peoplepill id: pjotr-iwanowitsch-pospelow
PIP
Russia
2 views today
2 views this week
Pjotr Iwanowitsch Pospelow
baschkirisch-sowjetischer Soldat und Werkzeugmacher

Pjotr Iwanowitsch Pospelow

The basics

Quick Facts

Intro
baschkirisch-sowjetischer Soldat und Werkzeugmacher
A.K.A.
Пётр Иванович Поспелов
Places
Gender
Male
Place of birth
Belokataysky District
Place of death
Zlatoust
Age
82 years
The details (from wikipedia)

Biography

Поспелов  Петр Иванович (10 август 1924 йыл11 декабрь  2006 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире,  рядовой, Дан орденының тулы кавалеры.

Биографияһы

Поспелов Петр Иванович  1924 йылдың  10 авгусында Башҡортостандың Балаҡатай районындағы Левали ауылында  крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 

Урыҫ. Атаһын иртә юғалтыу сәбәпле, колхозға эшкә сыға, ҡустылары менән бергә һыйыр көтә. Ауыл мәктәбенең 7 синыфын тамамлай. 1938 йылда Поспеловтар ғаиләһе Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһына күсә.  Бында Поспелов Петр токарь һөнәрен үҙләштерә, Ленин исемендәге Златоуст заводында токарь булып эшләй.

1942 йылдың ноябрендә Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһы хәрби комиссариаты тарафынан  Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 539-сы гаубица артиллерия полкына ебәрелә, унда хәрби әҙерлек үтә һәм артиллерия  разведчигы-күҙәтеүсеһе була.

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында  1942 йылдың декабренән. Тәүге хәрби һынауҙы Орловщинала  «Касторная» станцияһы өсөн һуғышта ала. Курск дуғаһында барған һуғышта ҡатнаша, Днепрҙы һуғышып аша сыға, Белоруссияны азат итә, Буг, Висла, Одра йылғаларын һуғышып аша сыға, ә һуғыштың аҙаҡҡы этабында ҡамауҙа һәм дошмандың Берлин төркөмөн юҡ итеүҙә ҡатнаша.  Ике тапҡыр ҡаты яралана, әммәгоспиталдә дауаланғандан һуң һәр саҡ үҙенең часенә хәрби стройға әйләнеп ҡайта. 

1947 йылда старшина П. И. Поспелов  демобилизациялана. Тәүҙә Златоуст станцияһында слесарь-вагонсы, шунан вагондарҙы ҡарап тикшереп тороусы булып эшләй.  Башҡортостандың Учалы ҡалаһына күсеп килгәс, тимер-бетон изделиелар заводында слесарь-инструмент яһаусы булып эшләй.     

1982 йылдан  хаҡлы ялда булған. Учалы ҡалаһында йәшәгән.  2006 йылдың 11 декабрендә вафат булған.

Батырлығы

539-сы гаубица артиллерия полкы  32-се  гаубица артиллерия бригадаһының разведчик-күҙәтеүсеһе (12-се артиллерия дивизияһы, Үҙәк фронт) ҡыҙылармеец Поспелов  Петр  1943 йылдың  15 сентябрҙән алып 23 сентябргә тиклем осорҙа Белоруссияның Гомель өлкәһе Жиличи һәм Березовец ауылдары  янында дошмандың ут нөктәләрен асыҡлай, күрһәтмәләрҙе полктың команда пунктына тапшыра һәм батареяларҙың утына төҙәтмәләр бирә. Һөҙөмтәлә унға яҡын дошман дзоты һәм егермегә яҡын пулемет оялары сафтан сыға.

Немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн 12 артиллерия дивизияһының1943 йылдың 17 ноябрендәге бойороғо буйынса  (№ 029/н) ҡыҙылармеец ПоспеловПетр Иванович 3-сө дәрәжә Дан ордены (№ 94057) менән бүләкләнә. 

1944 йылдың 15 авгусында Польша ҡалаһыПулаванан көнбайыштараҡ урынлашҡан Войшич тораҡ пункты янында  539-гаубица артиллерия полкы32-сегаубица артиллерия бригадаһының разведчик-күҙәтеүсеһе ҡыҙылармеец. П. И. Поспелов  ҡул аҫты саралары менән көслө дошман уты аҫтында Висла йылғаһы аша сыға һәм  дошмандың ут нөктәләрен билдәләп ҡуя һәм координаталарҙы кисекмәҫтән полк штабына тапшыра. Алыш ваҡытында ҡыйыу яугир һөжүм итеүсе дошмандың тылында була, яралана, әммә бурысын үтәүҙе дауам итә.

Немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта 1-се Белоруссия фронтының ғәскәрҙәр буйынса 1944 йылдың 21 сентябрендәге бойороғо менән (№ 0278/н) командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн ҡыҙылармеец  Поспелов Петр Иванович  2-се дәрәжә Дан ордены (№ 252) менән бүләкләнә.

1945 йылдың 20 апрелендә Лебус ҡалаһынан (Германия) көнбайыштараҡ урынлашҡан Карциг ауыл янында Поспелов Петр йәшерен дошман тылына үтеп инә һәм танкыға ҡаршы граната менән дзотты шартлата һәм  уның расчетын юҡ итә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн ҡыҙылармеецПоспелов  Петр Иванович, Дан орденының тулы кавалеры булып, 1-се дәрәжә (№ 181) Дан ордены менән бүләкләнә. 

Бүләктәре

1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, 1-се, 2-се һәм 3-сө дәрәжә Дан ордендары, 13 миҙал менән бүләкләнә.

Иҫкәрмәләр

  1. Поспелов Пётр Иванович.«Герои страны» сайты.}

Әҙәбиәт

  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 5. П-С. 2009. −576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
The contents of this page are sourced from Wikipedia article. The contents are available under the CC BY-SA 4.0 license.
Lists
Pjotr Iwanowitsch Pospelow is in following lists
comments so far.
Comments
From our partners
Sponsored
Credits
References and sources
Pjotr Iwanowitsch Pospelow
arrow-left arrow-right instagram whatsapp myspace quora soundcloud spotify tumblr vk website youtube pandora tunein iheart itunes