Mudaris Musifullin
Quick Facts
Biography
Мөсифуллин Мөҙәрис Ғәйнелғилем улы (25 март 1957 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, драматург, мәҙәниәт эшмәкәре. 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (1995).
Биографияһы
Мөҙәрис Ғәйнелғилем улы Мөсифуллин 1957 йылдың 25 мартында Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Түбәнге Әлкәш ауылында тыған. Исмаил урта мәктәбен тамамлағандан һуң Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
1982 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссерҙар бүлеген тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң, Дүртөйлө районы халыҡ театрында режиссер булып эш башлай. 1984 йылдан 2006 йылға тиклем — Дүртөйлө мәҙәниәт идаралығы етәксеһе, 2006 йылдан башлап — район мәҙәниәт йорто директоры.
1995 йылда Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзына ҡабул ителгән. 2010 йылда «Тамаша» журналы ойошторған сценарийҙар конкурсы йомғаҡтары буйынса яҙыусы беренсе урынға лайыҡ була, һәм ул «Ҡыҙыҡлы тема» номинацияһында диплом менән бүләкләнә.
2013 йылдың 19 мартында Дүртөйлө ҡала мәҙәниәт һарайында Мөҙәрис Мөсифуллиндың 30 йыллыҡ ижади эшмәкәрлегенә арналған ижад кисәһе үтә. Был кисәлә яҙыусылар ҡатнаша, улар араһында Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, БДУ профессоры, филология фәндәре докторы Килмөхәмәтов Тимерғәле, прозаиктар секцияһы етәксеһе, «Ағиҙел» журналының проза бүлеге мөдире Сабир Шәрипов, урындағы яҙыусылар Рафаэль Хафизов, Илдус Тимерханов һәм башҡа уның ижадын яратыусылар. Юбиляр һүҙҙәренә һәм музыкаһына йырҙар башҡарыла, уның пьесалары буйынса спектаклдәрҙән өҙөктәр ҡуйыла.
2015 йылдың 24 декабрендә Дүртөйлө тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында — Башҡортостан Республикаһының Милли музейы филиалында балалар яҙыусыһы Мөҙәрис Мөсифуллин, шағир Фәнис Рәхмәтуллин, журналист һәм балалар яҙыусыһы Илдус Тимерханов һәм башҡалар ҡатнашлығында әҙәби кисә уҙғарыла. Кисә Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә әҙәбиәт йылының тамамланыуына арнала.
Дүртөйлө ҡалаһында йәшәй.
Ижады
Күп кенә хикәйәләр, әкиәттәр, драма әҫәрҙәре авторы, уның пьесалары М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры репертуарында бар.
1987 йылда Дүртөйлө халыҡ театры уның «Рәхимйәндең сәйер ҡапҡаһы» исемле лирик драмаһын ҡуя (1995 йылда «Ағиҙел» журналында баҫылған). «Кемгә аҡса кәрәкмәй?» комедияһы егерме ике халыҡ театрында ҡуйылған, ә 2000 йылда — С. Өмөтбаев исемендәге Минзәлә татар драма театрында ҡуйыла. Уның был әҫәре 1992 йылда "Китап"нәшриәтендә баҫылып сыҡҡан «Пьесалар» йыйынтығына ингән.
Әҫәрҙәре
- Кемгә Аҡса кәрәкмәй // Пьесалар. — Өфө, 1992. — 251—282 б.
- Рәхимйәндең сәйер ҡапҡаһы: Лирик драма, ике бүлектә // Ағиҙел. — 1995. — № 1. — 161—179 б.
- Ҡош йөрәге: Хикәйәләр. — Өфө: Китап, 1995. — 54-се б.
- Яңғыҙ ҡайын: Әкиәт // Бельские просторы. — 2003. — № 8.
- Урман әкиәттәре // Бельские просторы. — 2005. — № 6. — С. 200—207.
- Яҙыусы: Драма-уйланыу // Ағиҙел. — 2011. — № 3. — 133—159 б.
- Аҡса кемгә кәрәкмәй?!: [пьесалар]. — Өфө : Китап, 2012. — 308 с. — ISBN 978-5-295-05516-4.
- Петух-хвастун: ҡурсаҡ театры өсөн әкиәт тамаша // Сценарий һәм репертуар. — 2013. — № 10. — 81-83 б.
Ғаиләһе
Өйләнгән, ике улы бар.
Наградалары
- Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт Министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары.
- Башҡортостан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты (2005).
- Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт Министрлығының түшкә таға торған «Мәҙәниәт ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе (2002).
- Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙы (2014).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Шилов Ю. Т., Шилов Ю. Т. Русская театральная школа —Изд-во "Панъинтер", 2004. — Б. 505. — 542 б. — ISBN 5-89884-025-7.
- ↑ У Мудариса Мусифуллина- юбилей…
Һылтанмалар
- Башҡортостандың мәҙәни донъяһы. Мөҙәрис Мөсифуллин.
- Мөсифуллин Мөҙәрис Ғәйнелғилем улы Башҡортостан Республикаһының әҙәби картаһы.