Mullayan Davletyarov
Quick Facts
Biography
Дәүләтйәров Муллайән Хәбибйәр улы (2 ноябрь 1957 йыл — 7 июль 2015 йыл) — рәссам. 2002—2015 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты. 1995 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010).
Биографияһы
Муллайән Хәбибйәр улы Дәүләтйәров 1957 йылдың 2 ноябрендә Башҡорт АССР-ы-ның Борай районы Ишмәмәт ауылында тыуған.
2000 йылда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетын тамамлай.
2002 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының дизайн кафедраһында эшләй, доцент.
1995 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы һәм «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы.
Рәссамдың картиналары М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), «Мираҫ» Нефтекама картиналар галереяһында (Нефтекама), «Янғантау» картиналар галереяһында (Башҡортостан Республикаһының Салауат районы, «Янғантау» курорты), Яр Саллы ҡалаһы картиналар галереяһында һаҡлана.
2015 йылдың 7 июлендә Неаполь ҡалаһында (Италия) вафат булып ҡала.
Ижади эштәре
Картиналар серияһы: «Халыҡ көйҙәре буйынса» (1996—2003), «Ауыл мотивтары» (1999—2003), «Йома», «Бал-бабай» (1998), «Байрамда» (1998), «Өләсәйем» (1997), «Тамырҙарым» (1998), «Көнсығыш мотивтары» (1999), «Яҙ» (2001), «Көҙ» (2001), «Иртә» (2001), «Кис» (2001), «Йонсоу көн» (2001), «Түңәрәк күл» (2002), «Ер төшө» (2003), «Түбә» (2003).
Күргәҙмәләре
1984 йылдан алып Республика, шул иҫәптән махсус (графика; декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте), зона, төбәк, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара һәм сит ил күргәҙмәләре ҡатнашсыһы.
Улар араһында: «Рәсәй тарихында һайлауҙар: боронғонан алып беҙҙең көндәргә тиклем» республика лубок күргәҙмәһе (2011), Италиялағы «Рәсәйҙән ҡараш» күргәҙмәһе (2012).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010).
- Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзының һәм Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһының бронза миҙалы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ В Неаполе скончался заслуженный художник Башкортостана (рус.).Уфимская государственная академия искусств. (рус.). Уфимская государственная академия искусств.
- ↑ Художники в политике
- ↑ «Уфимские Ведомости» :: Еженедельная рекламно-информационная газета
Һылтанмалар
- Дәүләтйәров Муллайән Хәбибйәр улы // Башҡорт энциклопедияһы —Өфө:«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелгән 26 октябрь 2019)
- Дәүләтйәров Муллайән Хабибярович
- Дәүләтйәров Муллайән Хабибярович, рәсми сайтында Сыуаш дәүләт художество музейы
- Указ Президента РБ от 18.05.2010 № УП-250 «О присвоении почетного звания „Заслуженный художник Республики Башкортостан“ Ахметвалиеву Р. Х. и Давлетьярову М. Х.»