peoplepill id: ravil-hoermatovitsj-nigmatoellin
RHN
Russia
1 views today
1 views this week
Ravil Hoermatovitsj Nigmatoellin
politicus uit Sovjet-Unie (1941-2005)

Ravil Hoermatovitsj Nigmatoellin

The basics

Quick Facts

Intro
politicus uit Sovjet-Unie (1941-2005)
Places
Gender
Male
Place of birth
Gumerovo, Russia
Age
64 years
The details (from wikipedia)

Biography

Ниғмәтуллин Рауил Хөрмәт улы (12 май 1941 — 5 сентябрь 2005) — башҡорт шағиры, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре һәм сәйәсмән. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1990—2004 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991).

Биографияһы

Рауил Ниғмәтуллин 1941 йылдың 12 майында Башҡорт АССР-ының Маҡар (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) Ғүмәр ауылында тыуған. Һигеҙ класты тамамлағас, колхозда эшләй.

1965 йылда зооветеринария техникумын тамамлап, "Коммунизм" колхозында баш зоотехник, партком секретары вазифаларын башҡара. Башҡорт дәүләт университетында белем алып, 1969 йылда Әхмәр урта мәктәбендә директор булып эшләй башлай. 1973 йылда РСФСР Милли мәктәптәр институтының Башҡортостан филиалында ғилмихеҙмәткәр, 1977 йылда "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире урынбаҫары була. 1979-1984 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт бүлегендә редактор вазифаһын башҡара. 1984 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар Союзының Стәрлетамаҡойошмаһының яуаплы секретары итеп һайлана.

1989 йылда рәсми МәскәүҙәнСтәрлетамаҡта башҡорт телендәҡала гәзитен булдырыуҙы юллай башлай.1990 йылда ҡала яҙыусылары ойошмаһы органы булараҡ, "Стәрле таңдары"гәзите сыға башлай. Аҙаҡҡараҡ ул бөгөнгө "Ашҡаҙар" гәзитенә әйләнеп китә. Шул саҡтарҙа уҡ әле Рауил ағай ҡалала милли мәктәптәр асыу (милли кластар ҙа булмаған бер мәлде!), башҡорт драма театры, филармония ойоштороу кеүек төшкә лә инеп сыҡмаған нәмәләр тураһында һөйләр ине ...Ҡалала "Аманат"башҡорт халыҡ үҙәген барлыҡҡа килтереп, үҙе йәмәғәт башланғысында шуның тәүге етәксеһе була. Биш-алты йыл эсендә "Ашҡаҙары" ла, драма театры ла, филармонияһы ла асыла, милли мәктәптәр һәм кластар ҙа шул хыялдан барлыҡҡа килеп, һин дә мин эшләп китәләр!Ҡалала Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһы асылып, уңышлы эшләй башлауы ла уның исеме менән бәйле. Рауил Хөрмәт улы 1990 йылда Өфөгә Башҡорт дәүләт педагогия институтынына эшкә саҡырыла.1991 йылдан Башҡорт халыҡ фирҡәһе Үҙәк идара рәйесе вазифаһына тәғәйенләнә. Заманыбыҙҙың халыҡтар дуҫлығы һәм азатлыҡ илсеһе булып танылған Рауил Хөрмәт улы башҡорт халҡының уй-тойғолары менән йәшәп, Башҡортостандың үҙаллылығын тәьмин итеү буйынса беренселәрҙән булып азатлыҡ байрағын күтәреп сыҡты.Шуға күрә уның тормошоноң һуңғыйылдарындағы эшмәкәрлеге Өфө ҡалаһы, бөтә Башҡортостан кимәлендәге хәл- ваҡиғалар менән бәйле була. Бөтә донъя башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайлана, башҡорт әҙәбиәтен яңыса уҡытыуҙың программа-дәреслектәрен төҙөүсе ғалим, "Үҫмер" исемле китаптар серияһы һәм "Әҙәбиәт буйынса кластан тыш эштәр" методик ҡулланмаһының, 50-нән артыҡ йырҙар авторы, ялҡынлы оратор.

