peoplepill id: salavat-galin
SG
Russia
1 views today
1 views this week
The basics

Quick Facts

Places
Gender
Male
Place of birth
Baymaksky District, Republic of Bashkortostan, Russia
Place of death
Ufa, Republic of Bashkortostan, Russia
Age
75 years
The details (from wikipedia)

Biography

Салауат Әхмәҙи улы Галин (1934—2010) — башҡорт фольклорсыһы, педагог-методист, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһы Гуманитар фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (академигы), СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1974), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Ғ. Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты.

Биографияһы

Салауат Галин 1934 йылдың 3 мартында Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Баймаҡ районы Ғәҙелбай ауылында колхозсы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Беренсе Этҡол ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Темәс педагогия училищеһенда башланғыс синыфтар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Тыуған районының Таулыҡай мәктәбендә бер йыл эшләгәс, Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә һәм уның филилогия факультетын 1958 йылда тамамлай. 1962 йылдан алып ТТӘИ хеҙмәткәре, 1970 йылдан — Стәрлетамаҡ педагогия институтында эшләй: башҡорт филолологияһы кафедраһы мөдире, 1977—83 ййылдарҙа проректор. 1987 йылдан алып Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы, 2004—10 йылдарҙа донъя һәм милли мәҙәниәттәр кафедраһы мөдире. 1950—70 йылдарҙа (1964 ййлдан алып етәксе) Башҡортостан, шулай уҡ Ҡурған, Ырымбур, Пермь, Һамар, Һарытау, Свердловск, Силәбе өлкәләре буйлап йыл һайын үткәрелгән фольклор-этнографик экспедицияларҙа ҡатнаша.

Фәнни эшмәкәрлеге

Фәнни эшмәкәрлеге башҡ. фольклористикаһы тарихына, фольклор жанрҙарын, башҡорт ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларын тикшереүгә арналған. «Йылдар һәм йырҙар» (1967), «Башҡорт халҡының йыр поэзияһы» (1977) китаптарында башҡ. халыҡ тарихи йырҙары жанр-тематика йәһәтенән классификацияланған һәм шиғри алымдарына характеристика бирелгән. «Башҡорт халыҡ эпосы» («Башкирский народный эпос»; 2004) китабында башҡ. эпосының үҫеше ҡарала. Күп томлы «Башҡорт халыҡ ижады», «Башҡорт халыҡ ижады» (урыҫ т.) йыйынтыҡтарының редколлегия ағзаһы һәм төҙөүселәренең береһе. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм уҡытыу-методик әсбаптар авторы, «Башҡортостан мәҙәниәте» («Культура Башкортостана»; 2002—2005) программаһының авторҙар коллективы етәксеһе, электрон әсбабының (2004) авторы.

Бүләктәре

  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980)
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980)
  • РФ Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премия (2001)
  • Ғ. Сәләм ис. премия (1968)

Хеҙмәттәре

  • Заман һәм фольклор. — Өфө, 1972;
  • Тарих һәм халыҡ поэзияһы. — Өфө, 1996;
  • Тел асҡысы халыҡта: башҡорт фольклорының аңлатмалы һүҙлеге. — Өфө, 1999;
  • Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. 2‑се баҫ., үҙгәрешле. — Өфө, 2009.

Китаптары

  • Йылдар һәм йырҙар (1967)
  • Башҡорт халҡының йыр поэзияһы (1977)

Әҙәбиәт

  • Яйыҡбаев К. Я. Салауат Галин //Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре. 1-се кит. Өфө, 2003.

Һылтанмалар

Галин Салауат Әхмәҙи улы // Башҡорт энциклопедияһы —Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013. — ISBN 978-5-88185-143-9.

The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Salavat Galin is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Salavat Galin
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes