Sharif Bikkul
Quick Facts
Biography
Бикҡолов Шәриф Сәғҙәтулла улы, Шәриф Бикҡол (28 май 1924 — 3 сентябрь 1995) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан билдәле башҡорт шағиры, яҙыусы һәм журналист. РСФСР‑ҙың (1980) һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1950).
Биографияһы
1924 йылдың 28 майында Башҡорт АССР-ы Өфө кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы) Ҡарлыман ауылында тыуған.
Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, 1937 йылда Дәүләкән педагогия училищеһына уҡырға инә һәм 1940 йылда тамамлай. Артабан уҡытыусы, совхозда партия ойошмаһы секретары булып эшләй.
Наградалары
- БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
- Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты
- 1-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (31.10.1944)
- Миҙал «Батырлыҡ өсөн» (26.07.1944)
- «Почёт Билдәһе» ордены
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Бикҡолов Шәриф Сәғәҙәтулла улы // Башҡорт энциклопедияһы —Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013. — ISBN 978-5-88185-143-9.