peoplepill id: nadezhda-a-mikhaleva
NAM
Russia
1 views today
2 views this week
Nadezhda A. Mikhaleva
Russian jurist

Nadezhda A. Mikhaleva

The basics

Quick Facts

Intro
Russian jurist
From
Work field
Gender
Female
Place of birth
Moscow, Russia
Age
83 years
The details (from wikipedia)

Biography

Ҡалып:ФИО

Михалёва Надежда Александровна (17 ғинуар 1932, Мәскәү — 24 апрель 2015) — юрист, совет дәүләт һәм рәсәй конституцион хоҡуҡтары буйынса белгес;МДУ тамамлаған (1955); юридик фәндәр докторы (1983), социалистик конституцияның теоретик проблемалары тураһында докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған, О. Е. Кутафина исемендәге университет (МГЮА) профессоры,РФ Конституцияһының беренсе проктын төҙөүҙә ҡатнашҡан, РФ атҡаҙанған фән эшмәкәре, РФ-тың ВПО почетлы хеҙмәткәре

Биографияһы

Надежда Михалёва 1932 йылдың 17 ғинуарындаМәскәүҙә, хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған; Икенсе донъя һуғышынан һуң ул 635-се ҡатын-ҡыҙҙар урта белем биреү мәктәбен алтын миҙал менән тамамлай; 1955 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын отличие билдәһе менән тамамлай. Шул уҡ йылдан алып 1958 йылға тиклемЮридик әҙәбиәт дәүләт нәшриәтендә (хәҙер Рәсәйҙең «Юридик әҙәбиәт» нәшриәте) эш ләй; һуңынан күсеп Бөтә союз юридик фәндәр институтына (ВИЮН; бөгөн — Рәсәй ҡануниәте һәм сағыштырма хоҡуҡинституты) эшкә күсә, 1963 йылға тиклем унда ҡала.

Михалева 1966 йылда «Организационно-правовые вопросы культурно-воспитательной деятельности местных Советов депутатов трудящихся» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай— юридик фәндәр кандидаты була.1963 йылда ул СССР ВНИИсовет закондары тикшеренеү иснтитутына эшкә күсә, бында ике йыл эшләй. 1965 йылдың мартында Бөтә союзсовет закондары ғилми-тикшеренеү институтында (ВНИИСЗ) конституция, администрация һәм финанс ҡануниәте секторындавазифа биләй.

1965-1966 йылдар осоронда Надежда Михалева фәнни-тикшеренеү эштәрен уҡытыу эшмәкәрлеге менән бер үк ваҡытта башҡара: ул Бөтә союз ситтән тороп уҡыу юридик институтының (ВЮЗИ)дәүләт хоҡуғы кафедраһында уҡыта һәм СССР ЭЭМ-ы юғары мәктәбенең уҡытыусыһы ла була. Бынан тыш, туған Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында студенттарға лекциялар уҡый. 1967 йылдан ул тулыһынса Бөтә союз ситтән тороп уҡыу юридик институтына (ВЮЗИ)уҡытыу эшенә күсә: өлкән уҡытыусы, һуңынан доцент була. 1984 йылда «Теоретические проблемы социалистической конституции: сущность, содержание, форма» темаһынадокторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай ; Мәскәү дәүләт юридик академияһының дәүләт хоҡуғы кафедраһы юридик фәндәр докторы һәм профессоры була.«РФ Атҡаҙанған фән эшмәкәре» исемен ала һәм уға «Рәсәй Федерацияһы юғары профессиональ белеменең почетлы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә. Ул шулай уҡ Рус православие сиркәүенең Мәскәү патриархатының наградаларын ала, Святая равноапостольная княгиня Ольга ордены менән бүләкләнә.

Эштәре

Надежда Михалева конституционализмдың һәм сағыштырма хоҡуҡ ғилеме юридик проблемалары менән шөғөлләнә: уның БДБ илдәре конституция хоҡуҡтарының ҡануниәт мәсьәләләре буйынса бер нисә ғилми мәҡәләләре һәм аналитик күҙәтеүҙәре баҫтырып сығара. РФ Дәүләт думаһының һәм Рәсәй Президенты Хакимиәтезакон комитеттарындабер нисә закон проектын эшләүҙә ҡатнаша. СССР тарҡалғаносорҙа Рәсәй Конституцияһынһәм Рәсәй гражданлығы тураһындағы законды төҙөүҙә ҡатнаша:

  • Социалистическая конституция (проблемы теории) (М., 1981);
  • Новая Конституция суверенной России (М., 1994) (в соавт.);
  • Эволюция и перспективы нового российского федерализма (М., 1994);
  • Правовые аспекты нового российского федерализма (М., 1995).

Иҫкәрмә

  1. Нарутто Светлана Васильевна Российский федерализм: научные воззрения Н. А. Михалёвой // Lex Russica. — 2017. — В. 1 (122). — ISSN 1729-5920.

Әҙәбиәт

  • Михалева Н. А. Избранные труды : воспоминания о Н. А. Михалевой : сборник статей, тезисов / Н. А. Михалева ; М-во образования и науки Российской Федерации, Московский государственный юридический ун-т имени О. Е. Кутафина (МГЮА). — Москва : Проспект, 2017. — 304 с.; ISBN 978-5-392-21796-0.
  • Современные российские юристы : Кто есть кто в юридической науке и практике : Справочник / Сост. В. Н. Додонов и др. — М. : Юстицинформ, 2001. — 400 с.

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article on 06 May 2020. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Nadezhda A. Mikhaleva is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Reference sources
References
Nadezhda A. Mikhaleva
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes