Quantcast
peoplepill id: i-n-antipov-karataev
INA
1 views today
1 views this week
I. N. Antipov-Karataev
тупраҡ белгесе

I. N. Antipov-Karataev

I. N. Antipov-Karataev
The basics

Quick Facts

Intro тупраҡ белгесе
A.K.A. Ivan Nikolaevich
Was Agronomist
From Russia
Field Science
Gender male
Birth 1 September 1888
Death 3 July 1965, Baku (aged 76 years)
The details (from wikipedia)

Biography

Антипов-Каратаев Иван Николаевич (13 сентябрь 1888 йыл — 3 июль 1965 йыл) — совет тупраҡ белгесе, профессор. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Тажик ССР-ы Фәндәр академияһы академигы (1951). Тажик ССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

Биографияһы

Иван Николаевич Антипов-Каратаев Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе Тәнәй ауылында тыуған. Беренсе донъя һуғышында һәм Граждандар һуғышында ҡатнашҡан. 1927 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған.

1926 йылдан алып, ҡырҡ йыл буйы, В. В. Докучаев исемендәге Тупраҡ институтында (Мәскәү) ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1931 йылда институтта тупраҡтың физика-химия лабораторияһын ойоштора.

1936—1951 йылдарҙа — Вахш тупраҡ-мелиорация станцияһының, ә 1951 йылдан — Тажик ССР-ы Фәндәр академияһының тупраҡты өйрәнеү институты ғилми етәксеһе.

20 йылдан ашыу Мәскәү дәүләт университетының профессоры. Халыҡ-ара тупраҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте ағзаһы (1957 йылдан). Тажик ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1946).

Иван Николаевич Антипов-Каратаев 1965 йылдың 3 июлендә Баҡы ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • Дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (шул иҫәптән 10.06.1945)
  • миҙалдар
  • Тажик ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре
  • В. В. Докучаев исемендәге премия (1964)
  • Г. М. Димитров исемендәге премия (Болгария)
  • «Граждандар хеҙмәте өсөн» ордены (Болгария, 1961) — «Болгария тупраҡтары» эше өсөн (1960)

Хеҙмәттәре

  • Тупраҡ коллоидтары һәм уларҙы өйрәнеү методтары, Л., 1930 (А. И. Рабинерсон менән берлектә)
  • Ҡырым дәүләт ҡурсаулығы һәм эргәһендәге ерҙең тупрағы, «В. В. Докучаев исемендәге тупраҡ институты хеҙмәттәре», т. 7, 1932 (Л. И. Прасолов менән бергә)
  • СССР-ҙа тоҙло тупраҡтар мелиорацияһы, М., 1953 (В. Н. Филиппова һ. б. менән бергә)
  • Тупраҡтың физик-химик үҙенсәлектәрен заманса тикшереү ысулдары, вып. 1-3, М.—Л., 1945—1948 (мөхәррир һәм авторҙаш).

Иҫкәрмәләр

  1. Башкирская энциклопедия — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. Антипов-Каратаев Иван Николаевич // Большая советская энциклопедия: [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  3. (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы

Әҙәбиәт

  • Иван Николаевич Антипов-Каратаев // Почвоведение. — 1965. — № 9.
  • Симулин А. М. Антипов-Каратаев // Чувашская энциклопедия. Т. 1: А—Е. — Чебоксары, 2006. — С. 112.
  • Антипова-Каратаева И. Н., Мотузова Г. В. Иван Николаевич Антипов-Каратаев. — М.: Наука, 2008. — 178 с. ISBN 978-5-02-036123-2

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article on 28 Sep 2019. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Reference sources
References
http://isaran.ru/?q=ru/fund&ida=1&guid=84C51B83-550E-C212-BFDB-230A64C09CA2
http://www.lib.cap.ru/w_130908.asp
Sections I. N. Antipov-Karataev

arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes