Rif Gabitov
Quick Facts
Biography
Ғәбитов Риф Фәтих улы (5 декабрь 1952 йыл) — бейеүсе, балетмейстер. 2000—2004 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1995).
Биографияһы
Риф Фәтих улы Ғәбитов 1952 йылдың 5 декабрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Белорет районы)Аҙналы ауылында тыуған. Атаһы клубта хеҙмәткәре, ҡурай, скрипкала уйнаған, йырлаған, бейегән.
Риф Ғәбитов 1967—1970 йылдарҙа Өфөнөң 1-се һанлы интернат-мәктәбендә уҡый һәм Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Бында халыҡ бейеүҙәре студент ансамблендә бейей.
Уҡыу йортон тамамлағас, мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәтен уҡыта.
Бейеү менән ҡыҙыҡһыныу уны Ф. Ғәсҡәров халыҡ бейеүҙәре ансамбленә алып килә, унда 1974—1992 йылдарҙа артист булып эшләй.
1992—1996 йылдарҙа Риф Ғәбитов — балет артисы һәм ансамбль ҡурайсыһы.
1995 йылда «Еҙ үксә», «Көтөүсе йыры», «Башҡортса краковяк» бейеүҙәрен ҡуйғаны һәм юғары башҡарыу оҫталығы өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнә.
Артист карьераһын 1996 йылда тамамлап, Ғәбитов «Социнвестбанкта» эшләй.
2000 йылда Риф Ғәбитов халыҡ бейеүҙәре ансамбленә художество етәксеһе булып кире ҡайта. 2004 йылдан Стәрлетамаҡ бейеү театрын етәкләй.
Ғаиләһе: ҡатыны Светлана Алексеевна, улы, ике ҡыҙы, ейәндәре.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1989)
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
- Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты (1995)