Vladimir Aleksandrovich Mukhamedyarov
Quick Facts
Biography
Мөхәмәтйәров Владимир Александрович (1945 йыл) — агроном, партия эшмәкәре, колхоз рәйесе. Хеҙмәт ветераны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996).
Биографияһы
Владимир Александрович Мөхәмәтйәров 1945 йылда Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылында тыуа. 1962 йылда Иҫке Мөхәмәт һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлай.
Артабан — Миәс машиналар эшләү заводында, Ҡыйғы районының «Йондоҙ» колхозында эшләй. Йәше еткәс, Совет Армияһы сафына алына.
Хәрби хеҙмәттән һуң Өфө ҡалаһында водителдәр курсын тамамлай һәм тыуған колхозында водитель булып эшләй.
Силәбе өлкә совет-партия мәктәбендә агроном-ойоштороусы профессияһына уҡый.
1975—1985 йылдарҙа райондың Ҡолмәт ауылында агроном булып эш башлай һәм һуңынан партия ойошмаһы секретары, колхоз рәйесе була.
1985—2006 йылдарҙа Йүкәлекүл ауылында баш агроном, колхоз рәйесе урынбаҫары булып эшләй.
Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда. Йүкәлекүл ауылында йәшәй.
Ғаиләһе
Тормош иптәше Лилиә (мәрхүмә) менән ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Йүкәлекүл ауылы старостаһы һәм Ветерандар советы рәйесе.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996)
- Ҡыйғы районының почетлы гражданы.