Кешенең яҙмышына, булмышына уның исеме хәл иткес йоғонто яһай тиеүҙәре раҫтыр: "Рауил-үҫмер, йәш егет;сәйәхәтсе, ил гиҙеүсе". "Хөрмәт - ҡәҙер. Ниғмәтулла - байлыҡ, мөлкәт, бәхеткә эйә" мәғәнәһендәге исемдәр. Ә байлыҡ төшөнсәһенә ҡарата Рауил Ниғмәтуллиндың фекере аныҡ ине:

Берәү өсөн байлыҡ -алтын,

Байлығым, ти берәү, атын.

Берәү өсөн байлыҡ- аҡса,

Берәү өсөн байлыҡ - баҡса,

Берәү өсөн байлыҡ- малда,

Берәү өсөн байлыҡ- балда,

Йотһа байлыҡ намыҫыңды -

Йән ғазабы көтә алда.

Уның байлығы - рухи байлыҡ ине: туған теле, Тыуған иле һәм еренең имен булыуы, иленең һәм халҡының азатлығы, милләттәштәренең дуҫлығы, берҙәмлеге, аңлы булыуы. Маҡсаты - "Булһын өсөн Башҡортостан!"тип янып йәшәүҙә булды:

Уянығыҙ,

Уйланығыҙ,

Ҡуҙғалығыҙ-

Яҙмаҫ элек тамам һуштан!

Булһын өсөн телем, илем,

Булһын өсөн Башҡортостан!

Бер ни ҡалмаҫ телдән, илдән,

Ҙур тарихлы башҡортлоҡтан -

Оран һалып остан осҡа,

Иңдәш булып йәндәш дуҫҡа,

Ҡалҡынмаһаң, Башҡортостан!

  • Үҙенең йәштәштәренә "Һабандаштар"исемле поэмаһын арнаған:

Һабандаштар!

Беҙҙең осрашыуҙар

Һуҙылһа ла бары бер аҙға,

Уртаҡтар бит беҙҙең тыуған ерҙә

Бергә ярған тәүге бураҙна!

Рауил Ниғмәтуллин әҙәбиәткә үткән быуаттың 70-се йылдарында килә. Йәштәргә аң-белем өләшеүсе һәйбәт педагог һәм әҙәбиәт өлкәһендәялҡыны һирпелеп торған ижадсы булараҡбалалар һәм үҫмерҙәр өсөн фәһемле китаптар сығара:

"Еңмеш" (1982),

"Кемгә ниндәй исем"(1993),

"Урман музыканттары"(1999)

Шағирҙыңөлкәндәр өсөн яҙылған әҫәрҙәрендә әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәр, милләтенең яҙмышыөсөн борсолоу идеялары ярылып ята:

"Тауҙарҙа таң" (1981)

"Япраҡ еле" (1984)

"Мөхәббәткә юҡ өҙәрем" (1991)

"Аҡ нур"(1991)

"Ҡыңғырауҙар"(1996)

"Тауҙарыма ҡарап" (2001)

Р.Ниғмәтуллин юғары тәрбиәлелек сифаттарына эйә мәҙәни кеше, талапсан һәм ғәҙел остаз, маҡсатына һәм выжданына тоғро, көслө рухлы шәхес, ҡайнап торған энергиялы ижадсыбулып ҡалды замандаштарының хәтерендә.

Әҙәбиәт

  • Писатели земли башкирской. Справочник/Сост.: Р.Н.Баимов, Г.Н.Гареева, Р.Х.Тимергалина. - Уфа: Китап, 2006, 496 с.
  • Хәмит Иргалин "Ил ағаһы"/"Ашҡаҙар"гәзите, 24 май, 1996 йыл.
  • Мәсғүт Хажиев "Иҫтәлекле осрашыу/"Ашҡаҙар"гәзите, 5 февраль, 2000 йыл.

Һылтанмалар

The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Ravil Hoermatovitsj Nigmatoellin is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Ravil Hoermatovitsj Nigmatoellin
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes