peoplepill id: zulfiya-khannanova
ZK
Russia
1 views today
1 views this week
Zulfiya Khannanova
Russian writer

Zulfiya Khannanova

The basics

Quick Facts

Intro
Russian writer
A.K.A.
Zulfiya Mindibayevna Khannanova
Places
Work field
Gender
Female
Place of birth
Starokhalilovo, Duvansky District, Russia
Age
55 years
Education
Bashkir State University
The details (from wikipedia)

Biography

Ханнанова Зөлфиә Миндибай ҡыҙы (1 ғинуар 1970 йыл) — башҡорт шағиры, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы (2004) һәм Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәбиәт премияһы лауреаты (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008), Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы (1995).

Биографияһы

Зөлфиә Миндибай ҡыҙы Ханнанова Башҡорт АССР-ы Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылында 1970 йылдың 1 ғинуарында тыуған.

Һигеҙенсе синыфтан һуң уҡыуын Өфө ҡалаһының 1-се интернат-мәктәптә дауам итә.

1991 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, Белорет районы мәктәптәрендә балалар уҡыта. Аҙаҡтан Өфөгә күсеп килеп, «Шоңҡар» журналында бүлек мөдире, Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр эштәре буйынса бүлек етәксеһе булып эшләй. Бөгөнгө көндә Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығында Телдәр сәйәсәте бүлеген етәкләй.

Әҙәби ижады

Зөлфиә Ханнанова әҙәбиәткә Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарында килә, филология факультетының башҡорт-рус бүлегендәге «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә. Бөгөнгә дүрт шиғри йыйынтығы баҫылып сыҡҡан. Тәнҡитселәр билдәләүенсә, әҙиптең шиғырҙарына эскерһеҙлек, ихласлыҡ һәм саф күңеллелек, шулай уҡ романтик йүнәлеш хас. Улар рус, татар, сыуаш, төрөк, инглиз һәм ҡазаҡ телдәренә тәржемә ителгән.

Әүҙем ижадсы булараҡ, Зөлфиә Ханнанова башҡорт шиғриәте вәкиле булараҡ Мәскәү, Ҡаҙан, Чебоксар, шулай уҡ Төркиәнең Бафр һәм Самсун ҡалаларында уҙғарылған әҙәби йыйындарҙа ҡатнашты.

Ижадына баһалар

  • Зиннәтуллина Л. Мин бары тик бер тамсыһы ғына йәйрәп ятҡан башҡорт еренең (З. Ханнанова шиғриәте хаҡында) // Ватандаш. — 2013. — № 5. — С. 156—167.
  • Зиннәтуллина Л. Р. Зөлфиә Ханнанованың мөхәббәт шиғриәтендә лирик героиня образы // Современные проблемы башкирской и тюркской филологии и филологического образования: Материалы Международной научно-практической конференции, посвященной 75-летию д.ф.н., проф. К. Г. Ишбаева. — Стерлитамак,2012. — С.172-175.
  • Зиннәтуллина Л. Р. Зөлфиә Ханнанованың гражданлыҡ лирикаһы // Язык и литература в условиях многоязычия: Материалы IV Международной научно-практической конференции. — Нефтекамск: РИО БашГУ, 2010. — С.203-208.

Китаптары

  • Мин — башҡорт, тип таныштырығыҙ...: Шиғырҙар, поэма. — Өфө: Китап, 2018. — 224 бит.
  • Шиғырҙар (шәлкем): «Ал да нур сәс халҡыңа...» йыйынтығында. — Өфө: Китап, 2008.
  • Килен тәңкәһе: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2004. — 96 бит.
  • Сәғәт менән һөйләшәм: Балалар өсөн шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1994. — 32 бит.
  • Шиғырҙар (шәлкем): «Бәйге» йыйынтығында. — Өфө: Китап, 1993.

Гәзит-журналдарҙа баҫылған әҫәрҙәре һәм мәҡәләләре

  • Хистәремде гөлдәй теҙеп, Үргем килде таҡыя... (Шиғыр шәлкеме). «Башҡортостан» гәзите, 2015, 17 ноябрь.
  • Айырым булһаҡ, ҡом бөртөгө кеүек, Бергә булһаҡ, беҙ тау саҡлыбыҙ. (Шиғри шәлкем). «Ағиҙел» журналы, 2015, октябрь.
  • Эй, башҡортом, йәй намаҙлыҡ! Теләк телә сәждәлә... (Шиғыр шәлкеме). «Башҡортостан» гәзите, 2013, 6 август.
  • Кисергәнем өсөн ғәфү ит... (Шиғри шәлкем). «Башҡортостан ҡыҙы» журналы
  • Дыуанымдың данлы улы. (Яҙыусы Низам Ҡәрип хаҡында). «Ағиҙел» журналы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге әҙәбиәт премияһы (1996).
  • Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы (2004).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008).

Ҡаҙаныштары

  • 2017 йыл Өфөлә башҡорт телен яҡлап үҙенсәлекле һәм сағыу «Йөрәк һүҙе» проекты ойошторолдо. 28 ноябрҙә үткән шиғри алыш финалында 12 пар ҡатнашты, улар араһында башҡорт телендә иң яҡшы шиғыр һөйләүселәр билдәләнде. Көсөргәнешле шиғри алыштың йомғаҡтары буйынса танылған башҡорт шағирәһе Зөлфиә Ханнанова һәм уның ҡыҙы Гүзәл Әлибаева иң яҡшы һүҙ оҫталары тип танылды. Үҙ поэмаһынан бер өҙөктө уҡып, Зөлфиә Ханнанова һәм уның ҡыҙы төп бүләкте – «Лада Гранта» автомобилен отто.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1  (рус.)  (Тикшерелгән 29 ноябрь 2017)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.  (рус.) (Тикшерелгән 29 ноябрь 2017)

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Zulfiya Khannanova is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Zulfiya Khannanova
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes