peoplepill id: alexey-e-natashev
AEN
Russia
4 views today
4 views this week
Alexey E. Natashev
Russian jurist

Alexey E. Natashev

The basics

Quick Facts

Intro
Russian jurist
Places
Work field
Gender
Male
Place of birth
Sheksninsky District, Russia
Age
70 years
The details (from wikipedia)

Biography

Наташев Алексей Емельянович (12 август 1928 , Большая Дьяконовская ауылы, Шекснинский районы,Вологда өлкәһендәтыуған,, юрист, совет енәйәт һәм енәйәт төҙәтеү хоҡуғы, шулай уҡкриминология белгесе; Ленинград дәүләт университетынтамамлаған (1951), юридик фәндәр докторы, диссертацияһын совет холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт ҡануниәте тураһында яҡлаған (1973);СССР Эске эштәр министрлығы академияһының яза башҡарыуҙы үтәүсе органдар менән идара итеү кафедраһының профессоры һәм начальнигы; криминология һәм енәйәт иҫкәртеү ойошмалары кафедраһы профессоры.

Биографияһы

Алексей Наташев Оло Дьяконовский ауылында тыуған. Был ауыл Вологда өлкәһе Шекснинский районы территорияһында (шул йылдарҙа Вологда губернаһы) урынлашҡан. Урта белем алғас, ул А. А. Жданов исемендәге Ленинград дәүләт университетына уҡырға инә һәм уны 1951 йылда тамамлай. Юғары белем алғас, Бөтә Союз юридик фәндәр институтының (бөгөн — Рәсәй ҡануниәтен һәм хоҡуҡ институты)аспирантураһына уҡырға инә.

1960 йылда Наташев аспирантураны тамамлай һәм ике йылдан һуң, РСФСР эске эштәр министрлығы Юғары мәктәбендә ғилми етәксеһе профессор Борис Утевский етәкселеге аҫтында «Наблюдательные комиссии и их роль в осуществлении советской исправительно-трудовой политики» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай — юридик фәндәр кандидаты була. 1973 йылда шулай уҡ Эске эштәр министрлығы Юғары мәктәбендә «Теоретические основы советского исправительно-трудового законодательства (задачи, сущность и применение)» темаһына докторлыҡ диссертацияһыяҡлай — юридик фәндәр докторы булып китә.

ЙылдаСССР тарҡалғас, 1987-1993 йылдарҙа Наташев СССР Эске эштәр минстрлығы академияһында яза башҡарыуҙы үтәүсе органдар менән идара итеү кафедраһы начальнигы була (бөгөн — Рәсәй Эске эштәр министрлығы идаралығы академияһы). Һуңғараҡ, 1993-1997 йылдарҙа, ул шул уҡ академияға ҡараған криминология һәм енәйәт иҫкәртеү ойошмалары кафедраһы профессоры булып тора. Эске хеҙмәт полковнигы була. 1999 йылдың 30 июнендә вафат була.

Эштәре

Алексей Наташев йөҙ илленән ашыу ғилми эш, шул иҫәптән бер нисә монографияларҙың авторы һәм авторҙашы булып тора;холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт (енәйәт-башҡарма), криминология мәсьәләләре менән шөғөлләнә , яза башҡарыу органдары эшмәкәрлеге менән идара итеү проблемаларын өйрәнә. Рәсәйҙең тәүге йылдарында, ул 1930-1950 йылдарҙа үткән совет сәйәси репрессия ҡорбандарын реабилитациялау процесында ҡатнаша; иректән мәхрүм итеү урындарындазаконлылыҡтың үтәлешен күҙәтә (енәйәт иҫкәртеү ойошмалары менән холоҡ төҙәтеү учреждениеларында):

  • «Основы теории исправительно-трудового права» (1967);
  • «Советская исправительно-трудовая система» (1983);
  • «Управление органами, исполняющими наказания» (1983);
  • «Советская исправительно-трудовая политика и ее реализации в деятельности органов внутренних дел» (1985).

Иҫкәрмә

Әҙәбиәт

  • Видные ученые-юристы России (Вторая половина XX века) : энцикл. словарь биографий : по состоянию на 1 авг. 2004 г. / Рос. акад. правосудия; под ред. В. М. Сырых. — Москва : Рос. акад. правосудия, 2006. — 547 с. : портр.; 30 см; ISBN 5-93916-056-5.
  • Выдающиеся ученые-пенитенциаристы России второй половины XX века: Биографический сборник / Под общ. ред.: Селиверстов В. И. — М.: НИИ ФСИН России, 2009. — 144 c.

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Alexey E. Natashev is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Alexey E. Natashev
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes