peoplepill id: anisa-tagirova
AT
Russia Russia
1 views today
3 views this week
Anisa Tagirova
Soviet writer and poet

Anisa Tagirova

The basics

Quick Facts

Intro
Soviet writer and poet
A.K.A.
Anisa Abdullovna Tagirova
Work field
Gender
Female
Place of birth
Makarobo, Ishimbaysky District, Republic of Bashkortostan
Age
82 years
The details (from wikipedia)

Biography

Әнисә Таһирова(15 декабрь 1941) — башҡорт шағиры, тәржемәсе, 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992), Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2011).

Биографияһы

Таһирова Әнисә Абдулла ҡыҙы 1941 йылдың 15 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Маҡар ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, комсомол путевкаһы менән төҙөлөштә эшләй, һуңынан башланғыс синыфтарҙа балалар уҡыта. 1961—1966 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетында уҡый. Юғары белем алғас, ике йыл Күмертау районы (хәҙерге Көйөргәҙе районы) Ермолаевка урта мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

1968 йылдан журналистикаға күсә. Күп йылдар «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләй. Мәскәү ҡалаһында юғары курстарҙа уҡый. Аҙаҡтан Башҡортостан телерадиокомпанияһында әҙәби хеҙмәткәр вазифаһын башҡара. Әнисә Таһирова тиҫтәләгән сонет һәм элегиялар авторы.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тормошо һәм ижады тураһында Башҡорт юлдаш телевидениеһы каналында тапшырыу әҙерләгәне, уның тураһындағы мәҡәләһе һәм иҫтәлектәре, шулай уҡ әҙипкә арналған шиғырҙары һәм сонеттары өсөн Әнисә Таһирова 2011 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге премияға лайыҡ булды.

2015 йылдың ноябрендә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған «Башҡортостандың иң яҡшы китапханаһы-2015» һәм «Башҡортостандың иң яҡшы башҡорт китабы-2015» республика конкурстарына йомғаҡ яһалды. «Йылдың иң яҡшы башҡорт китабы» конкурсының «шиғриәт» номинацияһында шағирә һәм тәржемәсе Әнисә Таһирова еңеүсе тип табылды.

Китаптары

  • Ҡоралай: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1971. — 62 бит.
  • Аҡсарлағым минең: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974. — 79 бит. 
  • Барһын һиңә яҡты уйҙарым: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1979. — 62 бит. 
  • Мөғжизәгә килә ышанғым: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. — 96 бит.
  • Косуля: Стихи. — М.: Современник, 1985. — с. (урыҫ.)
  • Яҙҙар бүләк итәм: Шиғырҙар, сонеттар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986. — 96 бит.
  • Әсә һуҡмағы: Сонеттар, поэмалар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 112 бит. 

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992)
  • Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2011)
  • Тыныслыҡ фондының почётлы миҙалы

Әҙип тураһында

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 с.  (урыҫ.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (урыҫ.)
The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Anisa Tagirova is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Anisa Tagirova
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes