулы хеҙмәт өсөн» юбилей миҙалы (1970)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы (1985)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы (1995)
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
- «СССР ҡораллы көстәренә 50 йыл» юбилей миҙалы (1967)
- «СССР ҡораллы көстәренә 60 йыл» юбилей миҙалы (1977)
- «СССР ҡораллы көстәренә 70 йыл» юбилей миҙалы (1987)
- Георгий Жуков миҙалы (1996)
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
- Ейәне Олег Купцовтың хәтирәләре. ЖЖ сайтында
- Ғәилә фотоальбомы. ЖЖ сайтында