Viktor Aleksandrovitsj Sacharov
Quick Facts
Biography
Сахаров Виктор Александрович (9 ноябрь 1934 йыл) — ғалим-нефтсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1998), техник фәндәр докторы (1991), профессор (1991). «Башнефтегеофизика» тресының Туймазы геофизик контораһының элекке операторы, Өфө нефть институтын отличие менән тамамлаусы (1962). Почётлы нефтсе (2004).
Биографияһы
Виктор Александрович Сахаров Тамбов өлкәһендәге Мичуринск ҡалаһында тыуған. 1950 йылда Өфө ҡалаһында 19-сы мәктәптең ете класын,1954 йылда «промысла геофизикаһы» һөнәре буйынса Өфө геология разведкаһы техникумын тамамлай. Артабан «Башнефтегеофизика» тресының Туймазы геофизика контораһында газокаротаж партияһы техник-операторы булып эшләй. 1954—1957 йылдарҙа армияла самолеттар ҡорамалдары буйынса механик булып хеҙмәт итә.
1962 йылда Өфө нефть институтын отличие менән тамамлай. И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтының «Нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм эксплуатациялау» кафедраһы янында аспирантурала уҡый һәм уны 1965 йылда тамамлай.
Фәнни һәм педагогик эшмәкәрлеге
Аспирантура тамамлағандан һуң даими эш урыны — И. М. Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты (милли тикшеренеү университеты), «Нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм эксплуатациялау» кафедраһы. 1962—1965 йылдарҙа — кесе фәнни хеҙмәткәр, 1965-68 йылдарҙа — ассистент , 1968—1974 йылдарҙа -өлкән уҡытыусы, 1974—1991 йылдарҙа — доцент, 1991 йылдан — профессор. Командировка буйынса Алжир милли нефть, газ һәм химия институтында эшләй (1969—1973). 1967 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Диссертация темаһы: «Образование новой фазы при движении многокомпонентных жидкостей в трубах». 1991 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Диссертация темаһы: «Основные закономерности работы и расчеты газо-жидкостных подъемников в осложненных условиях эксплуатации» 1965 йылда күп фазалы ағымдың кинематик характеристикалары бәйләнештәренең законлығын раҫлай. 1967 йылда — шыйыҡсала газ ҡыуыҡтарының өҫкә йөҙөп сығыу тиҙлеге флюидтарҙың физик үҙенсәлектәренән берҙәм бәйләнгәнлеген раҫланы. 1976—1992 йылдарҙа — юғары йәбешкәкле шыйыҡсаларҙың теоретик һәм эксперименталь тикшеренеүҙәрен башҡара. 1987 йылда — нефть ятҡылыҡтарында газ-шыйыҡса күтәргестәрҙең универсаль иҫәп-хисап методикаһын эшләй. 2009 йылда — «пласт-скважина-ырғытыу һыҙығы» компьютер системаһы моделен эшләй.
Cахаров Виктор Александрович 110-дан ашыу баҫманың авторҙашы, шул иҫәптән 9 монография, 12 уҡыу әсбаптары, 1 дәреслек. Уйлап табыуҙар авторҙашы.
Ҡайһы бер публикациялары
- Мохов М. А., Сахаров В. А.Фонтанная и газлифтная эксплуатация скважин Учебное пособие 2008, 188 с
- В. А. Сахаров, М. А. Мохов Гидродинамика газожидкостных смесей в вертикальных трубах и промысловых подъемниках. Издательство «Нефть и газ» РГУ нефти и газа им. И. М. Губкина 2004 ISBN 5-7246-0292-X
- Сахаров В. А., Мищенко И. Т., Богомольный Г. И., Мохов М. А. Периодическая эксплуатация нефтяных скважин: Учебное пособие. — М.: МИНГ, 1985, 70 с.
- Сахаров В. А., Палий АО. Разработка и эксплуатация нефтяных месторождений: Учебное пособие. — М.: МИНХиГП, 1984, 92 с.
- Сахаров В. А., Палий А. О. Разработка и эксплуатация нефтяных месторождений. Учебное пособие. — М.: МИНГ, 1988, 102с.
- Сахаров В.А, Такач Г. Точность расчетов параметров газожидкостного подъемника// Нефтяное хозяйство, 1984, № 4,
- Сахаров В. А., Такач Г., Мохов М.А К оптимизации работы системы скважина-пласт при фонтанной и газлифтной
Уҡыусылары
В. А. Сахаров — 14 техник фәндәр кандидаты әҙерләгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- ВДНХ-ның бронза миҙалы (1979 г.)
- СССР Юғары белеме өлкәһендәге «эштәрҙә яҡшы уңыштары өсөн» күкрәк билдәһе (1985.)
- «Почетлы нефтсе» исеме (2004.)
- И. Вернадский исемендәге көмөш миҙал (2009)