Aleksandr Suichmezov
Quick Facts
Biography
Александр Михайлович Суичмезов (16 август, 1911 йыл, Ростов өлкәһе Усть-Белокалитвенская станицаһы — 25 ғинуар, 1986 йыл, Дондағы Ростов) — совет яҙыусыһы, «Дон» журналы баш мөхәррире (1975—1986). РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1967)
Биографияһы
Ростов өлкәһенең Усть-Белокалитвенская станицаһында 1911 йылдың 16 авгусында тыуа. Бала сағы һәм йәшлек йылдары Северский Донец йылғаһы ярҙарында урынлашҡан станицаларҙа үтә.
Мәктәпте Каменская станицаһында тамамлай, артабан — Ростов педагогия институтында уҡый.
1924 йылда «Красный шахтер» гәзитендә әҫәрҙәрен башлап баҫтыра. 1930 йылда уның илдә барған коллективлаштырыу тураһындағы ваҡиғаларҙы һүрәтләүсе «В талах» тигән хикәйәһе баҫылып сыға.
1931 йылда А. Суичмезов үҙәк «Крестьянская газета» редакцияһында хәбәрсе булып эшләй. 1939 йылда Дондың 1918 йылғы немец оккупацияһында булыуы тураһында «Мы не забыли» тигән драма яҙа. 1940 йылға тиклем Дон һәм Кубань гәзиттәрендә эшләй.
1940 йылдан алып Ростов китап нәшриәтендә китаптар мөхәррирләү менән булыша.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, 1941—1944 йылдарҙа, Совет Армияһында политработник була: Тыуған илде фашистарҙан һаҡлауҙы һүрәтләгән төрлө плакаттар, агит. тәҙрәләр, альбомдар сығарыу менән шөғөлләнә.
Демобилизацияланғас, «Известия» гәзите редакцияһында, ә 1947 йылдан алып Ростов өлкәһенең «Молот» гәзитендә мөхәррир булып эшләй.
А. М. Суичмезов дәүләт ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнгән.
Әҫәрҙәре
Александр Михайлович Суичмезов — «Ранней весной» (1959), «Диссертация» (1959), «Свежий ветер» (1963) пьесаларының авторы.
Уның «Здравствуй, Дон!» (1964), «Край тихого Дона» (1965), «Дали донские» (1970), «Родная Донщина» (1971) китаптары нәшер ителеп сыҡҡан.
1981 йылда Ростов китап нәшриәтендә Суичмезовтың «На всю жизнь» тигән әҫәрҙәр йыйынтығы сыға. Йыйынтыҡта яҙыусының «Из личной жизни Бориса Велихова» повесы, хикәйәләре, М. А. Шолохов, А. С. Серафимович, К. А. Тренев, Н. Ф. Погодин, фольклор йыйыусы, этнограф һәм музыка белгесе А. М. Листопадов менән осрашыуҙары тураһындағы очерктары бар. 1975 йылдан алып «Дон» журналында мөхәррир булып эшләй.
Дәүләт наградалары
- Ленин ордены
- {0}Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены{/0};
- Халыҡтар дуҫлығы ордены
- «Почёт Билдәһе» ордены (ике тапҡыр)
- Миҙалдар
Әҙәбиәт
- Ҡалып:Книга:Писатели Советского Дона 1966
- Ҡалып:Книга:Писатели Дона 1976
- Ҡалып:Книга:Писатели Дона 1986
- Андриасов М. Слово о товарище / М. Андриасов // Молот. — 1971. −20 августа.
- Дон литературный. Писатели России. Шолоховский край. XIX—XXI вв. [Текст] / [авт. проекта, гл. ред. и сост. Г. Губанов]. — Ростов н/Д, 2006. — 511 с.
- Закруткин В. Верность твоему краю / В. Закруткин // Молот. — 1981. — 16 августа.
- Калинин А. Герои не умирают / А. Калинин // Правда. — 1968. — 15 мая.
- Котовсков В. Спектакль о героях революции: [рец. на спектакли «Пусть цветут тюльпаны» в Ростове и Новочеркасске] / Котовсков // Советская Россия. — 1968. — 20 января.
- Михайлов В. Воспитатель молодежи / В. Михайлов // Комсомолец. — 1971. — 20 августа.
- Павловский К. Наша родная земля / К. Павловский // Вечерний Ростов. — 1965. — 13 сентября.
- Топорков Л. Пламенеют тюльпаны / Л. Топорков // Известия. — 1967. — 20 апреля.
- Тыртышный В. Всегда с молодежью/ В. Тыртышный // Комсомолец. — 1981. — 15 августа.
- Юдович И. Журналист, драматург/ И. Юдович // Вечерний Ростов. — 1971. — 9 августа.
- Юдович И. Зрелость / И. Юдович // Дон. — 1969. — № 4. — С. 182—187.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ҡалып:Книга:Писатели Советского Дона 1966
- ↑ {2}Гимназия тарихы{/2}
- ↑ Дон литературный