Nasyr Urazbajew
Quick Facts
Biography
Ураҙбаев Насир Рафиҡ улы (3 апрель 1902 йыл — 31 ғинуар 1981 йыл) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1941—1946 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары, 1946—1951 йылдарҙа БАССР Министрҙар Советы Рәисе. СССР урман сәнәғәте министры урынбаҫары, СССР Урман сәнәғәте министрлығының ағас сеймалы базаһы Идаралығы башлығы (1951—1955). Ике Ленин (1944, 1949) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1948) ордены кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1962).
Биографияһы
Насир Рафиҡ улы 1902 йылда Өфө губернаһының Үтәк ауылында крәҫтиән Рафиҡ Вәхит улы Ураҙбаев ғаиләһендә тыуған. 1919 йылда Ҡарамыш өйәҙ башҡарма комитетында эш башҡарыусы булып хеҙмәт юлын башлай, аҙаҡ сәркәтип, өйәҙ үҙ-ара ярҙам комитеты рәисе, Красноусольск районының Яңғыҙ ҡайын ауылында волисполком президиумы сәркәтибе, Стәрлетамаҡ китап сауҙаһы ваҡытлы матбуғат бүлеге етәксеһе. 1925 йылда Насир Рафиҡ улы Өфө урман техникумына уҡырға инә, техникумды тамамлағас урман хужалығы мөдире, Йылайыр леспромхозы директоры, «Южураллес» тресында инспектор һәм инспекция етәксеһе булып эшләй. Н. Р. Ураҙбаев 1933 йылда Бөрйән леспромхозы директоры итеп тәғәйенләнә. 1935 йылда Насир Рафиҡ улы В. В. Куйбышев исемендәге Архангель сәнәғәт академияһына уҡырға инә. 1939 йылда академияны инженер-технолог һөнәре буйынса бик яҡшы билдәгә тамамлай, БАССР-ҙың урман сәнәғәте баш инженеры, нарком урынбаҫары булып эшләй. 1941 йылда ВКП(б)-ның урман сәнәғәте буйынса Башҡортостан обкомы сәркәтибе булып һайлана, ә 1943 йылда — партия обкомының өсөнсө сәркәтибе. 1946 йылдан алып 1951 йылға тиклем Н. Р. Ураҙбаев Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәисе булып эшләй.
1951 йылда уны Мәскәүгә күсерәләр. Мәскәүҙә ул СССР урман хужалығы министры урынбаҫары, аҙаҡ СССР урман хужалығы Министерствоһының ағас сеймалы базаһы идаралығының етәксеһе була.
1955 йылдан алып 1962 йылда пенсияға киткәнсе Насир Рафиҡ улы «Башлес» ағас әҙерләү комбинаты етәксеһе булып эшләй..
Н. Р. Ураҙбаев икенсе һәм өсөнсө саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты, икенсе саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаты, 2-се, 3-сө саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаты булып һайлана
1981 йылдың 31 ғинуарында вафат була.
Наградалары һәм исемдәре
- Ике Ленин ордены, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, «Почёт билдәһе» ордены, миҙалдар.
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре.
Хәтер
Өфөлә Н. Р. Ураҙбаев йәшәгән өйгә мемориаль таҡта ҡуйылған, ә тыуған ауылында мәктәп уның исеме менән аталған.