peoplepill id: flyura-amineva
FA
Russia
1 views today
3 views this week
The basics

Quick Facts

A.K.A.
Fljura Mirgalijewna Aminewa
From
Gender
Female
Birth
5 July 1928, Verkhny Chat
Death
2011, Verkhny Chat (aged 82 years)
Age
82 years
The details (from wikipedia)

Biography

Әминева Флүрә Мирғәли ҡыҙы (5 июль 1928 йыл — 2011 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы, 1947—1968 йылдарҙа Яңауыл районы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге колхоздың һарыҡ көтөүсеһе. Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1967—1971). III Бөтә союз колхозсылар съезы делегаты (1969). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Биографияһы

Флүрә Мирғәли ҡыҙы Әминева 1928 йылдың 5 июлендә БАССР-ҙың Яңауыл районы Үрге Сат ауылында тыуған.

1939 йылда БАССР-ҙың Яңауыл районы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге колхозда эшләй башлай. 1943 йылдың ноябренән 1947 йылдың октябренә тиклем сусҡа ҡараусы, быҙау ҡараусы булып эшләй, 1947 йылдың октябренән — колхоздың һарыҡ көтөүсеһе, өлкән һарыҡ көтөүсеһе була.

Әминева Флүрә Мирғәли ҡыҙы ҙур производство күрһәткестәренә өлгәшә. 1964 йылда үҙенә беркетелгән 250 һарыҡтан 100 һарыҡ иҫәбенә 150 баш бәрәс ала һәм үҫтерә, бер һарыҡтан уртаса 3,2 килограмм йөн ҡырҡып ала. 1965 йылда 250 һарыҡтан 100 һарыҡ иҫәбенә 145 баш бәрәс ала һәм бер һарыҡтан уртаса 3,3 килограмм йөн ҡырҡып ала. Уның төркөмөндәге һарыҡтарҙан тулайым ҡырҡып алған һарыҡ йөнө 1964 йылда 8,07 центнер, 1965 йылда — 8,27 центнер тәшкил итә.

Малсылыҡты үҫтереүҙә өлгәшкән уңыштары, ит, һөт, йөн һәм башҡа продукцияларҙы етештереү һәм әҙерләүҙе арттырғаны өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы указы менән, Әминева Флүрә Мирғәли ҡыҙына «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1968 йылдың ғинуарынан башлап 1-се һарыҡсылыҡ тауар фермаһы мөдире булып эшләй. 1972 йылдың октябренән ауырыу буйынса пенсияла. 1981 йылдың июленән 1-се тауар фермаһында кочегар булып эшләй. 1987 йылдың июленән — хаҡлы ялда.

Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1967—1971), III Бөтә Союз колхозсылар съезы делегаты (1969) була.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған ауылында йәшәй, 2011 йылда вафат була.

Наградалары

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
  • Ленин ордены менән бүләкләнгән (1966)

Әҙәбиәт

  • Хеҙмәт геройҙары. / төҙөүсеһе. Р. А. Вәлишин [һ.б.]. — Өфө : Китап, 2011. — 432 б. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башҡорт энциклопедияһы. Баш мөхәррир Илһамов М. А. т. 1. рел. Ә-Б 2005. — С. 624; 5-88185-053 ISBN-X. фәнни. нәшриәт. Башҡорт энциклопедияһы, Өфө ҡалаһы.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Башҡортостандың Социалистик Хеҙмәт Геройҙары

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районыҮрге Сат ауылы.
  2. Башкирская энциклопедия — АМИНЕВА Флюра Миргалиевна

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article on 28 Sep 2019. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Flyura Amineva is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Reference sources
References
Flyura Amineva
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes