Zilara Moellajanovna Hasanova
Quick Facts
Biography
Зилара Муллаян ҡыҙы Хәсәнова (5 декабрь 1935, Яңы Мөслим) — үҫемлектәр физиологы, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), биология фәндәре докторы (1992), профессор (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997).
Биографияһы
Хәсәнова Зилара Муллаян ҡыҙы 1935 йылдың 5 декабрендә Мәсетле районы (БАССР) Яңы Мөслим ауылында тыуған. 1959 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. БДУ-ны тамамлағандан һуң Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбендә биология уҡытыусыһы булып эшләй (1960—1966). 1966 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡытыу бүлеге етәксеһе, ә 1972 йылдан — Башҡорт ауыл хужалығы ассистенты, 1973 йылдан — Башҡорт дәүләт педагогия университеты деканы, (1980—1988) кафедра мөдире, профессор (1989).
Зилара Муллаян ҡыҙының ғилми йүнәлеше — үҫемлектәр физиологияһы. Ул электр ҡырының һәм башҡа факторҙарҙың үҫемлектәргә биологик тәьҫире буйынса эштәр менән шөғөлләнә, орлоҡтарға электр ҡыры, коронный электр зарядының тәьҫире булғанда ауыл хужалығы культураларының морфофизиологикүҙенсәлектәрен өйрәнә.
Зилара Хасанованың уҡыусылары араһында 10 фән докторы һәм кандиданттары бар.
Хеҙмәттәре
Хәсәнова Зилара Муллаян ҡыҙы 200 ғилми эш, шул иҫәптән 20 монография авторы.
- З. Хәсәнова һ. б . Биологик электр ҡыры үҫемлектәргә йоғонтоһы:Өфө:Китап, 1995.
- Физиологик-биохимик ҡараш һәм фотосинтездың экологияһы.Өфө:БДПУ, 1996.
- Биокатализатор-ферменттар.Өфө:БДПУ, 2005.
- Продуктивность и обменные процессы озимой ржи при предпосевной обработке семян в электрическом поле коронного разряда. Өфө, 1995 (авторҙашлыҡ.).
Әҙәбиәт
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 7. Ф—Я. 2011. — 624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
- Башкортостан: Краткая энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996.