Timer Gareevitsj Arslanov
Quick Facts
Biography
Тимер Арыҫлан (тулы исеме — Арыҫланов Тимер Гәрәй улы; 1 май 1915 йыл — 19 март 1980 йыл) — башҡорт шағиры. 1942 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1939—1940 йылдарҙағы совет‑фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы.
Биографияһы
Тимер Гәрәй улы Арыҫланов (Тимер Арслан; Тимер Арыҫлан) 1915 йылдың 1 майында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Кәкребаш ауылында тыуған.
К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлаған (1951). 1946—64 йылдарҙа (өҙөклөктәр м‑н) Октябрьский ҡалаһы мәктәптәрендә уҡыта. «Беҙҙең йәшлек» (1938) исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 20 быуаттың 30‑сы йылдары йәштәренең хеҙмәт дәртен маҡтап йырлай. «Окоптар төбөнән» (1944), «Тауҙар йырлай» (1950) шиғырҙар һәм поэмалар китаптары совет һалдаттарының Бөйөк Ватан һуғышындағы батырлығына арналған. Башҡ. нефтселәренең хеҙмәт батырлыҡтары хаҡындағы «Башҡортостан егете» (1949), «Тау ҡыҙы» (1949) поэмалары башҡ. поэзияһында оло ваҡиға була. «Ҡоҙалар, ҡоҙасалар» (1964), «Йәшәһен ир» (1968), «Ҡунаҡ булып кил, әсәйем» (1972) һ. б. сатирик һәм юмористик шиғырҙар йыйынтыҡтары авторы.
Бүләктәре
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән (1985)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙал (16.08.1945)
Әҫәрҙәре
- Һайланма әҫәрҙәр. — Өфө, 1965;
- Өс ут араһында. — Өфө, 1975;
- И смех, и грех: стихи. — Уфа, 1970.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостандың Туймазы районы.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
Әҙәбиәт
- Харисов Ә. И. Әҙәби күренештәр. Өфө, 1963.
Һылтанмалар
- Тимер Арыҫлан // Башҡорт энциклопедияһы —Өфө:«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-143-9.