Valentin Nikolaevitsj Pavlitsjev
Quick Facts
Biography
Павлычев Валентин Николаевич (12 февраль 1936 йыл) — ғалим-химик-технолог, хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1994—1996 йылдарҙа «Газпром Нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, 1996—2000 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең баш технологы. Химия фәндәре кандидаты (1978), доцент (1986). СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть сәнәғәте отличнигы (1986), СССР уйлап табыусыһы (1988), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы (1980). СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1983) һәм СССР МИнистрҙар Советы премияһы (1976) лауреаты. Октябрь Революцияһы ордены кавалеры (1976).
Биографияһы
В. Н. Павлычев 1936 йылдың 12 февралендә Ярославль ҡалаһында тыуған. 1960 йылда Ярославль ҡалаһында Технология институтын тамамлаған. Салауат ҡалаһына эшкә ебәрелә, унда генераль директор үтенесе буйынса бер айҙан һуң квартира ала һәм эшкә ҡала.
1960 йылдан алып 1976 йылға тиклем Салауат ҡалаһында 18-сы һанлы комбинатта оператор, смена начальнигы, цех начальнигы, баш инженер, химия заводы директоры;
1976 йыл йылдан 1994 йыл йылға тиклем — баш технолог, Салауат нефть химияһы комбинатының баш инженеры;
1978 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай — химия фәндәре кандидаты.
1994 йыл йылдан 1996 йыл йылға тиклем — «Газпром Нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. ӨДНТУ-ның Салауат филиалында уҡыта, доцент (1986).
1996 йылдан 2000 йылдарға тиклем Өфөлә эшләй — «Башнефть» компанияһының баш технологы, һуңынан «БашНИПИнефть» институтының нефть сығарыуҙы химиялаштырыу буйынса баш технолог.
Павлычевтың «Газпром Нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә эшләү осоронда 1994 йылдан 1996 йылға тиклем бензол етештереү, таҙартыу ҡоролмаларында сәнәғәт ҡалдыҡтарын таҙартыуҙың механик таҙартҡыстары файҙаланыуға индерелә. ЭП-300 технологик ҡоролмаларҙы ебәреүҙе, бутил спирты, фталь ангидриды, пластификатор, махсус яғыулыҡ, аммиак, риформинг, цеолит комплекстарын етештереүҙе ойоштороуҙа ҡатнаша. Павлычев ҡатнашлығында нефть сығарыуҙы интенсивлаштырыу өсөн 50-гә яҡын химик реагенттар эшләй, уларҙың бер өлөшө патент менән яҡланған, сәнәғәт һынауҙарын үтә йәки производствоға индерелә.
Унда шулай уҡ крекинг катализаторҙарын, полистирол етештереү технологияһын һәм сифатын, ырымбур һәм ҡарасаған конденсаттарының эшкәртеү технологияларын камиллаштыра. Ағып төшөп йыйылған һыуҙарҙың тирә-яҡ тәбиғәттең бысраныуын кәметеүсе эшкәртеү технологияһын камиллаштыра,
В. Н. Павлычев 150-нән ашыу уйлап табыуҙың авторҙашы, уларҙың ҡайһы берҙәре Франция, Япония, Германия, АҠШ, Чехословакия илдәрендә патентлана. Төрлө баҫмаларҙа фәнни доклад һәм мәҡәләләр баҫтырып сығара.
Дәүләт һайлау органдарында әүҙем ҡатнаша: 1981 йылдан 1999 йылға тиклем Салауат ҡала советының депутаты булып һайлана, КППС-тың Салауат ҡала комитеты ағзаһы (1983—1989 й. й.), 1995—1997 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайҙың вәкилдәр палатаһы депутаты. 1997 йылда 21-се һанлы Салауат һайлау округы буйынса һайланған Павлычев Валентин Николаевичтың Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы вәкилдәр палатаһы депутаты вәкәләте ваҡытынан алда туҡтатыла
2006 йылға тиклем Валентин Николаевич «Башнефть» компанияһы структураларында хеҙмәт итә, замандаштары тураһында хәтирәләр яҙа.
2006 йылдан алып 2012 йылдың сентябренә тиклем ООО «АНЕГА-Быраулау» (2014 йылдың сентябренән 2012 йылдың июненә тиклем ООО «Башнефтесервис») компанияһында быраулау иретмәләре һәм химик технология идаралығы начальнигы вазифаһын биләй.
2014 йылдың июнендә хаҡлы ялға китә.
Өйләнгән, ике ҡыҙы бар, ейәндәре үҫеп килә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Почетлы нефтехимик» (1996 йыл)
- «СССР-ҙың уйлап табыусыһы» билдәһе (1988 йыл)
- СССР дәүләт премияһы лауреаты (1983)
- «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы» (1980).
- СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1976)
- Октябрь Революцияһы ордены (1976 йыл)
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» (1969 йыл)
- «Намыҫлы хеҙмәт өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан» миҙалы (1970 йыл)
- «Атҡаҙанған хеҙмәт ветераны»
Әҙәбиәт
- Потеряхин В. А., Фахреев Н. К., Зыкина Р. Ф. Комбинат —Автор, 1998. — 206 б. — ISBN 5-93102-001-2.
- Салават. Ишимбай. Журнал о городах и горожанах. № 3, 2003 г.
Һылтанмалар
- Газета «Салаватский нефтехимик» от 1 сентября 2016г. Компанию посетил бывший руководитель.
- Павлычев Валентин Николаевич. Статья в Башкирской энциклопедии.
Иҫкәрмәләр
- ↑ NetAngels - Виртуальный Хостинг.
- ↑ http://eng.gpns.ru/sites/default/files/11.05.14.pdf
- ↑ Патент на изобретение № 2388786
- ↑ О ДОСРОЧНОМ ПРЕКРАЩЕНИИ ПОЛНОМОЧИЙ ДЕПУТАТА ПАЛАТЫ ПРЕДСТАВИТЕЛЕЙ ГОСУДАРСТВЕННОГО СОБРАНИЯ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН ПАВЛЫЧЕВА В. Н., ИЗБРАННОГО ПО САЛАВАТСКОМУ ИЗБИРАТЕЛЬНОМУ О …
- ↑ Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 23.07.1980 N 6-2/221 "О присвоении почетного звания «Заслуженный рационализатор Башкирской АССР» работникам предприятий территориального …