peoplepill id: mikhail-kontorovich
MK
Russia
1 views today
1 views this week
Mikhail  Kontorovich
Soviet physicist

Mikhail Kontorovich

The basics

Quick Facts

Intro
Soviet physicist
From
Work field
Gender
Male
Birth
Death
1987 (aged 81 years)
Age
81 years
The details (from wikipedia)

Biography

Ҡалып:ФИО

Конторович Михаил Иосифович (1906-1987) — физик, һыҙыҡһыҙ электромагнит тирбәлеүҙәре һәм радиофизика белгесе; Ленинград электротехник институтын тамамлаған; техник фәндәр докторы, профессор, Ленинград дәүләт университетының инженер-физик факультеты профессоры һәм радиофизика кафедраһы мөдире (1939); Конторович— Лебедев әүерелешенең авторҙашы; РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре.

Биографияһы

Михаил Иосифович Конторович 1906 йылда тыуған. Ул Ленинград электротехник институтында уҡып, белем алған, институтты уңышлытамамлаған. М. И. Конторович ғүмеренең аҙағына тиклем Ленинград политехник институтының (ЛПИ) теоретик физика кафедраһы доценты булып эшләй). 1930-сы йылдарҙа Конторович математик Лебедев Николай менән бергә интеграль үҙгәртеп ҡороуҙы формалаштыра, артабан был асышы математик физика өсөн классикаға әйләнә — һәм «Конторович — Лебедевтың үҙгәртеп ҡороуы-әүерелеше» тип аталып йөрөтөлә. Беренсе тапҡыр 1930 йылда ул Ленинград политехник институтының инженер-физика факультетының радиофизика кафедраһын етәкләй. Бөйөк Ватан һуғышында Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәренә ойоштороу ярҙамы күрһәтә. М. И. Конторович Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән.

Конторович шулай уҡ ғалим Ю. К. Муравьев менән хеҙмәттәшлектә «дифракция формулаһы» асышының авторҙашы. Михаил Иосифович Конторовичсовет радиофизика мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып тора. Ул РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре һәм техник фәндәр докторы. 1970-се йылдар башында М. И. Конторович СВЧ-феррит техникаһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә; ғалим микроэлектроника өлкәһендә байтаҡ эштәр баҫтырып сығара. Михаил Иосифович Конторович 1987 йылда вафат була.

Эштәре

  • «Операционное исчисление и процессы в электрических цепях»
  • Нелинейные колебания в радиотехнике (автоколебательные системы). — Москва : Сов. радио, 1973. — 320 с.
  • Эквивалентная схема усилителя при наличии шумов : Учеб. пособие. — Ленинград : ЛПИ, 1979. — 49 с.

Иҫкәрмә

Әҙәбиәт

  • Зильберглейт Александр Самуилович, Галактионов Евгений Валентинович, Златин Андрей Никитич, Тропп Эдуард Абрамович Николай Николаевич Лебедев (к столетию со дня рождения) // Научно-технические ведомости Санкт-Петербургского государственного политехнического университета. Физико-математические науки. — 2011. — В. 4 (134). — ISSN 2304-9782.

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article on 06 May 2020. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Mikhail Kontorovich is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Reference sources
References
Mikhail Kontorovich
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes