peoplepill id: valentin-dmitrievitsj-pasjirov
VDP
Russia
1 views today
1 views this week
Valentin Dmitrievitsj Pasjirov

Valentin Dmitrievitsj Pasjirov

The basics

Quick Facts

A.K.A.
Валентин Дмитриевич Паширов
From
Gender
Male
Place of birth
Kushnarenkovo
Place of death
Khotiv
Age
19 years
The details (from wikipedia)

Biography

Паширов Валентин Дмитриевич (6 август 1924 йыл — 6 ноябрь 1943 йыл) — 1-се Украина фронты 3-сө гвардия танк армияһының 9-сы механизацияланған корпусы 71-се механизацияланған бригадаһы 74-се танк полкының взвод командиры, лейтенант, Советтар Союзы Геройы.

Биографияһы

Валентин Дмитриевич Паширов 1924 йылдың 6 авгусында хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Кушнаренко районының Кушнаренко ауылында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.

Урыҫ. Мәктәптә 9-сы класты тамамлай.

1941 йылда Башҡорт АССР-ының Кушнаренко район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға армияға саҡырыла. Ҡаҙан танк училищеһын тамамлай. 1943 йылдан хәрәкәт итеүсе армияла.

Лейтенант В. Д. Паширов 1943 йылдың 6 ноябрендә Киев өлкәһенең Киев-Святошино районы Хотов ауылы өсөн барған алышта батырлыҡ күрһәтә. Ошо алышта батырҙарса һәләк була. Хотов ауылында ерләнгән.

Батырлығы

«74-се танк полкының (1-се Украина фронты 3-сө гвардия танк армияһының 9-сы механизацияланған корпусы 71-се механизацияланған бригадаһы) „МК-9“ танк взводы командиры комсомолец лейтенант В. Д. Паширов 1943 йылдың 6 ноябрендә Киев өлкәһенең Киев-Святошино районы Хотов ауылы өсөн барған алышта сигенеүсе дошманды эҙәрлекләп, взводтан артыҡ гитлерсыны, ун автомашинаны, ун ут нөктәһен, ике танкты юҡ итә. Уның танкы сафтан сыҡҡан була, әммә ҡыйыу офицер, уны яҡын барғыһыҙ ут нөктәһенә әйләндерә, тағы ла биш сәғәт дауамында һуғыш алып бара, ошо һуғышта батырҙарса һәләк була».

1944 йылдың 10 ғинуарында, СССР Юғары Советы Президиумы указы менән лейтенант Паширов Валентин Дмитриевичҡа, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән геройлығы һәм батырлығы өсөн, үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Хәтер

  • Кушнаренко ауылында урам һәм 1-се урта мәктәп Советтар Союзы Геройы В. Д. Паширов исемен йөрөтә, В. Д. Паширов исемендәге мәктәп алдында уға һәйкәл ҡуйылған.
  • Батыр кәүҙәһе ятҡан Киев өлкәһе Киев-Святошино районының Хотов ауылында майҙан уның исеме менән аталған.

Наградалары

Иҫкәрмәләр

  1. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  2. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 36, л. 428, 429).
  4. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 4, л. 9).
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1421, л. 2, 28).

Әҙәбиәт

Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов; т. 5. П-С. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2009. — 576 с. — ISBN 978-5-88185-072-2.

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article on 11 Jul 2019. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Valentin Dmitrievitsj Pasjirov is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Reference sources
References
Valentin Dmitrievitsj Pasjirov
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes