peoplepill id: artoer-aleksandrovitsj-rean
AAR
Russia
5 views today
5 views this week
Artoer Aleksandrovitsj Rean
Soviet psychologist

Artoer Aleksandrovitsj Rean

The basics

Quick Facts

Intro
Soviet psychologist
Places
Work field
Gender
Male
Place of birth
Ufa, Russia
Age
67 years
The details (from wikipedia)

Biography

Реан Артур Александрович (8 март 1957 йыл) — ғалим-психолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре; Психология фәндәре докторы (1992), профессор (1994), Рәсәй авторҙар йәмғиәтенең ағза-корреспонденты (1996), Рәсәй авторҙар йәмғиәтенең психология һәм йәш физиологияһы бүлексәһенең академигы (2016). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).

Биографияһы

Артур Александрович Реан 1957 йылдың 8 мартындаӨфө ҡалаһында тыуған.

1979 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм А. А. Жданов исемендәге Ленинград университетының психология факультетына стажер-тикшеренеүсе итеп алына. Бер йыллыҡ стажировка үткәндән һуң, 1980 йылда ошо уҡ университеттың аспирантураһына уҡырға инә һәм 1983 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Бынан ары Башҡорт дәүләт университетында ассистент булып, артабан психология кафедраһында доцент, өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, аҙаҡтан Бөтә Союз профессиональ-техник белем биреү ғилми-тикшеренеү институтында педагогик психология лабораторияһы мөдире (Ленинград) була. 1992 йылда Ленинград университетының психология факультетында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Һуңынан Санкт-Петербург дәүләт университетының дөйөм психология кафедраһында профессор булып эшләй; психология факультеты деканының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары була. 1996 йылда Рәсәй авторҙар йәмғиәтенең ағза-корреспонденты итеп һайлана.1998 йылда Санкт-Петербург университетының психология факультетында шәхес педагогикаһы һәм психологияһы кафедраһын булдыра, уның беренсе мөдире итеп һайлана. 2000—2004 йылдарҙа — РФ президенты ҡарамағындағы Рәсәй Академияһының дәүләт хеҙмәте (Мәскәү) профессиональ эшмәкәрлек акмеология һәм психология кафедраһында профессор. 2004 йылдан — Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәскәү университетында психология кафедраһы профессоры, бер үк ваҡытта (2006 й.) — Федераль социаль проекттың башҡарма директоры һәм ғилми етәксеһе. 2016 йылда Рәсәй авторҙар йәмғиәтенең академигы итеп һайлана.

Фәнни эшмәкәрлеге

А. А. Реандың тикшеренеү эштәре шәхес психологияһы, педагогик психология, асоциаль һәм делинквент тәртип һәм уның превенцияһы психологияһы, агрессия психологияһы, социаль етемлектең кире эҙемтәләре проблемаларын бөтөрөү, шәхестең социализацияһы һәм социаль өлгөргәнлек психологияһы, шәхестең социаль адаптация психологияһы өлкәләренә ҡағыла.

Яңы ғилми йүнәлешкә — социаль педагогик психологияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе була (Я. Л. Коломинский менән берлектә).

Нәшер ителгән 350 хеҙмәт, шул иҫәптән, шәхес психологияһы, социаль, юридик һәм педагогик психология проблемаларына ҡағылған 20 монография, дәреслектәр һәм китаптар авторы.

Бер нисә комплекслы ғилми-ғәмәли программа етәксеһе һәм төҙөүсеһе, улар араһында иң әһәмиәтлеләре «Йәштәрҙең наркотизм һәм асоциаль тәртибен профилактикалау» (1998—2001), «Агрессив тәртип психологияһы» (Президент гранты, 1997—1999), «Балалыҡты социаль яҡлау» (2000—2002), «Хәүеф төркөмө ғаиләләре һәм балалары» (2002—2006), «Ныҡлы ғаилә» (2006—2011).

М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты янындағы (социаль психология һәм үҫеш психологияһы буйынса) һәм РФ Эске эштәр министрлығының Мәскәү университеты янындағы (педагогика һәм хеҙмәте психологияһы) диссертация советтары ағзаһы. Ауыр тормош хәленә тарыған балаларға Ярҙам фондының дөйөм Рәсәй эксперт советы ағзаһы була. Оҙайлы ваҡыт дауамында РФ Юғары аттестация комиссияһының педагогика һәм психология буйынса эксперт советы ағзаһы, аҙаҡ уның рәйес урынбаҫары вазифаһында була.

Педагогик психология буйынса докторлыҡ советының рәисе, шулай уҡ Санкт-Петербург дәүләт университетының социаль психология советының рәисе урынбаҫары, А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университетның, Рәсәй Фәндәр академияһының Психология институты, РФ Президентының Рәсәй Академияһы дәүләт хеҙмәте янындағы докторлыҡ диссертацияһы советтарының ағзаһы була.

А. А. Реан — шәхес психологияһы һәм социаль педагогик психология өлкәһендәге ғилми мәктәпкә нигеҙ һалыусы. Был ғилми мәктәптең танылған вәкилдәре араһында — психология фәндәре докторҙары, профессорҙар: А. А. Баранов (Удмурт дәүләт университетының Психология һәм педагогика институты директоры, Ижевск), С. Н. Костромина (Санкт-Петербург университетының психология факультеты деканы урынбаҫары), А. Р. Ҡудашев (Башҡортостан Президенты янындағы дәүләт хеҙмәтенең Башҡорт Академияһы идаралығы һәм менеджменты психологияһы кафедраһы мөдире, Өфө), В. М. Минияров (Волга буйы дәүләт социаль-гуманитар академияһы мәғарифының психология кафедраһы мөдире, Һамар), В. Л. Ситников (Санкт-Петербург юл элемтәһе дәүләт университетының психология һәм социология кафедраһы мөдире), И. Н. Симаева (И. Кант исемендәге Балтика федераль университетының психолгия факультеты деканы, кафедра мөдире, Калининград), В. Л. Цветков (Рәсәй Эске эштәр министрлығы Мәскәү университетының юридик психология кафедраһы начальнигы).

2000—2004 йылдарҙа «Бала саҡ донъяһы» журналының мөхәрририәт советы рәйесе була. Түбәндәге журналдарҙың мөхәрририәт советы ағзаһы:

  • Российского психологического журнала (с 2005),
  • «Вестник практической психологии образования» (с 2005),
  • «Вестник Российского госуниверситета им. И. Канта» (с 2007),
  • «Вестник Фонда помощи детям в трудной жизненной ситуации» (с 2009),
  • «Защити меня» (с 2011),
  • «Психопедагогика в правоохранительных органах»,
  • «Вестник Московского университета МВД России»

Һайланма хеҙмәттәре

  • Общая психология и психология личности / Под ред. А. А. Реана —М.; СПб., 2007.
  • Психология девиантность. Балалар. Йәмғиәт. Закон. / Под ред. а. Реан. — М., 2016.
  • Психология подростка / Под ред. А. А. Реана —М.; СПб., 2003, 2007.
  • Психология человека от рождения до смерти / Под ред. А. А. Реана —М.; СПб., 2001, 2004.
  • Реан А. А. Психология изучения личности —СПб., 1999.
  • Реан А. А. Психология личности : Социализация, поведение, общение —М.; СПб., 2004.
  • Реан А. А., Бордовская Н. В., Розум С. И. Психология и педагогика —СПб., 2000, 2008.
  • Реан А. А., Коломинский Я. Л. Социальная педагогическая психология —СПб., 1999, 2008.
  • Реан А. А., Кудашев А. Р., Баранов А. А. Психология адаптации личности —СПб., 2002. || {{{заглавие}}} —М.; СПб., 2006.
  • Семья: психология, педагогика, социальная работа / Под ред. А. А. Реана —М., 2009.
  • А. Реан шәхес психологияһы. — СПб., 2013.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • социаль ауыр холоҡло балалар менән эшләү буйынса Европа ассоциацияһының идара ағзаһы һәм эксперты (ENSCW, Брюссель, Бельгия, 1998—2004);
  • РФ-ның Йәштәр һәм спорт буйынса Федерация советы ҡарамағындағы консультатив комиссия ағзаһы (2003—2004);
  • РФ мәғарифының психологтары Федерацияһы президиумы ағзаһы (2003);
  • РФ мәғарифының психологтары Федерацияһының бәлиғ булмағандарҙың социаль һәм психологик проблемалары секцияһы етәксеһе (2004 йылдан);
  • РФ Мәғариф министрлығының уҡыу-уҡытыу -методик берләшмәһенең базалы белем биреү буйынса ғилми-методик советының Президиумы ағзаһы (1998);
  • М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының психология факультетының аттестация комиссияһы рәйесе (2002—2007);
  • Ауыр тормош хәленә тарыған балаларға ярҙам күрһәтеү буйынса Федераль фондтың эксперт советы ағзаһы (2009);
  • РФ Федерация советы рәйесе урынбаҫары ярҙамсыһы (2006—2009);
  • Рәсәй авторҙар йәмғиәтенең ғаилә һәм балалыҡ мәсьәләләре буйынса Федераль ғилми-координация советы рәисе (2014);
  • педагогика һәм психология буйынса Юғары аттестация комиссияһы советы ағзаһы;
  • РФ-ның Федерация Советы янындағы РФ субъекттарын социаль инновациялары буйынса совет ағзаһы (2015);
  • Рәсәй психология йәмғиәтенең ғаилә һәм бала саҡ психологияһы секцияһының етәксеһе (2016).

Наградалары

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).
  • Г. И. Челпанов исемендәге 1-се дәрәжә «Психология фәнен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» миҙалы (2007).
  • Рәсәй Эске эштәр министрлығының иҫтәлекле миҙалы (Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәскәү университеты) (2012).
  • «Алтын Психея» Милли психологик конкурсының «Психологик белем биреүҙең иң яҡшы проекты», «Психология фәненең иң яҡшы проекты», «Психологик белем биреүҙәге йыл шәхесе» номинациялары лауреаты 2002, 2003, 2006 йылдар.
  • 2007 йылда «Бала саҡ психологияһы» китабы Бөтә Рәсәй психологик баҫмалар конкурсының «Психология буйынса иң яҡшы дәреслек» номинацияһы лауреаты (РФ Мәғариф министрлығы һәм РФ мәғарифы психологтары федерацияһының конкурсы).
  • РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы рәйесенең рәхмәт хаты (2016 йылда).
  • Рәсәй Мәғарифы академияһының Почёт грамотаһы (2017 йыл).
  • «Алтын Психея» милли психологик конкурсының «Психология буйынса йыл китабы» номинацияһы еңеүсеһе (2016 йылда).

Иҫкәрмәләр

  1. «Крепкая семья»
  2. Архив конкурса «Золотая Психея» 2006 (Тикшерелгән 9 март 2012)(Проверено 9 марта 2012)

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Artoer Aleksandrovitsj Rean is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Artoer Aleksandrovitsj Rean
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes