Rifgat Abdeyev
Quick Facts
Biography
Әбдиев Рифғәт Фәйез улы (22 декабрь 1926 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1996), техник фәндәр кандидаты, профессор. Кибернетик, уйлап табыусы, мәғлүмәти йәмғиәттең танып белеү һәм уның философия теорияһы буйынса белгес.
Биографияһы
Рифғәт Фәйез улы Әбдиев 1926 йылдың 22 декабрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны Боҙаяҙ ауылында тыуған.
1948 йылда Өфөлә авиация институтын тамамлай. 1955 йылдан 1977 йылға тиклем — ракета техникаһы ғилми-тикшеренеү институтында тәжрибә-конструкторлыҡ һәм уйлап табыу эшмәкәрлеге. Конструкторлыҡ бюроһы начальнигы, космик осоу аппараттары һәм уларға идара итеү сараларының мәғлүмәт моделдәренең баш конструкторы була. 1965—1977 йылдарҙа космик осоу аппаратарын осороуҙа ҡатнаша. Докторлыҡ диссертацияһы «Мәғлүмәт цивилизацияһы фәлсәфәһе» (1996) темаһына арнала. 1995 йылдан — Рәсәй Федерацияһының Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академияһы профессоры.
Ғилми эшмәкәрлеге
1970 йылда НТР-ла философия проблемаларын системалы тикшереүҙе башлай, ә 1980-се йылдар аҙағына «мәғлүмәти цивилизацияның» яңы фәлсәфәүи концепцияһын тәҡдим итә.
1993 йылда Халыҡ-ара мәғлүмәтләштереү академияһының Мәғлүмәти цивилизация фәлсәфәһе бүлексәһе Президенты итеп һайлана.
Уйлап табыуҙарына 24 авторлыҡ таныҡлығын алыуға өлгәшә.
Хеҙмәттәре
- Абдеев Р. Ф. В защиту атрибутивной концепции информации // Научные труды Московского Лесотехнического института. 1984. № 158;
- Абдеев Р. Ф. Механизм управления, его системоорганизующая роль и философский статус // ФН. 1990. № 4;
- Абдеев Р.Ф. Философия информационной цивилизации / Редакторы: Е.С. Ивашкина, В.Г. Деткова —М.:ВЛАДОС, 1994. — 336 б. — 20000 экз. — ISBN 5-87065-012-7.
- Абдеев Р. Ф. Методология устойчивого развития и пути его реализации в условиях России // Анализ систем на пороге XXI века: теория и практика. М., 1996;
- Абдеев Р. Ф. К проблеме определения сознания // Проблемы сознания в философской науке. М., 1996;
- Абдеев Р. Ф. Определяющая роль философии в реализации прогрессивной линии развития // Философия в системе духовной культуры на рубеже XXI века. Курск, 1997.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы
Һылтанмалар
- Әбдиев Рифғәт Фәйез улы // Башҡорт энциклопедияһы —Өфө:«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелгән 20 декабрь 2018)