peoplepill id: samat-gabidullin
SG
Russia
1 views today
1 views this week
Samat Gabidullin
Russian poet and writer

Samat Gabidullin

The basics

Quick Facts

Intro
Russian poet and writer
A.K.A.
Samat Magadeyevich Gabidullin
Places
Work field
Gender
Male
Place of birth
Burzyansky District, Bashkir Autonomous Soviet Socialist Republic, Russian Soviet Federative Socialist Republic, Russia
Place of death
Burzyansky District, Bashkir Autonomous Soviet Socialist Republic, Russian Soviet Federative Socialist Republic, Russia
Age
57 years
Education
Bashkir State University
The details (from wikipedia)

Biography

Ғәбиҙуллин Самат Мәһәҙи улы (30 октябрь 1939 йыл — 21 март 1997 йыл) — журналист, шағир. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990), Сабирйән Мөхәмәтҡолов исемендәге премия лауреаты (1994).

Биографияһы

Самат Мәһәҙи улы Ғәбиҙуллин 1939 йылдың 30 октябрендә Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Аҫҡар ауылында тыуа.

1963 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

1966 йылдан алып Нуриман районының «Красный Ключ» гәзитендә хәбәрсе, 1972 йылдан баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.
1976 йылдан Күгәрсен районының «Хеҙмәткә дан» гәзите, 1979 йылдан «Ленинсы» гәзите хеҙмәткәре.
1980 йылдан Мәсетле районының «Коммунист» гәзитендә бүлек мөдире, 1981 йылдан алып Бөрйән районының «Таң» гәзитендә хеҙмәткәр, 1995 йылға тиклем яуаплы секретарь булып эшләй.

1997 йылдың 21 мартында Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында вафат була.

Ижады

Самат Ғәбиҙуллин башҡорт шиғриәтенә XX быуаттың 60-сы йылдарында килә. 1967 йылда уның «Тауыш килә тауҙарҙан» исемле тәүге шиғри йыйынтығы донъя күрә. С. Ғәбиҙуллин шиғриәтенә ысынбарлыҡты яҡты тойоу, нескә лиризм хас. «Шаңдаҡ» (1971), «Күңелем бишеге» (1986) һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтарына ингән әҫәрҙәрендә шағир тыуған еренең күркәмлеген данлай, үҙ халҡының рухи ҡеүәтенә ышаныс белдерә. «Көнөбөҙ» (1996) китабына Ватаныбыҙ яҙмышы хаҡында борсоулы уйланыуҙарға ҡоролған поэтик әҫәрҙәре тупланған. Шағир ижадына тәрән фәлсәфәүи уйланыу, фекерләү хас. «Йәнтөйәгем — тауҙарҙа» исемле китабына иһә балалар өсөн ижад иткән шиғырҙары тупланған. Шағир йәш замандаштарын ата-бабалар тарихына тоғро булырға, рухи тамырҙарын онотмаҫҡа саҡыра.

Китаптары

  • Тауыш килә тауҙарҙан. Өфө,1967 й.;
  • Шаңдаҡ. Өфө, 1971 й.;
  • Күңелем бишеге. Өфө, 1986 й.;
  • Сыңлар ҡылдарым. Өфө, 1990 й.;
  • Көнөбөҙ. Өфө, Китап, 1996 й.;
  • Шаңдаҡ. Өфө, Китап, 2009 й.;
  • Йәнтөйәгем — тауҙарҙа. Өфө, Китап, 2014 й.

Маҡтаулы исемдәре

  • РФ һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы;
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре;
  • Сабирйән Мөхәмәтҡолов исемендәге премия лауреаты.

Исемен мәңгеләштереү

  • Бөрйән районының Аҫҡар ауылындағы урамға Самат Ғәбиҙуллин исеме ҡушылған;
  • Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылындағы урамдарҙың береһенә Самат Ғәбиҙуллин исеме ҡушылған;
  • Бөрйән районының Аҫҡар урта мәктәбендә Самат Ғәбиҙуллин тормошо һәм ижадына аралған музей-кабинет асылған;
  • Бөрйән районының Самат Ғәбиҙуллин эшләгән «Таң» гәзите редакцияһы бинаһында шағирға иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған;
  • 2010 йылда Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы хакимиәте тарафынан Самат Ғәбиҙуллин исемендәге премия булдырылды.

Уның хаҡында

«Атҡаҙанған исемдәргә ҡыҙыҡманы, премия-фәләнгә лә ымһынманы ул. Мәгәр 20 йыллап элек баш ҡалабыҙҙың «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында гөрләп уҙған шиғриәт бәйгеһендә ҡалын свитер, аҡ быйма кейеп, илһамланып шиғырҙар уҡыны, ихлас алҡыштар ҡаҙанды. Беренсе приз өсөн төймәле телефон менән бүләкләүҙәренә эскерһеҙ ҡыуанғаны хәтерҙә. Ул саҡта заманса телефондар сауҙала һирәк ине: Бөрйәненә ҡайтҡас, «кеҫәле»ләр ике-өс хаҡҡа һатып алырға теләгәндәр икән, шағир, ғәҙәтенсә, ризаһыҙлыҡ ҡына белдергән. Оҙон-яҫы һөйләмәҫ ине шул хәбәрен.
Сабир Шәрипов
»

Әҙәбиәт

  • Аралбаев Ҡ. Ә. Шағир урамы. — «Ағиҙел» журналы, 2009 й., 10-сы һан;
  • Вәлитов З. З. Һүҙҙәрен тыны менән иретеп… — «Башҡортостан» гәзите, 1999 й., 30 октябрь;
  • Сәғитов Т. Б. Етемһерәп ҡалды Бөрйәне… — «Йәшлек» гәзите, 1997 й., 6 май;
  • Аҡбутина З. Һүҙҙең мәртәбәһен белеп… — «Йәшлек» гәзите, 2014 йыл, 31 октябрь.

Сығанаҡтар

  • Ғәбиҙуллин Самат Мәһәҙи улы // Башҡорт энциклопедияһы —Өфө:«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  • Башкирская энциклопедия. Т.2, Уфа, 2006 г., стр. 177;
  • Писатели земли башкирской. Уфа, 2015 г., стр.163-164.
The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Samat Gabidullin is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Samat Gabidullin
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes