peoplepill id: rafik-vafovitsj-salmanov
RVS
Russia
1 views today
1 views this week
Rafik Vafovitsj Salmanov
Soviet composer (1917-2003)

Rafik Vafovitsj Salmanov

The basics

Quick Facts

Intro
Soviet composer (1917-2003)
Places
Work field
Gender
Male
Place of birth
Askarovo (Abzelilovsky District), Russia
Place of death
Ufa, Russia
Age
85 years
Awards
Honored art worker of the Russian Soviet Federative Socialist Republic
 
Instruments:
The details (from wikipedia)

Biography

Сәлмәнов Рафиҡ Вафа улы (15 сентябрь 1917 йыл — 4 июль 2003 йыл) — башҡорт композиторы. 1961 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1989) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Биографияһы

Рафиҡ Вафа улы Сәлмәнов 1917 йылдың 15 сентябрендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙеӘбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған.

Музыкаль белемде П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы ҡарамағындағы башҡорт студияһында ала.

Рафиҡ Сәлмәнов балалар хоры өсөн әҫәрҙәр яҙыуы менән киң билдәле. Уның балалар өсөн вокаль һәм инструменталь әҫәрҙәре музыка сәнғәтендә айырым урын алып тора.

Композитор ғүмеренең һуңғы йылдарында ҡатыны менән тыуған ауылы Асҡарҙа йәшәй. 2003 йылда композиторҙың йөрәге тибеүҙән туҡтай.

Эшмәкәрлеге

«Йәш дуҫтар йырлай», «Илемә сәскә бүләк итәм» тигән вокаль йыйынтыҡтары балаларға ғына тәғәйенләнгән. Уның баян һәм фортепьяно өсөн инструменталь пьесалары музыка мәктәптәре, училищелар һәм башҡарыусы музыканттар өсөн тәғәйенләнгән. Рафиҡ Сәлмәновтың иң кескәйҙәр өсөн яҙылған «Тышта ҡар яуа» (Ҡадир Даян), уҡыусылар өсөн «Хеҙмәт йыры» (Әхтәм Ихсан), «Игенселәр йыры» (Шәриф Бикҡол), «Һалдат моңдары» (Зәйни Рафиҡов), «Әбйәлил» (Шәкир Бикҡолов) йырҙарынан башлап Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған «Минең йондоҙом», «Юл йыры», «Дан һиңә, дан, Башҡортостан», «Именлек һөнәре», «Хушлашыу», Ҡадир Даян шиғырына яҙылған «Дуҫлыҡ йыры», «Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары», «Таң йыры», «Ҡарасәс», Нәжип Иҙелбай һүҙҙәренә «Сирень сәскәләре», Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәренә «Күңел һағышына йәшлек эҙҙәренән», «Дилбәр», Ғилемдар Рамаҙанов һүҙҙәренә «Эҙләйем һине» йырҙарына тиклем кесеһе лә, олоһо ла, һәр кем белә.

Бынан тыш Рафиҡ Сәлмәнов халыҡ музыкаһына таянып байтаҡ әҫәрҙәр ижад итә. Уның тынлы ағас инструменттар өсөн «Турат тауы» тигән музыкаль легендаһы, скрипка һәм фортепьяно өсөн «Яҙғы вальс» әҫәре киң билдәле.

Хәтер

  • Өфөлә Рафиҡ Сәлмәнов 1959—1997 йылдарҙа йәшәгән Ленин урамындағы 43-сө йорт фасадына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

  • Сәлмәнов Рафиҡ Вафа улы // Башҡорт энциклопедияһы —Өфө:«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-143-9.
The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Rafik Vafovitsj Salmanov is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Rafik Vafovitsj Salmanov
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes