Sagida Rashitova
Quick Facts
Biography
Таңһылыу Рәшитова(Сәғиҙә Фәрәй ҡыҙы Рәшитова) (1 ғинуар 1905 — 21 февраль 1988) — башҡорт театр актёры, йәмәғәт эшмәкәре. Иң тәүге башҡорт артистарының береһе . Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944). Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1940). 1939—1945 йылдарҙа Өфө ҡала Советы депутаты.
Биографияһы
Рәшитова Сәғиҙә Фәрәй ҡыҙы1905 йылдың 1 ғинуарында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы Көҙән ауылында( хәҙерге Ишембай районы ) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
1922-24 йылдарҙаЫрымбурҙағы Башҡорт халыҡ мәғарифы институтында уҡый, үҙешмәкәр театрҙа уйнай.
1932 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлай (педагогтары В. Ғ. Муртазин-Иманский, М. А. Мәһәҙиев, Х. Ғ. Бохарский).
1924—1970 йылдарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй.
1988 йылдың 21 февралендә Өфөлә вафат була.
Псевдонимы тарихы
1922 йыл- Башҡорт халыҡ мәғарифы институтыныңүҙешмәкәр коллективыМәхәмәтша Буранғоловтың 1917йылда яҙылған халыҡ легендаларына һәм йырҙарына таяныпяҙған «Ашҡаҙар» исемле пьесаһын ҡуя. Пьесаның эстәлеге шундай: йәш һунарсы Йомағолменән Таңһылыу бер береһен ярата , тик ҡыҙҙың атаһына башҡа кешенән яусылар килә, һәм бер аҙ уйлашҡандан һуң, ҡыҙҙың ата-әсәһе ҡыҙҙы Йомағолға кейүгәбирергә була.Туй була, йәштәр матур итеп йәшәп китә. Тик һунарға киткән ерендәЙомағол вафат була, уның ата-әсәһе ҡурайсылар һәм йырсыларҙы йыя,улар йәш егеттең һәләкәте траһында «Ашҡаҙар» йырын сығара .
Спектакльбик уңышлы бара, тамашасылар бигерәк тә Таңһылыу ролен уйнаған Сәғиҙә Рәшитованың уйнауын оҡшата.
1924 йылда уны Өфөгә Башҡорт театрына саҡыралар, һәмул бер аҙҙанТаңһылыу Рәшитова псевдонимын алып, билдәле актриса булып китә.
Шулай уҡРәшитова Зәки Вәлиди менән туғанлығын йәшереү өсөн икенсе исем- псевдоним алған тигән фараз да бар.
Театрҙағы ролдәре
Таңһылыу («Ашҡаҙар», М.Буранғолов) , Шәүрә («Шәүрәкәй» , М.Буранғолов), Сәрүәр («Башмағым», Х.Ибраһимов), Ғәлиәбаныу( М.Фәйзи), Ынйыкай («Ынйыҡай менән Юлдыҡай» Х.Ғәбитов), Дездемона («Отелло», У.Шекспира), Амалия («Юлбаҫарҙар» — «Разбойники», Ф.Шиллер), Марья Антоновна («Тикшереүсе» — «Ревизор»), Агафья Тихоновна («Өйләнеү» — «Женитьба»; икеһе лә — Н. В. Гоголь пьесаһы), Анна Таланова («Ябырылыу» — «Нашествие», Л. М. Леонов), Шәмсинур («Ул ҡайтты» , Ә. Атнабаев).