Vasily Naumkin
Quick Facts
Biography
Наумкин Василий Дмитриевич (14 ғинуар 1936 йыл — 10 август 1993 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1956—1993 йылдарҙа Магнитогорск металлургия комбинатының домна эшсеһе, өлкән домна эшсеһе, домна мейесе газсыһы, металлургия ҡорамалдарының слесарь‑ремонтсыһы. РСФСР-ҙың 8‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976, 1985).
Биографияһы
Василий Дмитриевич Наумкин 1936 йылдың 14 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Белорет районындағы Егәҙе ауылында тыуған.
1956 йылда Магнитогорск ҡалаһында 13-сө һанлы һөнәрселек училищеһын (хәҙер 13 -сө һанлы профессиональ лицей) тамамлай һәм Магнитогорск металлургия заводының домна цехына килә. 1960-сы йылдар аҙағында Магнитканың бер коммунистик хеҙмәт бригадаһының бригадиры, «Комсомолканың» икенсе домнаһында өлкән горновой була. Домна мейесенең утлы һөнәренә ул 30 йыл самаһы ғүмерен бағышлай.
1975 йылда В. Д. Наумкин индустриаль техникумдың киске бүлеген тамамлай. Ул мейес янында ла эшләп өлгөрә, ултырыштар үткәрә, осрашыуҙарҙа ҡатнаша, сәфәрҙәр ҡыла. Профессионал техник училище һәм мәктәп уҡыусылары менән йыш осраша, үҙенең бик яҡшы «утлы» һөнәре тураһында һөйләй.
РСФСР Юғары Советы депутаты, өлкән горновойҙың эше юғары оҫталыҡ менән айырыла. Василий Дмитриевич үҙенең тәжрибәһе һәм оҫталығын йәштәргә ихлас тапшыра. Уның күп уҡыусылары шулай уҡ өлкән горновой булып китә.
Василий Дмитриевич һуңғы көндәренә тиклем (ул 1993 йылдың 10 авгусында вафат була) Магнитогорск комбинатының домна цехында эшләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Продукция етештереүҙе арттырыу, уның сифатын яҡшыртыу һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса туғыҙынсы биш йыллыҡтың социалистик йөкләмәләрен үтәүҙәге ҙур уңыштары өсөн Наумкин Василий Дмитриевичҡа 1976 йылдың 5 мартында Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
- 1985 йылда унынсы биш йыллыҡтың планын айырыуса уңышлы үтәгәне һәм ҙур йәмәғәт эштәре алып барғаны өсөн уға икенсе тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
- Тыуған ил Василий Дмитриевичтың хеҙмәт батырлыҡтарын юғары баһалап, уны өс Ленин ордены, Октябрь Революцияһы ордены менән бүләкләй.
Хәтер
- 2006 йылда Наумкин Василий Дмитриевичтың 70 йәшлек юбилейы тантаналы билдәләнә.
Әҙәбиәт
- Выпускники и работники учреждений начального профессионального образования Челябинской области — Герои Социалистического Труда \ ГУ ПОиН адм. Челяб. обл., ЧелИПРО; сост.: Н. И. Голендухин, Ф. М. Крылов, Е. М. Донских — Челябинск, 1999. — 63 с.: ил.
Иҫкәрмәләр
- ↑ На Магнитке помнят выдающегося доменщика(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
- Наумкин Василий Дмитриевич // Башкирская энциклопедия —Уфа:ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Наумкин Василий Дмитриевич.«Герои страны» сайты.
- (недоступная ссылка с 10-08-2016 (1372
дней))Подручный Прометея из Зигазы(недоступная ссылка)
- (недоступная ссылка с 10-08-2016 (1372
дней))Уральский доменщик — единственный дважды Герой Социалистического в металлургии ([1])