peoplepill id: viktor-borisovitsj-domasjnikov
VBD
Russia
1 views today
1 views this week
Viktor Borisovitsj Domasjnikov
Russian painter

Viktor Borisovitsj Domasjnikov

The basics

Quick Facts

Intro
Russian painter
From
Work field
Gender
Male
Age
68 years
The details (from wikipedia)

Biography

Домашников Виктор Борисович (6 март 1956 йыл) — рәссам. 1990 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы.

Биографияһы

Виктор Борисович Домашников 1956 йылдың 6 мартында Өфөлә тыуған. билдәле рәссам Борис Домашниковтың улы. Мәктәптән һуң 1979 йылда Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлай, тик был һөнәре буйынса эшләмәй.

1979 йылда өйләнә. Ҡыҙы бар. 1984 йылда Өфө сәнғәт училищеһының художестволы биҙәү бүлегенә уҡырға инә, училищены 1987 йылда тамамлай.

Әлеге ваҡытта рәссам булып эшләй.

1983 йылда йәштәрҙең республика, бөтә союз, зона һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрендә ҡатнаша. 1990 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы, 1996 йылдан алып ЮНЕСКО-ның Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы ағзаһы. 2006 йылда Парижда стажировка үтә.

Уның әҫәрҙәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, СССР рәссамдары Союзының коллекцияһында, Амзин һынлы сәнғәт музейында, Тобльск һынлы сәнғәт музейында, «ВОСТОК» (Өфө) фондының хәҙерге заман сәнғәте галереяһында, «УРАЛСИБ» банкында, һәм «Башкомснаббанкта», Францияның, Голландияның, Вьетнамдың, АҠШ-тың, Берләшкән Ғәрәп Әмирлегендә, Ҡытайҙың шәхси йыйылмаларында һаҡлана.

Төп эштәре

2001 йылда тәүге портреты х/м 82×73 м. һәм егерме беренсе портреты х/м 65х75. 1987 йылда «Экспрессионист Милан Коньович», 1986,2005 й.й. «Йорт эргәһендә ромашкалар», 1990 йылда "Сергей Аксаков ", «Скульптор Александр Матвеев», 1991 йылда «Радонежскийҙың йәшәйеше» сериялары, 1992 йылда «Сығанаҡ эргәһендә мөғжизә», «Табутҡа һалыу», «Рәссам Николай Захарыч», 1997 йылда «Автопортрет», 2005 йылда «Һары ерлектә зәңгәр шыршылар».

Күргәҙмәләре

  • Бөтә республиканың һәм йәштәрҙең һынлы сәнғәт, графика күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Күргәҙмәләр Өфө, Ишембай, Чебоксар, Свердловск, Ҡазан, Силәбе, Ырымбур, Мәскәү, Ҡурған, Бөрө, Тобольск ҡалаларында үтә
  • ВЛКСМ-дың 70 йыллығына арналған Бөтә союз йәш рәссамдарҙың күргәһҙмәһе. Мәскәү, 1988
  • Халыҡ-ара йәш совет рәссамдары күргәҙмәһе. Мысыр
  • РСФСР автономиялы республикаларҙың, өлкәләрҙең һәм милли окургтарҙың рәссамдары Ҡазан, 1989
  • «Социалистик Урал» төбәк күргәҙмәһе Курган, 1991
  • Башҡортостан рәссамдарының күргәҙмәһе. Тобольск, 1993
  • Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһының күргәҙмәһе(VA{) ЮНЕСКО Гоголь бульвары(элекке СССР рәссамдары союзы). Мәскәү.
  • Юнеско ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт думаһының халыҡ- ара рәссамдар федерацияһы күргәҙмәһе. Мәскәү.
  • Рәссамдарҙың «Урал VIII» зона күргәҙмәһе, Өфө,1997
  • Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы (шәфҡәтлек) Өфө, 2006
  • М. В. Нестеров музейында. Өфө. 2007

Әҙәбиәт

  • Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article on 01 Oct 2019. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Viktor Borisovitsj Domasjnikov is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Reference sources
References
Viktor Borisovitsj Domasjnikov
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes