Aleksandr Grigorevitsj Novikov
Quick Facts
Biography
Новиков Александр Григорьевич (11 октябрь 1915 — 31 июль 2002) — Златоуст металлургия заводының прокат цехында металды теүәлләү һәм тейәп ебәреүгә әҙерләү участкаһы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы. Алтынсы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1962—1966).
Биографияһы
Новиков Александр Григорьевич 1915 йылдың 11 октябрендә Златоуст өйәҙенең Ярославка ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы) тыуған.
Белеме — урта махсус, 1963 йылда Златоуст металлургия техникумын тамамлай.
1932 йылда Силәбе өлкәһенең Златоуст металлургия заводында домна цехы эшсеһе булып хеҙмәт юлын башлай. Крансы һөнәрен үҙләштерә, 1933—1936 йылдарҙа күтәргестә машинист ярҙамсыһы булып эшләй. 1936—1937 йылдарҙа 23-сө урта мәктәптең өлкән пионервожатыйы, Златоуст пионерҙар йорто директоры булып эшләй.
1938—1940 йылдарҙа Ҡыҙыл армия сафында хеҙмәт итә. 1939 йылда Көнбайыш Украинаның СССР-ға ҡушылыуында ҡатнаша. Уҡсылар полкында элемтә ротаһы старшинаһы булып хеҙмәт итә.
Демобилизацияланғандан һуң тағы Златоуст металлургия заводында эшләй. 1941 йылдан — прокат цехының ҡыпсыуыр краны машинисы, 1-се прокатлау цехында металды теүәлләү һәм тейәп ебәреүгә әҙерләү участкаһы бригадиры.
Ҡара металлургия үҫеше эшендә өлгәшкән ҙур уңыштары өсөн, СССР Юғары Совет Президиумының 1958 йылдың 19 июлендәге Указы менән, А. Г. Новиковҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
1964 йылдан алып 1975 йылда пенсияға киткәнсе 2-се мартен цехында ауҙарыу машинаһы машинисы, Златоуст металлургия заводында ҡорос иретеү һәм прокат цехтарын технологик автоматлаштырыу үҙәк лабораторияһының өлкән инженеры булып эшләй.
Алтынсы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты (1962—1966).
1985 йылда Мәскәүҙә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 40 йыллығына арналған Еңеү парадында ҡатнаша.
Новиков Александр Григорьевич 2002 йылдың 31 июлендә вафат була.
Наградалары
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1958),
- Ленин ордены (1958),
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1954),
- миҙалдар менән бүләкләнгән.
Әҙәбиәт
- Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 4. Л-О. — Уфа, 2008. − 672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; науч. изд. Башкирская энциклопедия